Content-Length: 102511 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%90%D1%80%D0%B0

Ара — Википедия Эстәлеккә күсергә

Ара

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ара — бер ата-бабанан килгән ҡан-ҡәрҙәш быуындар[1]; башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошонда туғандаш ғаиләләр төркөмө йәки ырыуы бүленеше.

Синонимдар: нәҫел, нәсәп, тоҡом, ырыу, зат, бауыр, тамыр, зат-зәүер, ором.

Ырыу башлығы һәр ваҡытта ла кеше генә түгел, ул шулай уҡ мифологик герой, алла йәки хатта хайуан да була алған. Һуңғыһында ырыуҙың тотемы (ырыу-ҡәбилә йәмғиәте осоронда табына торған хайуан) булып торған. Ырыу ойошмаһының ике төп төрө: линидж (был ырыу эсендә бөтә кешеләр ҙә башлыҡ менән туғанлыҡ ептәре аша бәйле) һәм клан (ырыу төркөмөнөң сығышы мифик йәки легендар ата-бабанан юл ала).


  1. Словарь синонимов башкирского языка (З. Г. Ураксин, 2000)



Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.









ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%90%D1%80%D0%B0

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy