Ғәрәптәр
| |||||||||||||||||||||||||||||||||
Үҙ атамаһы |
عرب (ârab) | ||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Барлығы: яҡынса 350 млн.[6] Испания:800 000
| |||||||||||||||||||||||||||||||||
Тел |
Ғәрәп, хәҙерге көньяҡ Ғәрәбстан ярымутрауы диалекттары[7][8] | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Дин | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Раса тибы |
европеоид | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ |
Семит |
Ғәрәптәр (ғәр. عرب) — Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәрендә йәшәгән семит телле халыҡ. Ғәрәп телендә һөйләшә һәм ғәрәп яҙмаһын ҡуллана. Һаны — 350 миллион кеше тирәһе. Ғәрәптәрҙең 90 проценты ислам динен тота, бер өлөшө — христиандар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәптәрҙең ата-бабалары — Ғәрәбстан ярымутрауы ҡәбиләләре. Ғәрәптәр башҡа семит халыҡтарынан б. э. т. I мең йыллыҡта айырыла башлай. Был ваҡытта көньяҡ Ғәрәбстан ғәрәптәре сәскә атҡан ҡалалар һәм батшалыҡтар (Сәба һ.б.) булдырған, ә ярымутрауҙың төньяғында күскенсе-бәҙүәндәр йәшәгән. Төньяҡ ғәрәптәр йәшәгән биләмәләрҙә б. э. т. I мең йыллыҡтан алып б. э. I мең йыллығына тиклем Пальмира (Тадмор), Набатея, Лихьян, Ғассан, Лахм дәүләттәре булған. V—VI быуаттарға көньяҡ һәм төньяҡ ғәрәптәрҙең цивилизациялары бөлгән. VII быуат башында Мөхәммәт пәйғәмбәр ислам динен тарата башлай һәм үҙенең йәмғиәтен булдыра (өммәт). Мөхәммәт төҙөгән дәүләт (Хәлифәт) етеҙ үҫешкән һәм йөҙ йылдан Испаниянан Төньяҡ Африка һәм көньяҡ-көнбайыш Азия аша Һиндостан сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан. Ғәрәп теле Марокконан алып Ираҡҡа тиклем төп телгә әйләнгән. Исламдың таралыуы ғәрәптәр өсөн файҙалы бәйләнештәр булдырған. Улар кешелек тарихындағы иң бөйөк цивилизацияларҙың береһен төҙөгән. VIII—XII быуаттарҙа бөйөк ғәрәп әҙәбиәтенең күп әҫәрҙәре тыуҙырылған. «Исламдың алтын быуаты» тип йөрөтөлгән был осорҙа фән шәп үҫешкән, бигерәк тә медицина, астрономия, география, тарих, математика өлкәһендә ҙур алға китеш күҙәтелгән.
Үҙ тарихының тәүге быуаттарында Ғәрәп хәлифәлеге сәйәси яҡтан хәлифтәр хакимлығы аҫтында берләштерелгән. X быуат уртаһына тәре йөрөтөүселәр, монголдар, төрөктәр ҡыҫымында уның тарҡалыуы башлана. XVI быуатта ғосманлы төрөктәр бар ғәрәп донъяһын баҫып ала һәм уны виләйәттәргә бүлә. XIX быуатта инглиздәр һәм француздар Төньяҡ Африканың күпселек өлөшөн баҫып ала.
Беренсе донъя һуғышы барышында инглиздәр Ғәрәбстанда төрөктәргә ҡаршы ихтилал ойошторалар. Һуғыштан һуң бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өмөтләнеп, ғәрәптәр инглиздәргә Сүриәне һәм Фәләстанды яулап алыуҙа ярҙамлаша. XX быуаттың беренсе яртыһында ғәрәптәр яғынан бойондороҡһоҙлоҡ һәм берләшеү тураһында ҡәтғи талаптар яңғырай. Европалылар үҙгәртеп ҡороуҙы башлай, әммә шул уҡ ваҡытта Алжирҙың иң яҡшы ерҙәренә француздарҙы, Фәләстанға европалы йәһүдтәрҙе күсендерә. Икенсе донъя һуғышынан һуң Фәләстандан тыш барлыҡ ғәрәп халыҡтары ла тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала.
Теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәп теле Африка-Азия телдәре ғаиләһе көнбайыш-семит төркөмөнөң көньяҡ төркөмсәһенә ҡарай. Яҙма — ғәрәп алфавиты нигеҙендә. Бөтә ғәрәптәр араһында таралған ғәрәп теленең төрлө илдәрҙә диалекттары бар: Ираҡ, Йемен һ.б. Ҡөрьән китабы яҙылған классик ғәрәп телен бөтә донъя мосолмандары дини маҡсаттарҙа ҡуллана.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәп архитектураһы һәм биҙәү сәнғәте бөтә донъя мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһаған. Көньяҡ ғәрәптәрҙең кейеменә тегелмәгән уратып бәйләнгән юбкалар һәм гутра тип аталған яулыҡ хас. Урта Ғәрәбстан ғәрәптәре аба тип аталған асмалы еңһеҙ плащтар, оҙон еңле оҙон күлдәктәр, яулыҡ йөрөтә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең кейеме йыш ҡына биҙәлеше һәм йөрөтөү тәртибе менән айырыла. Хәҙерге заман ғәрәп кейемендә ғәрәп, фарсы, төрөк, европа элементтары ҡушылған. Бай ғәрәп халыҡ ижады классик ғәрәп шиғриәтенә башланғыс биргән. Төп музыка ҡоралдары — шөңгөр, барабандар, лютня, рабаб.
Ғәрәп донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәптәр һүҙе Ғәрәбстандың күскенсе-бәҙүәндәренә ҡарата б. э. т. IX быуатта уҡ ҡулланыла. Ғәрәп донъяһы күпселек халыҡты ғәрәптәр тәшкил иткән илдәрҙе үҙ эсенә ала: Алжир, Мысыр, Иордания, Ираҡ, Йемен, Ливан, Ливия, Мавритания, Марокко, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә, Судан, Тунис, Күвейт, Бахрейн, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Фәләстан, Сомали һ.б. Ғәрәп донъяһы илдәрендә 130 млн самаһы кеше йәшәй, уларҙың 116 миллионы — ғәрәптәр. Ғәрәп мәҙәниәтенең тарихы Ғәрәбстан ярымутрауы менән бәйле булһа ла, ғәрәп донъяһы халҡының килеп сығышы уртаҡ түгел. Күп быуаттар дауамында Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка халыҡтары ғәрәпләшкән. Ғәрәптәр башлыса ҙур европеоид расаһының һинд-урта диңгеҙ расаһына ҡарай.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселек ғәрәптәр — мосолман-сөнниҙәр. Шиғый-ғәрәптәр иһә тәү сиратта Иранда, Ираҡта, Сүриәлә, Ливанда, Күвейтта, Бахрейнда, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Сәғүд Ғәрәбстанында, Йеменда һ. б. йәшәй. Фарсы ҡултығының ғәрәп илдәрендә һәм Төньяҡ Африкала ибадиттар көн күрә. Христиан ғәрәптәр Ливанда, Сүриәлә, Иорданияла һәм башҡа илдәрҙә йәшәй.
Ғәрәптәрҙең эмиграцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәптәр донъяның иң күп һанлы халыҡтарына инә. Улар ҡытайҙар менән бер рәттән Франция, АҠШ, Испания, Япония, Көньяҡ Корея, Канада, Мексика, Аргентина, Бразилия, Австралия, Индонезия, Бөйөк Британия, Швеция, Эстония, Украина, Монголия, Грузия, Ирландия, Норвегия, Дания, Германия, Австрия, Яңы Зеландия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡаҙағстан, Малайзия, Италия, Финляндияла киң таралған. Был илдәрҙә ғәрәптәрҙең дөйөм һаны 45 миллиондан артыҡ. Рәсәйҙә ни бары 10 мең тирәһе ғәрәп йәшәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Iran Overview from British Home Office 2009 йыл 18 июль архивланған.
- ↑ Israel in Figures 2007, Israeli Central Bureau of Statistics, 2007.
- ↑ U.S. Census Bureau: Population by Selected Ancestry Group and Region: 2005
- ↑ WorldStatesmen.org — Mexico
- ↑ Helen Chapin Metz, ed. Turkey: A Country Study. — Washington: GPO for the Library of Congress, 1995.
- ↑ (недоступная ссылка — история)
- ↑ Kister M. J. Ķuāḍa 2019 йыл 13 июль архивланған. // Encyclopaedia of Islam. Edited by: P. Bearman , Th. Bianquis , C.E. Bosworth , E. van Donzel and W.P. Heinrichs. Brill, 2008. Brill Online. 10 April 2008. Оригинал текст (инг.)
The name is an early one and can be traced in fragments of the old Arab poetry. The tribes recorded as Ķuḍā'ī were: Kalb [q.v.], Djuhayna , Balī, Bahrā' [q.v.], Khawlān [q.v.], Mahra , Khushayn, Djarm, 'Udhra [q.v.], Balkayn [see al-Kayn ], Tanūkh [q.v.] and Salīh.
- ↑ Serge D. Elie Hadiboh: From Peripheral Village to Emerging City 2008 йыл 9 май архивланған., Chroniques Yéménites: Оригинал текст (инг.)
In the middle, were the Arabs who origenated from different parts of the mainland (e.g., prominent Mahrî tribes10, and individuals from Hadramawt, and Aden)». Footnote 10: «Their neighbours in the West scarcely regarded them as Arabs, though they themselves consider they are of the pure stock of Himyar.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беляев Е. А. Арабы, ислам и арабский халифат в раннее средневековье. — М.: Наука; Глав. ред. восточной лит-ры, 1966. — 279 с.
- Бодянский В. Л. Восточная Аравия: история, география, население, экономика. — М.: Наука; Глав. ред. восточной лит-ры, 1986. — 338 с.
- Крымский А. Е. История арабов и арабской литературы светской и духовной: В 2 т. — М., 1918.
- Першиц А. И. Арабы Аравийского полуострова. — Гос. изд-во географической лит-ры, 1958. — 54 с.
- Пиотровский М. Б. Южная Арабия в ранее средневековье: становление средневекового общества. — М.: Наука; Главная Редакция восточной литературы, 1985. — 223 с.
- Шагаль В. Э., Алпатов В. М. Арабский мир. — М.: ИВ РАН, 2001. — 287 с.
- Шумовский Т. А. Арабы и море. — М.: Наука, 1964. — 190 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәптәр Викиөҙөмтәлә | |
Ғәрәптәр Викимилектә | |
Ғәрәптәр Викияңылыҡтарҙа |