Эстәлеккә күсергә

Блед

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Блед
слов. Bled
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Bled
Дәүләт  Словения
Административ үҙәге Блед[d]
Административ-территориаль берәмек Блед[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 4929 кеше (2019),
4969 кеше (1 ғинуар 2020)[1]
Ир-егеттәр 2499[1]
Ҡатын-ҡыҙҙар 2470[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 501 метр
Туғандаш ҡала Брессаноне һәм Фельден-ам-Вёртерзе[d]
Майҙан 188,5 км²
Почта индексы 4260
Рәсми сайт bled.si
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 4
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Bled[d]
Карта
 Блед Викимилектә


Блед (слов. Bled, нем. Veldes) — Словенияның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге ҡала, Италия һәм Австрия сикәтренә яҡын тора. Ҡала халҡы — 5252 кеше, 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бөтә община халҡы — 10 899 кеше. Бледа ҡалаһы Блейско күле ярында, Юлий Альпында, Триглав милли паркынан көнсығышҡа табан урынлашҡан. Блед ҡалаһы — популяр туристик йүнәлеш урыны.

Транспорт һәм географияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вознесение Девы Марии сиркәүе, Блейско күле уртаһындағы утрауҙа урынлашҡан

Блед ҡалаһы Словенияның баш ҡалаһы Люблянанан 45 километр төньяҡ-көнбайышта һәм Есеницанан 10 саҡрым көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Ҡаланан төньяҡта, 8 км алыҫлыҡта Австрия дәүләтенең сиге үтә, 40 километр көнбайышта — Италия дәүләтенең сиге тора. Блед ҡалаһы Любляна — Филлах тимер юл һәм автомобиль магистралдәренә яҡын тора. Бледтан тағы ла бер нисә автомобиль автомобиль юлы Триглав милли паркына бара.

Блед замогы

VII быуатта Блед төбәгендә славяндар йәшәй башлаған[2]. Немец телендәге исеме аҫтында Блед замогы беренсе тапҡыр 1004 йылда телгә алына. Был йылда император Генрих II Альбуин епископ Бриксенға Блед замогын бүләккә бирә. 1278 йылда, Ҡоро Яр алышынан һуң, ул бөтә Крайный менән бергә I Рудольфҡа күсә һәм шул ваҡыттан алып Беренсе донъя һуғышына тиклем Габсбургтар державаһы составында тора. Бары тик 1809—1816 йылдарҙа ғына Наполеондың Иллирия паровинцияһына ҡараған.

Австро-Венгрия бүленгәндән һуң, БледЮгославияға ҡарай Карагеоргиевичтар монарх йортоноң йәйге резиденцияһына әйләнә, ә һуңынан Йосип Броз Тито ҡулында була. 1991 йылдан алып — Бойондороҡһоҙ Словения составында тора.

  • Блейско күле — һыуы тап-таҙа матур тау күле. Күл уртаһындағы утрауҙа Успение сиркәүе урынлашҡан.
  • Блед замогы — күл өҫтөнән түбәһе 130 метр бейеклектәге текә ҡаяла төҙөлгән замок. 1004 йылда беренсе тапҡыр телгә алына, бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлә һәм киңәйтелә.
  • Изге Мартин мәхәллә сиркәүе.
  • «Вила»ҡунаҡханаһы — И. Броз Титоның элекке йәйге резиденцияһы.
Блейский күл менән замок

Бледа — илдең иң эре бальнеологик һәм тау саңғыһы курорттарының береһе. XIX быуаттан алып ул бик популяр курорт булған. Шулай уҡ ҡала ҡунаҡтарына әүҙем ял итеү өсөн мөмкинлектәр тәҡдим (гольф, велосипед һәм атлы, тау туризмы) ителә. Ҡыш күп саңғы трассалары эшләй.

Блед ҡалаһында ике йылға бер тапҡыр йылдың яҙында швейцар системаһы буйынса халыҡ-ара шахмат турниры үткәрелә.

  • Договор в Бледе
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy