Content-Length: 216507 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A4%D0%BE%D0%BC%D0%B0_%D0%90%D0%BA%D0%B2%D0%B8%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9

Фома Аквинский — Википедия Эстәлеккә күсергә

Фома Аквинский

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фома Аквинский
Thomas Aquinas
Тыуған көнө

1225({{padleft:1225|4|0}})

Тыуған урыны

Рокка Секка, Италия

Вафат көнө

1274({{padleft:1274|4|0}})

Вафат булған урыны

Фоссанова, Италия

Фома́ Аквинский (йәки Фома Аквинат, Томас Аквинат, лат. Thomas Aquinas, итал. Tommaso d'Aquino, рус. Фома́ Акви́нский; 12251274) — урта быуаттар теологы һәм философы, монах-доминиканлы (1244 йылдан алып)[1], томизмға нигеҙ һалыусы[2]. Католик сиркәүе тарафынан изге тип ҡанунлаштырылған, ортодоксаль схоластикаһын системалаштырыусы, Сиркәү мөғәллимы, Doctor Angelicus, Doctor Universalis, «princeps philosophorum» («князь философов»), томизмға нигеҙ һалыусы, доминикан ордены ағзаһы; 1879 йылдан христиан тәғлимәтен (атап әйткәндә, Блаженный Августин идеяларын) Аристотель фәлсәфәһе менән бәйләгән иң абруйлы католик дини философы тип таныла. Ул Алла барлығына биш дәлил формулировкалаған. Тәбиғи тормоштоң һәм кеше аҡылының сағыштырмаса бойондороҡһоҙлоғон танып, тәбиғәт — мәрхәмәтлек, аҡыл — иман, фәлсәфәүи белем һәм тәбиғи теология Аллаһы Тәғәләнең мөғжизәле китабы менән тамамлана, тип раҫлай.

Фома 1225 йылда Рокказекка ҡәлғәһендә тыуа, граф Аквинский Ландольфтың етенсе улы була. Фоманың әсәһе Теодора бай неаполитан ғаиләһенән сыҡҡан. Атаһы, ахыр сиктә, улының уларҙың ғаилә замогы эргәһендә урынлашҡан Монтекассинолағы Бенедикт монастырының аббаты булырын теләй. 5 йәшендә Фома Бенедикт монастырына ебәрелә, унда ул туғыҙ йәшенә тиклем йәшәй. 1239 йылдан 1243 йылға тиклем Неаполь университетында уҡый. Унда ул доминикан орденына инә, әммә уның туғандары уның әлеге ҡарарына ҡаршы сығалар һәм Фоманы ике йылға Сан-Джовани ҡәлғәһенә бикләп ҡуялар. 1245 йылда иреккә сыҡҡандан һуң, ул доминикан ордынының монах антын ҡабул итә һәм Париж университетына уҡырға инә. Унда Аквинский Бөйөк Альберттың шәкерте була. 1248—1250 йылдарҙа Фома Кельн университетында уҡый, унда уҡ уҡытыусыһы артынан күсеп китә. 1252—1259 йылдарҙа Парижда уҡыта. 1259 йылда уны папа Урбан IV Римға саҡыртып ала. Артабан ун йыл дауамында Италияла уҡыта, бер үк ваҡытта философия-дини хеҙмәттәрен яҙа. 1269 йылда Парижға әйләнеп ҡайта һәм Аристотелде ғәрәп тәржемәселәренән «таҙартыу» өсөн һәм ғалим Брабант Сигерға ҡаршы көрәш алып бара. 1274 йылдың башында Фома Аквинский Фоссанов монастырында вафат була. Францияның Тулуза ҡалаһында ерләнгән.

Тарихи-фәлсәфәүи сығанаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наибольшее влияние на философию Фомы оказал Аристотель, в значительной мере творчески переосмысленный им; Фома фәлсәфәһенә иң ҙур йоғонтоно Аристотель яһай, әммә Фома уны ижади яҡтан яңынан тергеҙә; шулай уҡ неоплатонистарҙың, грек һәм ғәрәп комментаторҙары Аристотель, Цицерон, Әбүғәлисина, һәм башҡа күп кенә аҡыл эйәләренең йоғонтоһо һиҙелә.

Super Physicam Aristotelis, 1595

Фома Аквинский хеҙмәттәре:

  • темаларҙың киң спектрын үҙ эсенә алған сумма жанрындағы ике ҙур трактат, — «Теология суммаһы» һәм «Мәжүсиҙәргә ҡаршы сумма» («Философия суммаһы»)
  • теология һәм философия мәсьәләлер буйынса дискуссия («Дискуссия мәсьәләләре» һәм «Төрлө темаларға мәсьәләләр»)
  • комментарийҙар:
    • Библияның бер нисә китабына
    • Аристотелдең 12 трактатына
    • Петр Ломбардский «сентенциялары»
    • Боэций трактаттарына
    • Псевдо-Дионисий трактаттарына
    • анонимлы «Книгу о причинах» китабына
  • фәлсәфәүи һәм дини темаларға бер нисә ҙур булмаған әҫәр
  • алхимия тураһында бер нисә трактат
  • ғибәҙәт өсөн шиғри текстар, мәҫәлән, «Этика» эше

«Дискуссия мәсьәләләре» һәм «Комментарийҙар» уның уҡытыу эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килә, ул шул ваҡыттың йолаларына ярашлы комментарийҙар менән оҙатылып барған абруйлы текстарҙы уҡыуҙы һәм диспуттарҙы үҙ эсенә ала.

Фома Аквинат идеялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Super libros de generatione et corruptione

Теология һәм фәлсәфә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фома Аквинат теологияны һәм фәлсәфәне айырҙы. Теологияның төп предметы — аҡыл дөрөслөғө, фәлсәфәнең — яңылыҡ асыу.

Фәлсәфә теологияға буйһона. Теология халыҡҡа аңлатыу өсөн фәлсәфәнән мәғлүмәт алырға мәжбүр.

Аристотельден 4 дөрөслөғө айырыла: тәжрибә (empeiria), cәнғәт (techne), белем (episteme), ҡатмарлылыҡ (sophia).

Фома Аквинат идеяларында ҡатмарлылыҡ иркән, ситтә тора. Фома Аквинат идеялар буйынса ҡатмарлылыҡ — тәңрә тураһында юғары белем. Фома Аквинат идеяларында ҡатмарлылыҡ 3 бүленә:

  • имәнлек ҡатмарлылығы;
  • иман ҡатмарлылығы;
  • метафизика ҡатмарлылығы;

Фома Аквинат буйынса бер-нисә дөрөҫлөктәр кеше аҡылы аңла ала (тәңре бер булыуы, тәңрә булыу), икенсе дөрөҫлөктәрҙе аңламай (яңынан тыуыу, өҫ берҙәмлек). Ошо нигеҙҙән теология илаһи (кеше аҡылы аңла алмай) һәм рациональ (кеше аҡылы аңла ала) була.

Фома Аквинат буйынса фән һәм иман үҙ үҙенә ҡаршы тора алмай. Ҡатмарлылыҡ — тәңрәне аңлау ынтылышы, фән — тәңрәне аңлау ынтылышына ярҙамсы ҡорал.

Ысынбарлыҡ тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фома Аквитант ысынбарлыҡты 2 бүлә:

  • ысынбарлыҡ
  • буйһонған ысынбарлыҡ

Материя һәм форма тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә һынлы нәмәнең асылы форма менән материяның берҙәмлегендә ята. Фома Аквинский, Аристотель кеүек үк, материяны пассив субстрат тип, ә формаһы арҡаһында ғына әйбер билдәле бер төр һәм күренеш ала тип һанай.

Шулай итеп, «әйбер» сикле матдилыҡта рухи үҙенсәлекте сағылдырған билдәле бер форманы ала. Форманың камиллығы Алланың үҙенең оҡшашлығы булараҡ ҡарала.

Кеше һәм уның йәне тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешенең индивидуаллеге — йән менән тәндең шәхси берҙәмлеге.

Йән — кеше тәненең йән биреүсе көсө; ул матди түгел һәм үҙаллы; ул — үҙенең бөтөнлөгөн тән менән берҙәмлектә генә тапҡан субстанция, обретающая свою полноту лишь в единстве с телом, шуның арҡаһында ғына кәүҙә үҙ үҙ әһәмиәтлелегенә эйә булып кешегә әүерелә. Тән менән йән берҙәмлегендә уйҙар, хис-тойғолар, маҡсаттар тыуа. Кешенең йәне үлемһеҙ.

Фома Аквинский, йәне менән Аллаһы Тәғәләне таныған, аңлаған тән (кәүҙә) камил була, тип һанай. Кеше тормошоноң һуңғы маҡсаты — үлгәндән һуң Алла хозурында бәхеткә өлгәшеү.

Кеше бөтә тереклек һәм фәриештәләр араһында тора. Тәнле заттар араһында ул — юғары зат, уны аҡыллы йән һәм ихтыяр ирке айырып тора. Ихтыяр ирке арҡаһында ул үҙ ғәмәлдәре өсөн яуаплы. Азатлығының нигеҙе — тәрән аҡыллылыҡ.

Кеше хайуандар донъяһынан белемгә ынтылыуы һәм шуның нигеҙендә ирекле аңлы һайлау һәләте менән айырыла: нәҡ аҡыл һәм ихтыяр ирке ысын мәғәнәһендә кеше ғәмәлдәрен үтәү өсөн нигеҙ булып тора. Кешенең ике һәләте араһында (интеллек һәм иххтыяр көсө) интеллект өҫтөнлөклө позицияла. Кешенең үҙ тырышлығы менән бер рәттән изгелек ҡылыу ҙа Аллаһ мәрхәмәтен талап итә, ул кеше тәбиғәтенең үҙенсәлеген юҡҡа сығармай, уны камиллаштыра ғына. Шулай уҡ донъя менән илаһи идара итеү һәм бөтә ваҡиғаларҙың алдан күреү һәләте һайлау азатлығын да инҡар итмәй: Аллаһ, иң юғары сәбәп булараҡ, икенсел сәбәптәрҙең, шул иҫәптән кире әхлаҡи эҙемтәләргә килтереүсе сәбәптәрҙең үҙ аллы эш итеүенә юл аса, сөнки Аллаһ бойондороҡһоҙ агенттар тыуҙырған яуызлыҡты яҡшылыҡҡа әйләндерергә һәләтле.

Танып белеү тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фома Аквинский, универсалийҙар өс йәһәттән булған, тип иҫәпләй:

  • «әйберҙәргә тиклем», (Аллаһ аңында киләсәк нәмәләрҙе күҙ алдына килтереү)
  • «әйберҙәрҙә», тормошҡа ашырып
  • «әйберҙәрҙән һуң» — абстракция һәм дөйөмләштереү операциялары һөҙөмтәһендә кеше фекерләүендә (номинализм, концептуализм)
    Беноццо Гоццоли. Изге Фома Аквинскийҙың тантанаһы. 1471. Лувр. Париж

Фома Аквинский үҙе Аристотель гилеморфизмына ҡараған уртаса реализм позицияһын биләй.

Аристотель артынан Аквинский пассив һәм әүҙем интеллектты айыра.

Фома Аквинский тәғлимәтен ҡабул итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тулузала якобиттар монастырындағы Фома Аквинский ракаһы

Фома Аквинскийҙың тәғлимәте, традиционалистарҙың ҡайһы бер ҡаршылығына ҡарамаҫтан, католик теологияһына һәм фәлсәфәһенә ҙур йоғонто яһай. Быға 1323 йылда Фоманың ҡанунлаштырылыуы һәм рим папаһы Лев XIII (1879) энциклопедияһында иң абруйлы католик дин белгесе тип танылыуы булышлыҡ итә. Томистик положениеларҙың бер өлөшө 1277 йылда Париж архиепискобы Этьен Тампьер тарафынан хөкөм ителә.

Фома Аквинский идеялары «Томизм» тип аталған фәлсәфәүи йүнәлеш сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Томизмдың иң күренекле вәкилдәре — Томмасо де Вио (Caetán) һәм Франсиско Суарес, улар хәҙерге заман фекере үҫешенә ниндәйҙер йоғонто яһаған.

Бер нисә быуат дауамында томас фәлсәфәһе фәлсәфә диалогында әллә ни ҙур роль уйнамай, әммә XIX быуат аҙағынан Фоманың тәғлимәте ҡабаттан киң ҡыҙыҡһыныу уята һәм актуаль фәлсәфәүи тикшеренеүҙәрҙе дәртләндерә башлай; Фоманың «неотомизм» тигән дөйөм исеме менән билдәле фәлсәфәһен әүҙем ҡулланған бер нисә фәлсәфәүи йүнәлеш барлыҡҡа килә, уға нигеҙ һалыусы булып Жак Маритайн тора.

  1. Новая философская энциклопедия. Том четвертый. Москва, 2010. С.259-261.
  2. Аверинцев С. С. Фома Аквинский // Философия: энциклопедический словарь / под ред. А. А. Ивина. М.: Гардарики, 2006. С.936-937.
Super Physicam Aristotelis, 1595
  • Аверинцев С. С. Фома Аквинский // Философия: энциклопедический словарь / под ред. А. А. Ивина. М.: Гардарики, 2006. С.936-937.
  • Бандуровский К. В. Бессмертие души в философии Фомы Аквинского. М.: РГГУ, 2011;
  • Бандуровский К. В. Критика монопсихизма Фомой Аквинским // Вестник РХГИ. 2001. № 4;
  • Бандуровский К. В. Понятие «контингентного» и проблема свободы воли у Фомы Аквинского // Историко-философский ежегодник '99. М., 2001;
  • Бандуровский К. В. Проблемы этики в «Сумме теологии» Фомы Аквинского // Вопросы философии. 1997. № 9. С.156—162;
  • Бандуровский К. В. Фома Аквинский // Новая философская энциклопедия. Том четвертый. Москва, 2010. С.259-261;
  • Бронзов А. Аристотель и Фома Аквинат в отношении к их учению о нравственности. СПб., 1884;
  • Боргош Ю. Фома Аквинский. М., 1966, 2-е изд. М., 1975;
  • Гертых В. Свобода и моральный закон у Фомы Аквинского. — «ВФ», 1994, № 1;
  • Грецкий С. В. Проблемы антропологии в философских системах Ибн Сины и Фомы Аквинского. Душанбе, 1990;
  • Дзикевич Е. А. Философско-эстетические взгляды Фомы Аквинского. М., 1986;
  • Жильсон Э. Философ и теология. М., 1995;
  • Коплстон Ф. Ч. Аквинат. Введение в философию великого средневекового мыслителя. Долгопрудный, 1999;
  • Маритен Ж. Философ в мире. М., 1994;
  • Свежавски С. Святой Фома, прочитанный заново. — «Символ» (Париж) 1995, № 33;
  • Честертон Г. Святой Фома Аквинский. — В кн.: Он же. Вечный человек. М., 1991;
  • Gilson Ε. Saint Thomas dʼAquin. Ρ., 1925;
  • Idem. Moral Values and Moral Life. St. Louis — L., 1931;
  • Grabmann M. Thomas von Aquin. Münch., 1949;
  • Sertillanger A.D. Der heilige Thomas von Aquin. Köln — Olten, 1954;
  • Aquinas: A collection of Critical Essays. L. — Melbourne, 1970;
  • Thomas von Aquin. Interpretation und Rezeption: Studien und Texte, hrsg. von W.P.Eckert. Mainz, 1974;
  • Aquinas and Problems of his Time, ed. by G.Verbeke. Leuven — The Hague, 1976;
  • Weisheipl J. Friar Thomas Aquinas. His Life, Thought, and Works. Wash., 1983;
  • Copleston F.C. Aquinas. L., 1988;
  • The Cambridge Companion to Aquinas, ed. by N.Kretzmann and E.Stump. Cambr., 1993










ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A4%D0%BE%D0%BC%D0%B0_%D0%90%D0%BA%D0%B2%D0%B8%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy