Эстәлеккә күсергә

Бесән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бесән
Рәсем
Етештереү ысулы сенокос[d]
Етештерелә злаки[d]
 Бесән Викимилектә
Македония Республикаһында бесән кәбәндәре

Бесән — тәбиғи тулы өлгөргәнлеккә тиклем, йәшел килеш сабылып, киптерелгән үлән үҫемлектең һабаҡтары һәм япраҡтары. Мал аҙығын климат шарттарына бәйле, йыл әйләнәһенә тәбиғәттән алып файҙаланып булмаған райондарҙа ауыл хужалығы малдары өсөн әҙерләп ҡулланалар.

Бесән алынған урындар сабынлыҡ тип атала.

Йәшел бесәнде оҙаҡ ваҡыт боҙолмай һаҡланһын өсөн силос итеп, йәғни консервалап та һаҡлайҙар, был осраҡта уртаса 55-тән 65 % тиклем һыуын киптерәләр.Әгәр бындай бесәнде "яндыра" биреп киптерһәләр, ҡарайған бесән килеп сыға. Ғәҙәттә бесәнде йәшелләй генә киптерәләр. Ҡарая биргән бесәнде башҡорттар "бәрәкәтле" тип һанай, сөнки йәшел бесәнде мал яратып ашай һәм тиҙ кәмей.

Сабынлыҡта
Бесән күбәләре. Белорет районы

Үләнде асыҡ һауала, елләтеп, ҡояш йылыһында киптереү ғәмәле — иң яйлы ысул. Бының өсөн үләнде башта сабырға кәрәк. Үләнде ике ысул менән — тарау-торау һәм рәткә һалып сабалар. Иң боронғо һәм ябай ысул - ҡул менән, салғы ярҙамында сабыу. Моторлы ҡулайлама ҡулланып булмаған урындарҙа, шәхси хужалыҡтарҙа, техника үтә алмаған урындарҙа һаман әле ҡул менән сабалар. Ғәҙәттә, ҙур хужалыҡтарҙа махсус тракторға тағылған махсус ҡулайлама сапҡыс ҡулланалар.

Сабылған бесәнде кипкәс йыйып күбәләйҙәр һәм кәбәндәргә һалалар. Хәҙер кипкән бесәнде махсус ҡулайлама менән ҡыҫып, төргәкләү киң ҡулланыла.

Башҡорт халҡында бесән сабыу йолаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡында бесәнде өмә менән сабыу, йәки ҡулалмаш сабыу йолаһы булған, сөнки был ауыр эш, шул ваҡытта көн аяҙҙа бесәнде йыйып алып ҡалырға тырышалар. Хәҙер күп ерҙәрҙә техника ҡулланылыу сәбәпле, ҡул менән сабыу кәмей бара. Шуға күрә йола онотолмаһын өсөн республика кимәлендә салғысылар конкурстары ла уҙғарыла [1][2] Шул мәҡәләнән цитата:


« Был, беҙ уйлағанса, үтә лә ябай хеҙмәт түгел, ә ҙур оҫталыҡ, көс, ғәйрәт, быуындарҙың ныҡлығын, таһыллыҡты һынай торған оло, кәрәкле эш һанала ине. Быларҙан тыш салғының ниндәй материалдан эшләнеүе, тауышы, сыңы, дөрөҫ һапланыуы, тотҡаһының кәрәкле бейеклектә урынлашыуы, салғының ҡырын ятышы, уның дөрөҫ тапалыуы, дөрөҫ янылыуы, яныуыстың сифаты ҙур роль уйнай. Сапҡанда салғысының кәүҙәһен дөрөҫ тотоуы ла бесәнсенең оҫталығын күрһәтә. »
  1. Салғы сыңлай, гөр килә туғай [1] 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.
  2. УРАҠ УРЫУҘАРЫ БИК АУЫР, БЕСӘН САБЫУҘАРЫ – БЕР ДӘҮЕР ….[2]
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy