Content-Length: 251246 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A0%D0%B5%D0%B9%D0%BD

Рейн — Википедия Эстәлеккә күсергә

Рейн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рейн
нем. Rhein, фр. Rhin, нидерл. Rijn
Вид на Лорелей — скалу, образующую самое узкое и опасное место в среднем течении Рейна.
Вид на Лорелей — скалу, образующую самое узкое и опасное место в среднем течении Рейна.
Характеристика
Оҙонлоғо 1233 км
Бассейн 185 000 км²
Һыу сығымы 2200 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Тома
 · Урынлашыуы Альптар
 · Бейеклеге 2412 м
 · Координаталар 46°37′57″ с. ш. 8°40′29″ в. д.HGЯO
Тамағы Төньяҡ диңгеҙе
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 51°47′47″ с. ш. 3°50′54″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 1,96 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Төньяҡ диңгеҙе

Илдәр Швейцария Швейцария, Лихтенштейн Лихтенштейн, Австрия Австрия, Германия Германия, Франция Франция, Нидерланд Нидерланд
Рейн (Көнбайыш Европа)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Рейн Викимилектә

Рейн (нем. Rhein [ʀaɪ̯n], франц. Rhin [ʀɛ̃], нидерл. Rijn [rɛi̯n], өҫкө ағымында Тәүге Рейн) — Көнбайыш Европалағы ҙур йылға Төньяҡ диңгеҙенә ҡоя. Алты дәүләт биләмәһенән ағып үтә: Швейцария, Лихтенштейн, Австрия, Германия, Франция, Нидерланд.

Йылғаның оҙонлоғо 1233 км[1]. 2412 м бейеклектән Альп тауҙарынан баш ала. Бассейн майҙаны яҡынса 185 мең км².

Атаманың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғының атамаһын боронғо герман телендәге *Rīnaz һүҙе менән бәйләйҙәр. Немец, нидерланд, инглиз телдәрендәге йылға исемдәре ҡушыла. Франк теле аша француз һәм испан телдәрендәге йылға исеме алынған. Һинд-европа телендә йылға исеме *Reynos, тамыры *rey- «ағырға, йүгерергә»[2], инглиз телендә run, river, русса река, рой, ринуться, реять. Кельтс/гал телдәрендәге йылға исеме һинд-европа һәм герман сығанаҡтарынан барлыҡҡа килгән. Гидронимды йыш ҡына Италиялағы Рено йылғаһы исеме менән сағыштыралар[3]. Латин телендәге Rhēnus һәм боронғо грек телендәге Ρήνος (Rhēnos) кельт формаһынан алынған, сөки кельт теленә хас булған -ei- → -ē- үҙгәреше бар.

Рейн йылғаһы бассейны

Альп тауҙарында баш ала, Боден күле, Юра һәм Шварцвальд тауҙары аша аға, артабан Юғары Рейн уйһыулығында ағымын дауам итә. Урта ағымы Рейн Сланец тауҙарында, түбәнге ағымы Урта Европа тигеҙлегенең Түбәнге Рейн уйһыулығында аға. Түбәнге ағымында йылға дамбалар менән буйылған. Ҡатмарлы дельта барлыҡҡа килтереп Төньяҡ диңгеҙгә ҡоя.

Дөйөм характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушылдыҡтары: Неккар, Майн, Вуппер, Иттер, Дюссель, Рур, Илль (уң яҡтан); Аре, Мозель (һул яҡтан). Дельтаның һул яғына Маас йылғаһы ҡушыла. Юғары өлөшөндө — яҙын-йәйен ташҡындар була, урта һәм түбәнге өлөшө йыл әйләнеһенә тулы һыулы. Уртаса һыу сығымы 2500 м³/с, йыллыҡ ағымы яҡынса 80 км³. Рейндың юғары ағымында, Швейцарияның Шфхаузен кантонында, Нойхаузен ҡалаһы янында, Рейн шарлауында урынлашҡан. Исландиялағы Деттифосс һыу алыу менән бер рәттән, Рейн шарлауығы Европала иң ҙур һыу ятҡылығы булып тора. Рейн шарлауығының бейеклеге — 23 метр, киңлеге — 159 м[4]. Базель ҡалаһынан Боден күленә тиклем 953 км йылға суднолар йөрөгә яраҡлы. Рейн — Көнбайыш Европаның туңмай торған мөһим транспорт магистрале. Рейн йылғаһы бассейнының дөйөм суднолар йөрөшлө оҙонлоғо 3450 км.

Рейн каналдар менән Рона, Марна, Везер, Эльба йылғаларына тоташҡан.

Рейн буйындағы ҡалалар: Арнем (Нидерланды), Дюссельдорф, Кёльн, Бонн, Висбаден, Майнц, Мангейм, Вормс, Карлсруэ, Кобленц, Леверкузен, Нойс, Крефельд, Дуйсбург, Людвигсхафен-на-Рейне (Германия), Страсбург (Франция), Базель (Швейцария), Вадуц (Лихтенштейн).

Рейн йылғыһында утрауҙар: Альтена.

Рейн Европала иң оҙон йылғаларҙың береһе булып тора. 1932 йылға тиклем Рейн йылғаһының оҙонлоғо 1230 км (764 миль) тип иҫәпләгәндәр. Әммә 1932 йылда немец энциклопедияһы Lexikon Knaurs 1320 километр оҙонлоғонда (820 миль) тип хата ебәргән. Был хата Брокгауз абруйлы энциклопедияһында ла баҫылып сыҡҡан һәм дөйөм ҡабул ителгән, артабан бихисап дәреслектәрҙә һәм рәсми баҫмаларҙа сағылыш тапҡан. Хата 2010 йылда табылған[5][6].

1986 йылдың 1 ноябрендә Европала иң ҙур экологик һәләкәттәрҙең береһе — Швейцарияның Базелала үткән «Sandoz» фирмаһының химия заводында 30 тонна пестицидтар, терегөмөш һәм башҡа ауыл хужалығы химикаттары йылғаға аға. Рейн ҡыҙыл төҫкә керә, йылға районында йәшәүселәргә өйҙән сығыу тыйыла, ФРГ-ның ҡайһы бер ҡалаларында һыу үткәргестәр ябыла. 10 көн дауамында бысраҡ һыу Төньяҡ диңгеҙгә етә. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер баһалар буйынса ярты миллион балыҡ һәләк булә, ҡайһы бер төрҙәре тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

Йәмәғәтселектең әүҙем реакцияһынан һуң 1987 йылда 2000 йылға тиклем иҫәпләнгән «Эшмәкәрлек программаһы — Рейн» ҡабул ителде. Икенсе төрлө ул «Һөмбаш 2000» тип атала ине, сөнки ошо ваҡытҡа һөмбаш балығының йылғаға әйләнеп ҡайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйылған. Һөҙөмтәлә властарҙың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йылғаға ташлаған нитраттар һәм фосфорҙар һаны 50 процентҡа кәмегән, ә ҡайһы бер бысраҡтарҙың кәмеүе 80-ҙән 100 процентҡа тиклем тәшкил иткән. Һөмбаш балығы 3 йылға иртәрәк, 1997 йылда йылғаға әйләнеп ҡайтҡан.

Ағымдағы «Рейн-2020» программаһы һыуҙы һыу инерлек итеп таҙартыуға йүнәлтелгән.

Тарихы һәм мәҙәниәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. I быуатта Боронғо Рим Рейндың кельттар һәм боронғо германдар йәшәгән көнбайыш ярын буйһондора. Боронғо Рим өсөн Рейн империя сиге булған, ә римлеләр Рейн ярҙарында беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған ҡалаларға әйләнгән нығытмалар төҙөгән: Кельн (б.э.т. 38 йыл), Бонн (беҙҙең эраға тиклем 11 йыл), Висбаден (беҙҙең эраға тиклем 77 йыл), Вормс (б.э.т. 14 йыл), Кобленц (беҙҙең эраға тиклем 55 йыл), Констанц (беҙҙең эраға тиклем 59 йыл), Майн (б.э.т. 13 йыл), Страсбург (беҙҙең эраға тиклем 10 йыл), Трир (б.э.т. 16 йыл), Базель (б.э.т. 15 йыл)[7].

Һуңынан, Франск дәүләте заманында, Рейн мөһим сауҙа юлына әүерелә. Унан түбәнгә — төньяҡҡа ҡарай көнсығыш тауарҙары һәм итальян продукцияһы, ә үргә — көньяҡҡа ҡарай Англиянан аҡ ҡурғаш, баҡыр һәм йөн, голланд туҡымаһы, немец көмөшө, ҡорал ташыла. Кельн VIII быуатта Рейнда төп сауҙа ҡалаһы була[7].

1254 йылда Нидерландтан Базелгә тиклем 70 сауҙа ҡалаһын берләштергән Рейн ҡала союзы ойошторола[7].

Алғы планда — Пфальцграфенштайн замогы, артҡы планда — Гутенфельс замогы.

Әммә ун алтынсы һәм ун етенсе быуаттарҙа Бөйөк географик асыштар Рейн төбәгенең иҡтисади бөлгөнлөккә төшөүенә сәбәпсе була, сөнки халыҡ-ара сауҙа яйлап Европа континентынан диңгеҙ юлдарына күсә.

Тик ун туғыҙынсы быуатта ғына Рейн төбәгенең иҡтисади әһәмиәте тағы ла арта, сөнки Сәнәғәт революцияһы Лоррейнда сығарылған тимер мәғдәне һәм Саарҙа һәм Рур районында сығарылған күмергә ҙур ихтыяж тыуҙыра. Үрге Рейн үҙәнен турайтыу буйынса гидротехник эштәр башҡарыла, һөҙөмтәлә Рейн Базель ҡалаһынан алып Роттердамға тиклем суднолар йөрөй башлай. Төньяҡ диңгеҙгә сығыу мөмкин була[7].

Ләкин был проекттың кире эҙемтәһе шунда: Киптерелгән һаҙлыҡ урынында ауыл хужалығында ҡулланыуға яраҡлы ерҙәр барлыҡҡа килгән. Ләкин был проекттың кире эҙемтәһе шунда: Үрге Рейндың төҙәтелгән каналында ағымдың тиҙләнеүе һыу баҫыу хәүефен арттыра. Бынан тыш, күп балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү урындары, һыубаҫар туғай урмандарында оялаған ҡоштарҙың һәм бөжәктәрҙең күп төрҙәре юҡҡа сыға[8].

Рюдесхайм менән Кобленец араһындағы Урта Рейн буйҙарында донъяла иң күп урта быуат һарайҙары һаҡланған. 2002 йылда Урта Рейн үҙәне ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[9].

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Страсбургта Рейн һарайы, Рейнда навигация буйынса Үҙәк комиссияның штаб-фатиры

1815 йылда Вена конгресы ҡарары менән Рейнда навигация буйынса Үҙәк комиссия булдырыла. Ул бөгөнгө көнгә тиклем булған иң боронғо халыҡ-ара ойошма. Уның составына Нидерланд, Бельгия, Германия, Франция һәм Швейцария инә. Рейнда суднолар йөрөшө 1868 йылда Рейнда навигация тураһындағы Мангейм конвенцияһы менән көйләнә. Рейнды бысраныуҙан һаҡлау буйынса Халыҡ-ара комиссия 1950 йылда, Рейн бассейны гидрологияһы буйынса Халыҡ-ара комиссия 1970 йылда ойошторола. 1976 йылда Рейнды хлор менән бысраныуҙан һаҡлау буйынса конвенцияға ҡул ҡуйыла[10][11][12].

  1. «Рейн стал короче на 90 километров» — Lenta.ru (29.03.2010)
  2. Rhine (ингл.). Online Etymology Dictionary. Douglas Harper (November 2001). Дата обращения: 10 февраль 2009.
  3. Johannes Hoops, Reallexikon der germanischen Altertumskunde, Volume 24
  4. Rheinfall (нем.). — Официальный сайт Рейнского водопада. Дата обращения: 2 март 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  5. Schrader, Christopher; Uhlmann, Berit Der Rhein ist kürzer als gedacht – Jahrhundert-Irrtum (нем.) (недоступная ссылка — история). sueddeutsche.de (28 март 2010). Дата обращения: 27 март 2010. Архивировано 30 май 2012 года. 2010 йыл 31 март архивланған.
  6. Rhine River 90km shorter than everyone thinks (ингл.). The Local – Germany's news in English (27 март 2010). Дата обращения: 9 апрель 2010. Архивировано 30 май 2012 года.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Гражданкин А. С. Роль реки Рейн в формировании пространственной структуры экономики стран Европы (I век до нашей эры — XIX век) // Балтийский регион. — 2012. — № 2. — С. 129—139.
  8. Укрощение строптивого Рейна. germania-online.diplo.de. Дата обращения: 3 август 2022.
  9. Замки Рейна: путешествие в немецкое Средневековье. germania-online.diplo.de. Дата обращения: 3 август 2022.
  10. ТРАНСГРАНИЧНЫЕ ВОДНЫЕ РЕСУРСЫ: СОВМЕСТНОЕ ИСПОЛЬЗОВАНИЕ. www.cawater-info.net. Дата обращения: 29 декабрь 2022.
  11. Современные принципы правового регулирования судоходства на международных реках Европы. cyberleninka.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2022.
  12. Международное сотрудничество по реке Рейн. unece.org. Дата обращения: 29 декабрь 2022.
  • Географический энциклопедический словарь. Москва, 1986.



Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ









ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A0%D0%B5%D0%B9%D0%BD

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy