Content-Length: 133686 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%83%D0%B7%D0%B0

Суза — Википедия Эстәлеккә күсергә

Суза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элам дәүләте (ҡыҙыл менән күрһәтелгән) һәм күрше биләмәләр
Шушы (Суза), Даниил пәйғәмбәр төрбәһе
Сузала Дария һарайындағы ҡанатлы сфинкс.
Сузала Даниил пәйғәмбәр төрбәһе

Суза (фарс. شوش (Šuš) — Шуша, йәһ. שושן‎ — Шушан) — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Ирандың хәҙерге Хузистан провинцияһы биләмәһендә урынлашҡан. Б.э.т. III—I мең йыллыҡтарҙа Элам дәүләтенең баш ҡалаһы.

Б.э.т. VI—IV быуаттарҙа Сузиана үҙәге, Әһәмәниҙәр дәүләтенең баш ҡалаһы. Б. э. т. III быуаттан — б.э. III быуатына тиклем Парфия батшалығының баш ҡалаһы. III—VII быуаттарҙа Сәсәниҙәр дәүләтендә баш ҡала.

Бер фараз буйынса был урындарҙа күпләп үҫкән ләләләр исеменән ҡала атамаһы барлыҡҡа килгән (ләлә сәскәһе элам телендә — сусан йәки шушун).

Кеше йәшәгән иң тәүге осор б. э. т. 7 меңйыллыҡ тип билдәләнә. Ҡаҙыныу эштәре барышында б.э.т. 5 меңйыллыҡҡа ҡараған рәсем төшөрөлгән керамика табылған. Даими рәүештә йәшәлгән тораҡтар Б. Э.Т 7 — 4 меңйыллыҡтарҙа барлыҡҡа килгән.

Сузала колонна

Суза ҡалаһы Элам дәүләтенең баш ҡалаһы булараҡ танылыу ала. Ҡала боронғо шумер документтарында ла телгә алына. Энмеркар һәм Арат хакимы әҫәрҙәрендә ҡала Урук ҡурсалаусыһы Инанна алиһәһенә бағышлана тип яҙылған. Элам аллаһы Иншушинак Сузаның ҡурсалаусыһы була.

Аккада батшаһы Саргон Аккад Сузаны (Шуша) Аккад империяһына ҡуша, был ваҡыға Б. э. т. 2330 йылда булған тип билдәләнә. Элам хакимы Кутик-Иншушинак Сузаны азат итеү өсөн ихтилал күтәргәнгә тиклем, ҡала Б. э. т. 2240 йылға тиклем Аккаданың провинциаль баш ҡалаһы булып иҫәпләнә.

Яңы Шумер дәүерендә Сузаны өсөнсө Ур династияһы яулап ала, б.э.т. 2004 йылда элам батшаһы Киндатту Ур ҡала-дәүләтен баҫып ала һәм Сузаны үҙенең баш ҡалаһына әйләндерә.

Б.э.т. 1175 йылда Шутрук-Наххунте етәкселегендә эламлылар вавилон храмдарын талай, Хаммурапи ҡанундары яҙылған стеланы урлап Сузаға алып киләләр. Вавилон батшаһы Навуходоносор I 50 йылдан һуң был ваҡығаға үс итеп Сузаны емерә.

Суза Юбилей китабында (дини китап) батша Шем һәм улы Элам хакимлек иткән урын тип телгә алына. Ә Сусан Эламдың улы (бәлки ҡыҙы) булараҡ телгә алына.

Ашурбанипал ҡалаһының емерелеүе

Б. э. т. 668 йылғы Суза өсөн һуғышта батша Ашурбанипал эландарҙы еңә. Ҡала тулыһынса талана һәм яндырыла. Батша Ашурбанипал маҡтанып яҙған стеналар һәм стелалар һаҡланған. Элам ҡалаһы 10 йылдан һуң бөтөнләй юҡҡа сыға.

Бөйөк Кир ҡаланы б.э.т. 538 йылда баҫып ала. Уның улы Камбиз II баш ҡаланы Сузаға күсерә. Дарий I өсөн яһалма тауҙа эшләнгән боронғо элам һарайҙары бик тар була, ул уны үҙенсә үҙгәртә. Артаксерксе I хакимлығы дәүерендә ҡала яна, йөҙ йыл үткәс, Артаксерксе II хакимлығы осоронда яңынан төҙөлә.

Суза бер нисә тапҡыр Иҫке Ғәһедтә Ктувим (Писания) бүлегендә телгә алына, шулай уҡ Есфирь, Неемия, Даниил китаптарында ҡала телгә алына.

Б.э.т. 331 йылда Искәндәр Зөлҡәрнәй Фарсы империяһын юҡҡа сығара, был ваҡиғанан һуң ҡала әһәмиәтен юғалта.

Парфия һәс Сәсәниҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфиялылар йөҙ йылдан һуң Селевкидтарҙан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Сузаны яңынан баш ҡала итеп төҙөйҙәр.

116 йылда рим императоры Траян Сузаны яулап ала, әммә рим империяһында сыуалыштар булыу сәбәпле ҡаланы һаҡлап ҡала алмай.

Ҡаланы икенсе тапҡыр 638 йылда мосолмандар емерә. Өсөнсө тапҡыр ҡаланы 1218 йылда монголдар емерә. Был бәрелештәрҙән һуң ҡала ташлындыҡ хәлдә ҡала.

Сузала француз ҡәлғәһе, XIX быуат

Суза (Шуша) хәҙерге көндә 65 меңгә яҡын кеше йәшәгән ҡала (2005 йыл), ҡалала шиғый мосолмандар һәм пәйғәмбәр Даниил общиндағы фарсы йәһүдтәре йәшәй. Морган Жак экспедицияһы хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлеге һәм археологик табылмаларҙы һаҡлау өсөн тәҙөлгән француз «археологик ҡәлғәһе» ҡаланың иң билдәле ҡорамы булып һанала.

Археологик тикшеренеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1836 йылда Роулинсон Генри һәм һуңынан Лэйярд Генри Остин боронғо ҡала биләмәһен тикшерә.

1851 йылда Уильямом Лофтусом (инг.)баш. ҡаҙыныу эштәрен башҡара. Ул яҙма сығанаҡтарҙағы Суза менән бәйлелек таба. 1885—1886 йылдарҙа Огюст һәм Жанна Дьелафуа Сузала ҡаҙыныу эштәрен башлай.

1970 йылдарҙа Жанна Перро етәкселегендә ҡаҙыныу эштәре яңынан тергеҙелә һәм Иранда ислам революцияһына тиклем дауам ителә.

Артабанғы ун йыллыҡта археологик ҡаҙыныу урыны рөхсәтһеҙ ҡаҙыныу һәм урындағы властарҙың хужалыҡ эшмәкәрлеге үткәреү сәбәпле ҙур зыян күрә[1].









ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%83%D0%B7%D0%B0

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy