Content-Length: 103428 | pFad | http://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%98%D1%81%D1%82%D0%B8%D1%81%D2%A1%D0%B0

Истисҡа — Википедия Эстәлеккә күсергә

Истисҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Истисҡа намаҙы (ғәр. اِسْتِسْقَاء‎) — ҡоролоҡ килеп, баҫыуҙағы игенгә, баҡсалағы емеш-еләккә, мал-тыуарға зарар килерлек булған саҡта, Аллаһы Тәғәләгә ялбарып, ямғыр һорап, доға ҡылыу өсөн уҡыла торған намаҙ.

Намаҙҙы ҡылыу тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был намаҙ ҡырҙа уҡыла. Мосолмандарҙың барыһы ла: ололар ҙа, балалар ҙа, бергә йыйылып, йортта аҫралған хайуандарҙы ла ҡырға үҙҙәре менән бергә алып сығалар.

Ҡырға сыҡҡанда, һәр кем тәһәрәтле булырға тейеш, һәр ҡайһыһы түбәнселекле ҡиәфәттә ҡырға йәйәү бара.

Ҡырға сыҡҡас, кешеләрҙең һәммәһе лә ҡиблаға ҡарап баҫа. Имам кешеләргә вәғәз һөйләй. Вәғәзде күп һөйләү яҡшы.

Шулай уҡ кешеләргә гонаһтарын барларға, ҡылған гонаһтарына ихлас күңелдән тәүбә итергә ҡуша имам.

Әгәр ҙә аралары боҙолған кешеләр булһа, бер-береһе менән бәхилләшергә (бер-береһенән ғәфү үтенергә) тейеш.

Бына шулай имам ҡушҡандарҙы үтәгәндән һуң һәр кем үҙ алдына (йәмәғәт менән түгел, ә һәр кеше айырым-айырым) ике рәҡәғәт намаҙ уҡый.

Истисҡа намаҙынан һуң ошо доға уҡыла:

«Аллаһүммә әсҡи ғибәдәкә үәрхәм бәһә’имәк. Аллаһүммә әмәртәнэ бидуғә'икә үә үәғәдтәнә би ижәбәтикә фәҡад дәғәүнәкә кәмә әмәртәнэ фә әжибнә кәмә үәғәдтәнә. Аллаһүммә ин ләм тәрхәм ли әнфүсинә ликәҫрати ҙүнүбинә фәрхәм сибйәнәнә үә бәһә’ имәк».

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ҡолдарыңдың һыуһынын ҡандыр, хайуандарыңа рәхмәт ҡыл. Әй, Раббым! Беҙгә доға ҡылырға ҡушҡанһың. Доғабыҙҙы ҡабул итергә вәғәҙә биргәнһең. Бойорған доғаларыңды ҡылдыҡ. Вәғәҙә итеүеңсә, доғаларыбыҙҙы ҡабул ит, зинһар. Әй, Раббым! Гонаһтарыбыҙҙың күплеге сәбәбендә, беҙгә рәхмәт ҡылмаһаң, гонаһһыҙ сабыйҙарыбыҙға, хайуандарыбыҙға рәхмәт ҡыл.

Әгәр ҙә, истисҡа намаҙы уҡығас, ямғыр яумаһа, тағы ла ике көн шул уҡ намаҙҙы уҡырға кәрәк.

Әгәр ҙә истисҡа намаҙы уҡығас, ямғыр яуһа, баштарҙы яланғасландырып (баш кейемдәрен сисеп), ямғырҙа еүешләү, Аллаһҡа шөкөр итеү кәрәк.

  • Башҡортса дини календарь (2005 йыл). — Өфө: «Китап», 2004. 376 бит. ISBN5-295-03435-6








ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: http://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%98%D1%81%D1%82%D0%B8%D1%81%D2%A1%D0%B0

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy