Content-Length: 165236 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%90%D0%BD%D1%86%D0%B8%D0%BE

Анцио — Википедия Эстәлеккә күсергә

Анцио

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анцио
итал. Anzio
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Anzio
ХФА-лағы транскрицияһы ˈantsjo
Этнохороним anziati һәм portodanzesi
Рәсми тел Итальян
Дәүләт  Италия
Административ үҙәк Anzio[d]
Административ-территориаль берәмек Рим[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 58 949 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 3 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Бад-Пирмонт, Хемстеде[d], Бруклин[d] һәм Пафос[d][2]
Сиктәш Априлия[d], Ардея[d] һәм Неттуно[d]
Майҙан 43,65 км² (9 октябрь 2011)[3]
Почта индексы 00042
Рәсми сайт comune.anzio.roma.it
Урынлашыу картаһы
Изге ҡурсалаусы Антоний Падуанский[d]
Сейсмическая классификация 3A[d][4][5]
Урындағы телефон коды 06
Номер тамғаһы коды ROMA
Карта
 Анцио Викимилектә

Анцио (итал. Anzio) — ҡала-порт, Италияның Тиррен диңгеҙе өсмөйөшөндә урынлашҡан. Анцио ҡалаһы Лацио төбәгендәге Рома провинцияһында тора.

Халыҡ һаны — 52 865 кеше (30.04.2009 й.). Анцио ҡалаһы 43,43 км² майҙанды биләй. Почта индексы — 00042. Телефон коды — 06.

Анциум (Antium) йәки Анций[6] Римдан боронғораҡ вольсктарҙың нығытылған ҡалаһы. Риүәйәт буйынса, ҡалаға нигеҙҙе тылсымсы Цирцеяның һәм Одиссейҙың улы Антей һалған. Рим империяһы ваҡытында Анциум менән Помпей римлеләрҙең бай виллалары һаны буйынса ярышҡан. Император һарайы диңгеҙ ярында торған, унда Калигула һәм Нерон тыуған. Һарайҙағы археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында бында бик күп антик сәнғәт шедеврҙары табылған, мәҫәлән, «көрәшсе Боргез көрәшсеһе» һәм «Аполлон Бельведерский». 59 йылда Нерон бында сауҙа портына нигеҙ һала. Шулай уҡ империя дәүерендә бында Эскулап һәм Фортуна ғибәҙәтханалары төҙөлгән. VI быуатҡа тиклем ҡала шул уҡ исемле епархияның үҙәге була. Ул, сарациндар баҫҡандан һуң, йәшәүҙән туҡтай.

Сарациндар ҡаланы емергәндән һуң, ҡала биләмәһе ташлана, ҡала көнсығышҡа табан — хәҙерге Неттуноға шыла. Яңырыу дәүерендә Анцио эргәһендә Альдобрандини (Фраскати) һәм Боргезе ғаиләләренең виллалары төҙөлә. Яҡынса 1479 йылда Анциолағы Нерон һарайы емереклектәрендә Аполлон статуяһы табыла. Был статуя, 1506 йылда папа Юлий II бойороғо буйынса Ватикандың Бельведер баҡсаһына ҡуйыла. Папа Иннокентий XII 1698 йылда археологик зонанан көнсығышҡа табан яңы порт төҙөй башлай. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Римды алыу маҡсаты менән был портҡа союздаштар төшөрөлә (ҡарағыҙ: Анцио-Неттун операцияһы).

Халыҡ динамикаһы:

  • Хосе Гальегос-и-Арноса — испан рәссамы-импрессионист.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коммуна хакимиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]








ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%90%D0%BD%D1%86%D0%B8%D0%BE

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy