Content-Length: 138301 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%B5%D0%BC%D0%B8%D1%82%D1%82%D0%B0%D1%80

Семиттар — Википедия Эстәлеккә күсергә

Семиттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Семиттар
Кем хөрмәтенә аталған Шем[d][1]
 Семиттар Викимилектә
«Сим, Хам һәм Иафет», Джеймс Тиссо
Карта распространения семитских языков

Семиттар — немец ғалимдары А. Л. Шлёцер һәм И. Г. Эйхгорн тарафынан 1780-се йылдарҙа фәнгә айырым телдәр ғаиләһенә ҡараған, дөйөм йәшәү төбәге, уртаҡ культ һыҙаттары, матди мәҙәниәт менән көндәлек тормоштары оҡшаш булған боронғо халыҡтарҙы билдәләү өсөн индерелгән термин. Иҫке Ғәһедтән алынған, унда Яҡын Көнсығыштың ҡайһы бер халыҡтары «Шем балалары» (Шма, Сим улдары) тигән дөйөм исем аҫтында берләштерелә.

Хәҙерге фәндә «Семит» термины ҡулланылған осраҡтар:

1.Протосемит телендә һөйләшкән реконструкцияланған этник берләшмәгә ҡарата. Прасемит тел — Көнбайыш Азияла бер нисә дәүләт булдырған күп халыҡ телдәренә башланғыс биргән тел (протосемит, протосемиттар);

2.Семит телдәре ғаиләһенә ингән телдәрҙә һөйләшкән боронғо һәм хәҙерге заман халыҡтарына ҡарата.

Хәҙерге семит халыҡтарына ғәрәптәр, йәһүдтәр, мальта, ливан, ассирийҙар, Көньяҡ Ғәрәбстанда көньяҡ семиттарҙың көньяҡ төркөмсәһенең боронғо вәкилдәре (Махри, Шаһри, Сокотри һ. б.), амхара, тигри, тиграи һәм Эфиопияның башҡа этник төркөмдәре инә [2].

Атаманың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библияла (Изге Китап) Ибраһим (Авраам) үҙенең нәҫелен Нухтың (Ной) өлкән улы Шемдан (Сим) башлай тиелә, шуға ла Ибраһимдың вариҫтары тип һаналған Яҡын Көнсығыш халыҡтары Библияла «Шем улдары» тип атала. «Семит» төшөнсәһен хәҙерге заманда ҡулланыуҙы немец тарихсыһы А. Л. Шлёцер башлап ебәрә.

Киң таралған фараз буйынса, Көнбайыш Азияға Африканан протосемит телендә һөйләшеүселәрҙең ата-бабалары килгән, улар афро-азия телдәрендә һөйләшкән. Ҡасандыр төньяҡ Сахарала протосемиттар (күскенселәр һәм малсылар) йәшәгәнде, унан б.э.т. V мең йыллыҡ башында климаттың бик ныҡ үҙгәреүе арҡаһында уларҙың көнсығышҡа табан күсенә башлауын дәлилләүсе фәнни материалдар бар.

Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә (нем. T. Nöldecke һәм ингл. W. Robertson-Smith), семиттар яйлап Ғәрәбстан ярымутрауына күсенәләр, шунан улар бер нисә мең йылға һуҙылған дәүерҙә Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярына, Месопотамия һәм Сүриә далаһына бер нисә тулҡын булып үтеп инә. Ҡайһы бер ғалимдар (мәҫәлән, И. М. Дьяконов, СССР) Нил дельтаһын аша сыҡҡандан һуң ҡайһы берҙәре көньяҡҡа табан күсенеп, Ғәрәбстанда төпләнгән, ә икенселәре төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа киткән, тип иҫәпләй. Ҡайһы бер ғалимдар (мәҫәлән, Я. Кюппе, Бельгия) семиттар, Сахара нан киткәндән һуң, күпмелер ваҡыт бер-береһе менән бәйләнеш һаҡлап, Сүриә далаһында йәшәгән, һәм тап ошонан улар тарала башлаған, тип иҫәпләй. Ҡайһы берәүҙәр, бөтә семит-хәмит халыҡтары Ғәрәбстандан сыҡҡан, тип фаразлай. Семитолог Ж. Заринс фекеренсә, семит телдәре Ғәрәбстанда күсмә малсылыҡ комплексы территорияһында барлыҡҡа килгән, ә ул боронғо Яҡын Көнсығышта прекерамик неолит аҙағында, климаттың ҡорораҡ була барған осоронда барлыҡҡа килгән (беҙҙең эраға тиклем 6200 йылдарҙағы глобаль һыуытыу).

Киң таралған фекер буйынса, беҙҙең эраға тиклем 4-се мең йыллыҡтың аҙағында — 3-сө мең йыллыҡ башында семиттар ике ҙур төркөмгә — көнсығыш һәм көнбайышҡа бүленә.

Көнсығыш (төньяҡ-көнсығыш) төркөмө башта Көньяҡ Месопотамияның төньяҡ өлөшөндә төпләнә, унда шумерҙар менән бәйләнешкә инә (беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡ башы). Был төркөм вәкилдәре аккад телендә һөйләшкән. Беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡтың уртаһынан Көньяҡ Месопотамияның көньяҡ өлөшөнә аккадтар үтеп инә, тиҙҙән семиттарҙың төньяҡ-көнсығыш төркөмө теле шумер телен ҡыҫырыҡлап сығарған. Семиттарҙың был төркөмөнөң артабанғы яҙмышы Аккад, Вавилония һәм Ассирия тарихы менән бәйле.

Семиттарҙың көнбайыш төркөмө, үҙ сиратында, ике төркөмгә бүленә: төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ семит. Төньяҡ-көнбайыш төркөмө Ханаан, Сүриә, Төньяҡ Месопотамияға ике тулҡын менән килә. Был төркөмдөң тәүге билдәле вәкилдәре (беҙҙең эраға тиклем 3-2 мең йыллыҡ) амориҙар, һуңынан финикийҙар һәм йәһүдтәр (беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡ аҙағынан) һәм семиттарҙың айырым төркөмсәһе — арамейҙар; арамеандарҙың айырым ҡәбиләләре (халдейҙар) Көньяҡ Месопотамияға үтеп инә һәм хатта Тигр йылғаһы аша сыға. Б. э. т. 2 мең йыллыҡта Көньяҡ семит төркөмө Ғәрәбстан ярымутрауы территорияһын биләй. Көньяҡ өлөшөн Көньяҡ Ғәрәбстандың боронғо дәүләттәрендә йәшәгән халыҡтар: Майна, Саба, Катабана, Хадхрамаут (Майн, Хадхрамаут, Саба, Катабан һ.б.) тәшкил иткәндер. Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта Эфиопияны тап ошо төркөм вәкилдәре үҙләштергәндер, тип иҫәпләнә.

Көньяҡ семит төркөмөнөң төньяҡ өлөшө беҙҙең эраға тиклем 2-1 мең йыллыҡта лихьянидтар, самудтар һәм башҡа ҡәбиләләрҙән тора, улар б.э.т. I мең йыллыҡ башынан да һуңға ҡалмай ғәрәптәр исеме аҫтында берләштерелә. Ғәрәптәрҙең Ғәрәбстан ярымутрауынан ситкә сығыуы беҙҙең эраның VII-се быуатында (ҡара:Арабские завоевания- Ғәрәп яуҙары) семиттар күсенеүенең һуңғы һәм иң ҙур тулҡыны тип баһалана[2].

  1. Archaeology and Language: The Puzzle of Indo-European OriginsPimlico, 1998. — Б. 13. — ISBN 0-7126-6612-5
  2. 2,0 2,1 [ Семиттар] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Ҡалып:Дети Ноя









ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%B5%D0%BC%D0%B8%D1%82%D1%82%D0%B0%D1%80

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy