Content-Length: 184826 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D3%98%D0%BD%D2%AF%D3%99%D1%80_%D0%A5%D0%BE%D0%B4%D0%B6%D0%B0

Әнүәр Ходжа — Википедия Эстәлеккә күсергә

Әнүәр Ходжа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әнүәр Хәли Ходжа
алб. Enver Halil Hoxha
Әнүәр Хәли Ходжа
Албания хеҙмәт партияһы Үҙәк комитетының Беренсе секретары
8 ноябрь 1941 — 11 апрель 1985
Алдан килеүсе: вазифа бөтөрөлгән
Дауамсы: Рәмиз Әлий
Флаг
Флаг
Албания Министрҙар Советы Рәйесе
Флаг
Флаг
1 ғинуар 1946 — 23 июль 1954
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған
Дауамсы: Мәхмәт Шеху
Флаг
Флаг
Албанияның Сит ил эштәре министры
Флаг
Флаг
22 март 1946 — 23 июль 1953
Алдан килеүсе: Омер Нишани
Дауамсы: Бехар Штюла
Флаг
Флаг
Албанияның Милли оборона министры
1944 — 1953
 
Дине: (атеист)
Тыуған: 16 октябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Гирокастра, Ғосман империяһы
Үлгән: 11 апрель 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (76 йәш)
Тирана, Албания Халыҡ Социалистик Республикаһы
Ерләнгән: Мемориальное кладбище «Павших героев нации» в Тиране, в мае 1992 года перезахоронен на общественном кладбище на окраине Тираны[1]
Ҡатыны: Неджимие Руфи
Балалары: Илир Ходжа, Сокол Ходжа, Пранвера Ходжа
Партия: 1) Француз коммунистар партияһы
2) Бельгия коммунистар партияһы
3) Албания хеҙмәт партияһы (с 1941)
Белеме: 1) Монпелье университеты
2) Марксизм-ленинизм институты
3) Мәскәү сит телдәр институты
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 19391985
Принадлежность: Албания Албания
Ғәскәр төрө: Партизан
Звание: Армия генералы
Командир булған: Албанияның Милли-азатлыҡ армияһы
Албания Ҡораллы Көстәре
Бәрелештәр: Икенсе донъя һуғышы
 
Автограф:
 
Наградалары:
Ленин ордены Орден Суворова I степени  — 9.8.1947

Әнүәр Хәли Ходжа (алб. Enver Halil Hoxha; 16 октябрь 1908 йыл, Гирокастра, Ғосман империяһы — 11 апрель 1985, Тирана, Албания Халыҡ Социалистик Республикаһы) — Албанияның сәйәси эшмәкәре, социалистик Албанияның 19441985 йылдарҙағы ғәмәлдәге етәксеһе. Албанияның Халыҡ Геройы.

Албания хеҙмәт партияһы Үҙәк комитетының Беренсе секретары (1941—1985), илдең Министрҙар Советы Рәйесе (1946—1954), Сит ил эштәре (1946—1953) һәм Оборона министры (1944—1953), бер үк ваҡытта Албания Ҡораллы Көстәренең Баш главнокомандующийы вазифаларын биләй (1944—1985)[2].

Әнүәр Ходжаның ҡырҡ йылдан артыҡ хакимлек итеү осоронда ил иҡтисадын, мәғарифын һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүҙә уңыштарға өлгәшелә. Эҙмә-эҙлекле сталинсы булараҡ, ул эске сәйәсәттә ҡаты методтар ҡуллана: сәйәси оппозиция баҫтырыла һәм етәкселек итеүсе партия ағзалары араһындағы лояллеккә шик тыуғандар юҡ ителә. Йәшерен сәйәси полиция Сигурими — Дәүләт именлеге директораты эшләй.

Власҡа килгәнсе тормош юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гирокастрала Ә. Ходжаның бала сағы үткән йорт (хәҙер музей)

Ходжа 1908 йылдың 16 октябрендә ул ваҡытта Ғосман империяһы составына ингән Албанияның көньяғында урынлашҡан Гирокастра тигән ҙур булмаған (халҡы 2004 йылда 22,8 мең кеше) ҡалала тыуған.

1926 йылда башланғыс мәктәпте, 1930 йылдың йәйендә Корча ҡалаһындағы лицейҙы тамамлай. Музыка менән мауыға, шиғырҙар яҙа, диспуттар һәм әҙәби кисәләр ойоштора. 25 йәшенә француз һәм төрөк телдәрен үҙләштереп өлгөргән Әнүәр матбуғатта баҫыла һәм Маркс, Энгельс һәм Ленин хеҙмәттәре менән таныша башлай.

1930 йылдың октябрендә Ходжа Францияның көньяғында урынлашҡан Монпельет ҡалаһы университетының тәбиғи фәндәр факультетына уҡырға инә, дәүләт стипендияһы ала, әммә тиҙҙән вуздан ҡыуып сығарыла. Партия тарихнәмәһе буйынса — социалистик идеяларға бирелгәнлеге өсөн. 19341936 йылдарҙа Албанияның Брюсселдәге консуллығында секретарь булып эшләй, урындағы университетта хоҡуҡ фәне өйрәнә һәм студенттарҙың албан революционеры Лазар Фундо етәкләгән түңәрәгенә йөрөй.

Энвер Ходжа 18 йәшендә

Ходжа Франция коммунистар партияһының албан секцияһы һәм коммунистик хәрәкәттең Марсель Кашен, Морис Торез, Анри Барбюс һәм Луи Арагон кеүек күренекле эшмәкәрҙәре менән таныша. Франция коммунистарының гәзите «Юманите» менән хеҙмәттәшлек итә, албан телендәге коммунистик бюллетенде мөхәррирләй. Ул Сталин һәм ВКП(б) эшмәкәрлеге менән һоҡлана, Албанияға нәҡ шундай партия кәрәк тип һанай. Әнүәр Сталиндың мөһим телмәрҙәрен, большевиктар партияһы ҡарарҙарын, Коминтерн лидерҙары сығыштарын албансаға тәржемә итә. Франция коммунистар партияһы ағзаһы булған Әнүәр Ходжа 1935—1936 йылдарҙа Бельгияла була һәм унда Бельгия коммунистар партияһы сафына инә, уның матбуғатында баҫыла.

Үҙенең мәҡәләләрендә троцкистарҙы, бухаринсыларҙы һәм «албан монархо-фашистарын» (Зогу режимы) тәнҡитләй. Коминтерндың грек һәм итальян секциялары Ходжаға Албаниялағы үҙ коммунистик партияһын ойошторорға ынтылған коммунистик подполье менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итә.

1936 йылдың яҙында Әнүәр Албанияға ҡайта һәм Корчала француз теле уҡыта башлай. Уны урындағы һәм Тираналағы коммунистик төркөмдәрҙең етәксе составына һайлайҙар, ә үҙенең тыуған ҡалаһы Гирокастрала шундай төркөм башында тора.

1938 йылда Корча коммунистары башлығы А. Кельменди Париж дауаханаһында үпкә сиренән вафат була. Коминтерндың грек һәм француз секциялары яҡлауы һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре Георгий Димитровтың шәхсән булышлығы менән ошо төркөмдө етәкләй.









ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D3%98%D0%BD%D2%AF%D3%99%D1%80_%D0%A5%D0%BE%D0%B4%D0%B6%D0%B0

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy