Эстәлеккә күсергә

Абҙан (Архангел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Абҙан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Архангел районы

Координаталар

54°27′26″ с. ш. 56°39′59″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34774
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 203 804 001

ОКТМО коды

80 603 404 101

ГКГН номеры

0520106

Абҙан (Рәсәй)
Абҙан
Абҙан
Абҙан (Архангел районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абҙан

Абҙан (рус. Абзаново) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл, Абҙан ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 836 кеше[1] . Почта индексы — 453045[2], ОКАТО коды — 80203804001[3].


XVIII быуат материалдарынан күренеүенсә, Инйәр йылғаhы буйында урынлашҡан Абҙан ауылы тәүҙә Йәҡшембәт тип аталған. Ауылдың нигеҙ hалыусыhы ла билдәле — Ҡумрыҡ-Табын улусының старшинаhы Йәҡшембәт Урасов.

Абҙан Үркәев тә билдәле, бөгөнгө көндә ауыл уның исемен йөрөтә. XVIII быуаттың 70-се йылдарында ул улус старшинаhы ярҙамсыhы вазифаhын башҡарған. Һуңынан, Үркәев старшина вазифаhын үтәй башлағандан hуң, ауыл уның исемен йөрөтә башлай. 1795 йылда ауыл Абҙан тип теркәлгән.

V ревизия ваҡытында (1795 йыл) ауыл 12 хужалыҡтан торған, хужалыҡтарҙа 48 ир-егет hәм 56 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 21 йылдан hуң ауылда 121 кеше hәм 17 хужалыҡ иҫәпләнгән. 1859 йылғы X ревизия 227 кеше hәм 36 йорт күрhәткән. 37 йылдан hуң ауылда 176 ир-егет hәм 159 ҡатын-ҡыҙ, 60 хужалыҡ hаналған.

Ревизия Абҙандың улдары hәм ейәндәренең исемдәрен hанап сыға. Оло улы Абыҙгилде Абҙзанов (1777—1833) кантон етәксеhе ярҙамсыhы hәм юрта старшинаhы булып хеҙмәт иткән, 14-се класс дәрәжәhенә эйә булған. Уның балалары: Мырҙагилде, Ҡотлобулат, Ҡотләмбәт, Ҡотлогилде, Кинйәбулат — өс ҡатынынан булған. Кесе улы Муллагилде, 1781 йылда тыуған.

Улус халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, бер ни тиклем игенселек менән шөғөлләнгән. Ер эшкәртеү менән булышмаған ҡумрыҡ-табын халҡының күбеhе поташ заводы өсөн көл әҙерләү, Архангел заводына баҡыр рудаhы, шулай уҡ Өфө ҡалаhына поташ hәм дымлы поташты ташыу менән шөғөлләнгән.

1843 йылда 190 кеше (32 хужалыҡ) үҙ ихатаhында 225 ат, 30 hыйыр, 50 hарыҡ, 44 кәзә тотҡан. Игенселек күп кенә халыҡҡа яңы шөғөл булған. Шул уҡ йылда 8 сирек, йәки 64 бот, ҡышҡы hәм 41 сирек, йәки 328 бот, яҙғы иген сәселгән. Игенселектең үҫешен, ауылдың хужалыҡ келәтенә эйә булыуы раҫлап тора. Бөтә ихатаға 200 умарта hәм 30 солоҡ тура килгән[4].

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 96 % тәшкил итә

Дөйөм халыҡ һаны[5],[1] (кеше)
Халыҡ һаны 2002—2010 халыҡ үҙгәреше
Иҫәп алыу йылы 1989 2002 2010 кеше %
Бөтәһе 915 899 836 -63 -7,0
Ир-егеттәр 448 444 399 -45 -10,13
Ҡатын-ҡыҙҙар 467 455 437 -18 -3,95

1906 йылда — 375, 1920 — 497, 1939 — 776, 1959 — 880, 1989 — 915, 2002 — 899 кеше йәшәгән[6].

Алыҫлыҡ[7]:

Абҙан ауылы эргәһендәге Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан Абҙан шарлауығы.
Абҙан ауылы, А.Абдрахманов урамы.

Урамдар атамаһы[8]:

  • А.Абдрахманов урамы (рус. А.Абдрахманова (улица))
  • Г.Килмөхәмәтов урамы (рус. Г.Кильмухаметова (улица))
  • Инйәр урамы (рус. Инзерская (улица))
  • Туғай урамы (рус. Луговая (улица))
  • М.Миһранов урамы (рус. М.Мигранова (улица))
  • Ерекле урамы (рус. Ольховая (улица))
  • Полковник Сәйфулла Хәбиров урамы (рус. Полковника Сайфуллы Хабирова (улица))
  • Тимербаев урамы (рус. Тимербаева (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
  • Көньяҡ урам (рус. Южная (улица))[9]
  • Шоңҡар. 15 ФЕВРАЛЬ , Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош![10]
  • Тормош. Архангел районының Абҙан ауылы. 14 ғинуар 2022 йылYouTube сайтында Видео
  • Абзан шарлауығы. Башҡортостанда ял. Инйәр. 23 июнь 2020 йылYouTube сайтында Видео
  • Абзан шарлауығы. Инйәр. Башҡортостан. 24 август 2020 йылYouTube сайтында Видео
  1. 1,0 1,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 98 с., табл.
  2. Архангел районы почта бүлексәләре(недоступная ссылка)
  3. ОК 19-95. Административ-төбәк бүленеше объекттарының Бөтәрәсәй классификаторы. (үҙгәрештәр менән)
  4. Генеалогия hәм архивтар
  5. Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.
  6. http://bashenc.online/ru/search/?q=Абзаново
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Абҙан ауылы
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
  10. [1]




pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy