Эстәлеккә күсергә

Блокчейн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Транзакцияларҙың хешын алыу һыҙмаһы

Блокче́йн (ингл. blockchain, тәүҙә —  block chain) — блоктарҙан билдәле бер ҡағиҙәләр буйынса төҙөлгән һәм мәғлүмәт һалынған  өҙлөкһөҙ һәм эҙмә-эҙлекле сынйыр (бәйләнешле исемлек). Ғәҙәттә блоктар сынйырҙарының күсермәләре бер-береһенә бәйһеҙ булған төрлө  компьютерҙарҙа һаҡлана.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термин башта тулыһынса репликацияланған бүлгеләнгән бирелмәләр базаһының атамаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Был база «Биткойн» системаһында ғәмәлләшә. Шул сәбәпле блокчейнды йыш ҡына  төрлө криптовалюталарҙы транзакциялауға бәйләп ҡабул итәләр.  Ләкин блоктар сынйырҙары технологияһы үҙ-ара бәйләнешле теләһә ҡайһы мәғлүмәт блоктарына ҡағылышлы ҡулланыла ала[1]. Блокчейн  технологияһы беренсе тапҡыр 2008 йылдың октябрендә биткойнға ҡарата ҡулланыла[2].

Биткойн системаһында ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Транзакциялар блогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Транзакциялар блогы —  Биткойн һәм уға оҡшаш системаларҙа транзакциялар төркөмдәрен яҙыу өсөн ҡулланыла торған махсус структура[3]. Транзакцияның форматы һәм ҡултамғалары тикшерелгәс, транзакция үҙе башҡа транзакциялар менән бер төркөмгә берләштерелеп, блок тигән махсус структура итеп яҙылғас, тамамланған һәм дөрөҫ («раҫланған») тип һанала. Блоктарҙағы яҙмалар тикшерелә ала, сөнки һәр блоктағы мәғлүмәт уның артынан килгән блокта ла була.  Бөтә блоктар бер сынйырға теҙелә, был сынйыр базала ҡасан да булһа башҡарылған  бөтә операциялар тураһындағы мәғлүмәтте эсендә тота.  Сынйырҙағы иң беренсе  — беренсел блок (ингл. genesis block) — айырым осраҡ тип ҡарала, сөнки уның ата блогы булмай[4].

Блок транзакциялар исемлегенең баш атамаһынан һәм исемлектең үҙенән тора. Блоктың баш атамаһына уның үҙ  хешы, алдағы блоктың хешы,  транзакцияларҙың хештары һәм ярҙамсы  өҫтәмә  мәғлүмәт инә. Биткойн системаһында һәр ваҡыт блоктағы беренсе  транзакция менән алынған комиссия күрһәтелә, ул блокты эшләгән өсөн   майнерға бүләк булып тора[3]. Артабан алдағы блоктарға әлегә яҙылмаған  транзакциялар сиратынан формалашҡан транзакциялар исемлеге килә. Сираттағыларҙан һайлап алыу  критерийын майнер үҙе билдәләй. Блоктағы транзакциялар өсөн ағас рәүешендәге хешлау файҙаланыла[5]. Транзакцияларҙа  input параметрының эсендә бирелмәләрҙең элгәрге  торошон күрһәткән транзакцияға һылтанма ла була (мәҫәлән, Биткойн системаһында  тотонолған биткоиндар транзакцияһына һылтанма бирелә). 

Баш атама хешының һанлы ҡиммәте дәүмәле даими төҙәтелеп торған маҡсатлы һанға тиң йә унан кәмерәк булһа, төҙөлгән блок ҡалған ҡулланыусылар тарафынан ҡабул ителә.  SHA-256 функцияһын хешлау һөҙөмтәһе кире әйләнгеһеҙ тип һаналғанға күрә әлеге мәлгә, осраҡлы тап килеүҙән башҡа, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшеү алгоритмы юҡ.  Әгәр  хеш бирелгән шартҡа тап килмәһә, баш атамала  nonce параметры үҙгәрә һәм  хеш ҡабаттан хисаплана. Ғәҙәттә (статистика буйынса) бик күп тапҡырҙар ҡабат хисаплау талап ителә.  Вариант табылғас, узел алынған блокты тоташҡан башҡа узелдарға оҙата, улар блокты тикшерә. Хата булмаһа,  блок сынйырға өҫтәлгән тип һанала һәм сираттағы блок уның хешын үҙ эсенә индерергә тейеш була[3].

Хеш менән сағыштырылған маҡсатлы һан дәүмәленә  Биткойн системаһында һәр  2016 блок һайын төҙәтмәәләр индерелә.  Биткойн системаһының бөтә селтәре бер блокты етештереүгә  — яҡынса  10 минут, ә 2016 блокҡа  ике аҙна самаһы тотонорға тейеш, тип планлаштырыла. Әгәр 2016 блок бынан шәберәк төҙөлһә, маҡсат бәләкәйләнә төшә һәм уға өлгәшеү ауырлаша, әкренерәк төҙөлһә, маҡсат ҙурая. Хисаплауҙарҙың ҡатмарлылығын үҙгәртеү  Биткойн селтәренең ышаныслылығына йоғонто яһамай һәм система блоктарҙы даими етештереп торһон өсөн генә талап ителә[6].

Блоктарҙың (ҡаралар) төп эҙмә-эҙлеге башланғыстан (йәшел) ағымдағыға тиклем  иң оҙоно булып тора.  Ян тармаҡтар (миләүшә) ҡырҡып ташлана.

Блоктар бер юлы бик күп  «майнерҙар» тарафынан эшләнә. Критерийҙарға яуап биргән блоктар селтәргә ебәрелә, улар бүлгеләнгән блоктар базаһының бөтә  репликацияларына индерелә. Бүлгеләнгән селтәрҙең төрлө өлөштәрендә бер нисә яңы блокта бер үк блокты элгәр тип атау хәле тыуа, йәғни блоктар селтәре тармаҡланып китә.  Яңы блоктар тураһындағы мәғлүмәтте ретрансляциялауҙы махсус йә осраҡлы рәүештә сикләргә була   (мәҫәлән, сынйырҙарҙың береһе  локаль селтәр эсендә үҫеп китә ала). Был осраҡта төрлө тармаҡтарҙың  йәнәш үҫтерелеү ихтималлығы бар. Һәр яңы  блокта бер төрлө транзакциялар ҙа, уларҙың береһенә генә ингән төрлөләр ҙә осрай. Блоктарҙы ретрансляциялау яңырғас,  майнерҙар хештың ҡатмарлылыҡ кимәле һәм сынйыр оҙонлоғо иҫәпкә алынған сынйырҙы төп тип иҫәпләй башлай. Ҡатмарлылыҡтары һәм оҙонлоҡтары тигеҙ булған осраҡта, һуңғы блогы алданыраҡ барлыҡҡа килгән блокҡа өҫтөнлөк бирелә. Тик баш тартылған тармаҡҡа ғына ингән транзакциялар  (шул иҫәптән әжерен түләгәндә лә) раҫланған тигән статусын юғалта. Әгәр был биткоиндарҙы тапшырыу транзакцияһы булһа, ул сиратҡа ҡуйыла һәм артабан сираттағы блокҡа индерелә.  Баш тартылған блоктарҙы төҙөгән өсөн әжерҙе алыу транзакциялары  башҡа тармаҡта ҡабатланмай, йәғни баш тартылған блоктарҙы төҙөгән өсөн түләнгән  «артыҡ» биткойндар артабан раҫланмай һәм «юғалтыла»[5].

Шулай итеп, блоктар сынйырында эйә булыу тарихы һаҡлана, уның менән махсус сайттарҙа танышырға була[7].

Блокчейн бөтә транзакциялар тураһында яҙмаларҙы һаҡлаған блоктарҙың өҙлөкһөҙ үҫеүсе сынйыры рәүешендә формалаша.  Базаның йә уның өлөшөнөң күсермәләре бер юлы әллә нисәмә  компьютерҙа һаҡлана һәм блоктар сынйырын төҙөү ҡағиҙәләренә ярашлы бер төрлөгә әйләнә бара.   Блоктарҙағы мәғлүмәт шифрланмай һәм танышыу өсөн асыҡ була, ләкин үҙгәрештәрҙең булмауы  криптографик  юл менән хеш-сынйырҙар [[1]] (цифрлы ҡултамға  элементы) аша тикшерелә.

База  асимметриялы шифрлау ярҙамында ҡул ҡуйылған бөтә транзакциялар тураһындағы мәғлүмәтте шифрламаған көйө танышыу өсөн асыҡ хәлдә  һаҡлай. Бер үк сумма ҡат-ҡат тотонолмаһын  өсөн ваҡыт тамғалары ҡуйыла[8]. Һәр яңы блок  транзакцияларҙы раҫлауҙы тормошҡа ашыра, улар тураһындағы мәғлүмәт сынйырҙағы элгәрге блоктарҙың бөтә транзакцияларын өҫтәмә раҫлауҙа ла була. Сынйырҙағы блокта булған мәғлүмәтте үҙгәртеү маҡсатҡа ярашлы түгел, сөнки ул сағында артабанғы бөтә блоктарҙағы мәғлүмәтте мөхәррирләргә кәрәк булыр ине. Ошо арҡала уңышлы double-spending атака (элек тотонолған средстволарҙы ҡабат тотоноу) ғәмәлдә мөмкин түгел[9].

Базаның күсермәләренең күбеһендә мәғлүмәтте юрамал үҙгәртеү ысын тип табыла алмай, сөнки ҡағиҙәләргә яуап бирмәй. Бөтә күсермәләргә лә индерелгән хәлдә ҡайһы бер үҙгәрештәр ҡабул ителергә мөмкин   (мәҫәлән, блоктарҙы төҙөгәндә ебәрелгән хата арҡаһында һуңғы блоктарҙы юҡ итеү).

Түләү системаһының нисек эшләгәнен асығыраҡ аңлатыу өсөн Сатоси Накамото «цифрлы  тәңкә»[8]  тигән төшөнсә индерә, уны цифрлы ҡултамғалар сынйыры тип билдәләй. Ҡәҙимге тәңкәләрҙең стандартлаштырылған  номиналдарынан айырмалы, һәр  «цифрлы тәңкә»нең үҙ номиналы бар. Һәр биткойн-адресҡа теләһә күпме «цифрлы тәңкә» ҡуйыла ала. Транзакциялар ярҙамында уларҙы бүлергә һәм ҡушырға  була, шул уҡ ваҡытта, комиссияны алып ташлағандан һуң,  уларҙың номиналының суммаһы һаҡлана. 

0.8.0 версияһына тиклем блоктар сынйырын һаҡлау өсөн төп клиент Berkeley DB'ҙы ҡуллана,  0.8.0 версияһынан башлап эшләнмәселәр LevelDB'ға күсә[10].

Транзакцияларҙы раҫлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Транзакция  блокҡа индерелгәнгә тиклем, система бирелгән адреста  биткойндар һанын үҙгәрешһеҙ тип күрә. Ошо ваҡытта бер адрестан бер үк биткойндарҙы бер нисә урынға ебәреү өсөн техник мөмкинлек бар[11]. Әммә был транзакцияларҙың береһе блокҡа индерелеү менән ошо уҡ биткойндар ҡатнашлығындағы башҡа транзакциялар система тарафынан иҫәпкә алынмай. Мәҫәлән, әгәр блокҡа  һуңғыраҡ транзакция индерелһә, алдағырағы  хата тип табыла. Тармаҡланған саҡта бер төрлө транзакцияларҙың икеһе ике тармаҡҡа эләгеү ихтималлығы бар. Был ихтималлыҡ бик бәләкәй. Икеһе лә дөрөҫ тип һанала, тик тармаҡ үлгәндә генә транзакцияларҙың береһе хата тип табыла. 

Шулай итеп,  транзакцияның блокҡа эләгеүе уның ысынлығын раҫлай.  Һәр яңы блок элгәрге блоктарҙағы транзакцияларға өҫтәмә «раҫлау» тип һанала. Әгәр сынйырҙа 3 блок булһа, һуңғы блоктан транзакциялар 1 тапҡыр раҫлана, ә беренсе блоктағылар 3 тапҡыр раҫлау ала. Бер нисә раҫлау эшләнһә,  транзакцияның инҡар ителеү ихтималлығы түбәнәйә.

Бындай хәлдәрҙең селтәргә йоғонтоһон кәметеү өсөн биткойндарҙы тиҙ арала тотоноуға сикләүҙәр һалына.   Blockchain.info сервисына ярашлы,  2015 йылдың майына тиклем инҡарлы сынйырҙарҙың максималь оҙонлоғо  5 блок тәшкил итә[12]. Алынғанды биктән сығарыу өсөн раҫлауҙар һаны  программа-клиентҡа йә ҡабул итеүсе яҡтың күрһәтмәләренә бәйле.  «Bitcoin-qt» клиенты ебәреү өсөн  раҫлау талап итмәй, ләкин алыусыларҙың күбеһендә алдан көйләнгән буйынса  6 раҫлау талабы тора, йәғни алынғанды бер сәғәттән генә тотонорға була. Төрлө онлайн-сервистар үҙҙәренең раҫлау сиктәрен ҡуя.  

Блокты төҙөгән өсөн алынған биткойндарҙы  протокол 100 раҫлауҙан һуң файҙаланырға рөхсәт итә[13], ләкин стандарт программа-клиент комиссияны 120 раҫлауҙан һуң күрһәтә, йәғни  ғәҙәттә комиссия күсерелгәндән һуң  20 сәғәттән тотонола ала.

«Икеләтелгән тотоноу»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр селтәрҙең хисаплау ҡеүәтенең 50 проценттан ашыуына контроллек ителһә, бер үк биткойндарҙы ике тапҡыр ике алыусыға тапшырыу теоретик  мөмкинлеге бар[14] — бер  транзакция, асыҡ булып, дөйөм тәртиптә раҫланһа, ә икенсеһе билдәлелек алмаһа, уны раҫлауҙар йәшерен параллель тармаҡ блоктары тарафынан башҡарыласаҡ. Тик бер аҙ ваҡыттан ғына селтәр икенсе транзакция тураһында мәғлүмәт ала, ул раҫлана, ә беренсеһе раҫлауҙарын юғалта һәм инҡар ителә.  Һөҙөмтәлә биткойндар икеләтелмәй[15], ләкин уларҙың ағымдағы эйәһе  үҙгәрә, беренсе алыусы  биткойндарҙы  бер ниндәй компенсацияһыҙ юғалта.

Блоктар сынйырының асыҡ булыуы ирекле блокҡа үҙгәрештәр индереү мөмкинлеген бирә. Ләкин ул сағында үҙгәртелгән блоктың ғына түгел, артабанғыларының да хешын ҡабаттан хисаплау талап ителә. Ғәмәлдә бындай  операция өсөн кәрәкле ҡеүәт  үҙгәртелгән блоктарҙы һәм артабанғы блоктарҙы төҙөү өсөн кәрәк булған ҡеүәттән  (йәғни бөтә ағымдағы ҡеүәттән)   кәмерәк булырға тейеш түгел. 

2013 йылдың 1 декабренә селтәрҙең суммар ҡеүәте 6000 THash/s'тан ашыу була[16].  2014 йыл  башынан майнерҙар берләшмәһе (пул) Ghash.io байтаҡ ваҡыттар буйы  «Биткойн» селтәренең суммар ҡеүәтенең 40 проценттан ашыуын контролдә тота, ә 2014 йылдың июнь башында унда ҡыҫҡа ваҡытҡа селтәр ҡеүәтенең   50 проценттан ашыуы туплана[17].

Биткойндар ғәмәлдә бер тапҡыр ҙа  ике тапҡыр тотонолмай.  2015 йылда  параллель сынйырҙар бер тапҡыр ҙа 5 блоктан артмай.

Блоктарҙың хештарына ҡуйылыусы талаптар өсөн  «ҡатмарлылыҡ» тигән махсус параметр яуап бирә. Селтәрҙең хисаплау ҡеүәттәре даими булмағанлыҡтан, был параметр селтәр клиенттары тарафынан  һәр  2016 блок аша уртаса  блокчейндар формалашыу тиҙлеген ике аҙнаға 2016 блок кимәлендә тоторлоҡ итеп хисаплана.  Шулай итеп, 1 блок яҡынса ун минутта булдырыла. Ғәмәлдә, селтәрҙең хисаплау ҡеүәте үҫкәндә — ваҡыт арауыҡтары ҡыҫҡараҡ, түбәнәйгәндә  оҙонораҡ була[18]. Ҡатмарлылыҡты ваҡытҡа бәйләп ҡайтанан хисаплау блоктарҙың баш атамаларына булдырылыу ваҡыты ҡуйылғанға күрә мөмкин. Ул Unix-форматта  блок авторының  система сәғәте  (әгәр блок пулда яһалһа — был пулдың серверының система сәғәте буйынса) булдырыла[19].

Криптовалюталар өлкәһенән тыш ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта блокчейн технологияһына төрлө өлкәләр вәкилдәре ҡыҙыҡһыныу күрһәтә.  Финанс секторы блокчейнды бөтә тармаҡта индерергә йыйына, производство предприятиелары технологияға ҙур иғтибар бирмәй.

Банк секторы, инвестициялар һәм биржалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй банк секторында технологияға ВТБ[20] һәм  Сбербанк[21] иғтибар бирә.

Блокчейн  технологияһын ҡулланыу эшләнмәләре һәм пландары тураһында  VISA[22][23], Mastercard[24][25], Unionpay[26] һәм SWIFT түләү системалары белдерҙе [27][28].

Дойче Банктың  Лондон бүлексәһе Innovation Lab блокчейн-технология нигеҙендә инвестициялар системаһын эшләй, ул  аралашсылар, адвокаттар (ышаныҡлылар), аудиторҙар һәм клиринг агенттары ролен бөтөрөү йә ҡыҫҡартыу иҫәбенә инвестициялау процесын  тиҙләтә, ябайлаштыра һәм арзанайта[29].

2017 йылдың июлендә S7 Airlines һәм Альфа-банк Ethereum базаһында сауҙа операцияларын автоматлаштырыусы блокчейн-платформаһын  эксплуатацияға индерә[30].

Швеция[31], Украина[32] һәм БҒӘ[33]  блокчейн технологияһы ярҙамында ер реестры индерергә планлаштыра.

Һиндостан хөкүмәте блокчейн ярҙамында ергә ҡағылышлы мутлыҡтар менән көрәшә[34]. Андхра-Прадеш блокчейнды ҡулланыуға  индереү аҙымдары яһаған беренсе һинд штаты була[35]. Бының өсөн Вишакхапатнам ҡалаһында  Apla, Phoenix һәм Oasis Grace компанияларының блокчейндары ҡатнашлығында технология паркы төҙөлә[36].

2018 йылдың беренсе яртыһында Мәскәү территорияһында Күсемһеҙ милек берҙәм дәүләт реестры (рус. Единый государственный реестр недвижимости, ҡыҫҡартмаһы — ЕГРН) мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн блокчейн технологияһын ҡулланыу буйынса эксперимент башлана[37].

2014 йылда нигеҙләнгән  Bitnation  компанияһы традицион дәүләт хеҙмәттәрен, мәҫәлән, шәхесте раҫлау,   нотариат һәм башҡа хеҙмәттәрҙе күрһәтә[38].

2017 йылдың июнендә Accenture һәм Microsoft блокчейнда цифрлы шәхес танытмаларын тәҡдим итә [39].

2017 йылдың авгусында  Бразилия  хөкүмәте блокчейнда шәхес танытмалары системаһын һынай.

Финляндия ҡасаҡтарҙы блокчейн-технологиялар ярҙамында таный[40].

Эстонияла электрон гражданлыҡ блокчейн-системаһы эшләй[41].

Бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһы ҡасаҡтарҙы урындағы сауҙа нөктәләре аша  аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн  блокчейн технологияһын ҡуллана. Идеяны Хуман Хадад (Houman Haddad) бирә. Аҙыҡ алыусыларҙы идентификациялау өсөн биометрия (күҙҙең төҫлө шекәрәһен сканлау) ҡулланыла. 2018 йылда был технологияны ҡулланыу  Иорданияла  ғына ла айына 150 000 доллар экономиялай.

Блокчейн технологиясенең перспективалары һәм үсеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Блокчейн технологиясенең хәзерге үсеш дәрәҗәсен бәяләү өчен сез өч факторга игътибар итергә тиеш:

Блокчейнны яхшыртуга юнәлтелгән яңа техник эшләнмәләр барлыкка килү,

Яңа проектларның барлыкка килүе, идеяларының яңалыгы,

Societyәмгыять һәм хакимият тарафыннан танылу.

Технология бөтенләй яңа диярлек. Бу бер үк вакытта аңа үсеш өчен энергия бирә, һәм аны төрле хаталар белән очрашырга мәҗбүр итә. Стабилизация эше әле күп.

Тагын бер проблема - Blockchainны аңламау. Күпчелек кеше өчен мәгълүмат әле бик катлаулы яңгырый, текст авторы аны гадиләштерергә тырышса да. Бу инновацион үсеш өчен нормаль. Ләкин кеше "блокчейн гурулар" ның һәр адымда барлыкка килүеннән сак булырга тиеш, барлык нюансларны билгеле күләмдә акчага өйрәтергә вәгъдә бирә. Еш кына бу блокчейнны тормышка ашыру өчен бүтән мошенник тәкъдим иткән компанияләр белән очраша, чынлыкта алар бу технология турында бернәрсә дә аңламыйлар. Мондый бәхетсез белгечне сезнең бизнеска кабул итү аның таркалуы белән бәйле.

Блокчейнның тиз үсеше экосистеманың активлыгы белән раслана. 2013 елдан башлап, яңа биржерлар, биржалар һәм башка хезмәтләр даими пәйда була. Төрле максатлар һәм перспективалар белән бик күп яңа проектлар турында әйтмичә. Бу җәһәттән, идарә итү проблемаларын искә алу артык булмас.

Идарә итү - җәмәгать блокчейннарын үстерү механизмнары эшләүдә иң мөһим фактор, шул исәптән техник протоколлар. Идарә итү механизмнары һәрвакыт катлаулы, чөнки блокчейн күп катнашучылар белән бер система, һәм бу катнашучыларның фикерләре һәрвакыт туры килми. Карарлар кабул итүнең ачыклыгына, аннары децентрализациягә куркыныч бар. Әгәр дә үзәк контроль ноктасы белән блокчейн формалашса, ул бик зәгыйфь, һәм гадәттә технологиянең бөтен мәгънәсенә каршы килә. Шуңа күрә, мәсәлән, Тезос кебек проектлар бар - алар идарә итү схемасын яхшырту һәм аны үзәкләштерелмәгән формага китерү максатына нигезләнгән. Вакыт узу белән, мондый сценарийның никадәр мөмкин булуы күренәчәк.

  1. Генкин, Михеев, 2017, с. 15
  2. Marco Iansiti and Karim R. Lakhani The Truth About Blockchain (инг.) // Harvard Business Review : magazine. — 2017. — № January—February 2017 issue. — С. 118—127.
  3. 3,0 3,1 3,2 Satoshi, 2008, с. 3
  4. Genesis Block, Block 0 (ингл.). Дата обращения: 21 декабрь 2015.
  5. 5,0 5,1 Satoshi, 2008, с. 4
  6. Finding 2016 Blocks (ингл.). Дата обращения: 21 декабрь 2015.
  7. Bitcoin Block Explorer - сайт, позволяющий просматривать цепочку блоков (ингл.). 2012 йыл 19 июль архивланған.
  8. 8,0 8,1 Satoshi, 2008, с. 2
  9. The Mission to Decentralize the Internet, The New Yorker (12 декабрь 2013). 30 декабрь 2014 тикшерелгән. «The network’s „nodes“—users running the bitcoin software on their computers—collectively check the integrity of other nodes to ensure that no one spends the same coins twice. All transactions are published on a shared public ledger, called the „block chain“».
  10. Релиз Bitcoin 0.8.0 - OpenSource - Новости. Дата обращения: 22 февраль 2013. Архивировано 13 март 2013 года.
  11. Bitcoin is under attack (ингл.). Дата обращения: 21 декабрь 2015.
  12. Число брошенных блоков (ингл.). Дата обращения: 21 декабрь 2015. 2016 йыл 7 март архивланған.
  13. Bitcoin Developer Examples (ингл.). Дата обращения: 21 декабрь 2015.
  14. Статья о вероятности Double Spending атаки (ингл.). Архивировано 21 май 2013 года.
  15. Satoshi, 2008, с. 6—8
  16. Bitcoin Charts(англ.).Дата обращения 21 декабря 2015.
  17. Bitcoin security guarantee shattered by anonymous miner with 51 % network power (англ.). Дата обращения 21 декабря 2015.
  18. Графики изменения сложности сети Bitcoin (англ.). Дата обращения 21 декабря 2015.
  19. Bitcoin hash 2019 йыл 15 ноябрь архивланған. (англ.). Дата обращения 21 декабря 2015.
  20. «Наш ответ блокчейну»: российские банки намерены запустить свой аналог распределённого реестра  (рус.), CoinMarket.News (4 август 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
  21. «Сбербанк» стал первым российским банком в составе Enterprise Ethereum Alliance  (рус.), CoinMarket.News (18 октябрь 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 19 октябрь архивланған.
  22. Visa планирует запатентовать собственную систему цифровых активов  (рус.), CoinMarket.News (21 август 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  23. Visa будет использовать блокчейн для международных платежей (рус.). Хайтек. Дата обращения 3 ноября 2017.
  24. Mastercard разрабатывает собственную блокчейн-систему транзакций  (рус.), CoinMarket.News (22 сентябрь 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  25. Mastercard запускает платежную сеть на блокчейне (рус.). Хайтек. Дата обращения 3 ноября 2017.
  26. Китайский гигант UnionPay работает над блокчейном для банкоматов  (рус.), CoinMarket.News (28 август 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  27. Межбанковская система Swift завершила тестирование смарт-контрактов на основе блокчейна  (рус.), CoinMarket.News (3 июль 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  28. «Единогласно»: SWIFT сообщает об успешном тестировании протоколов Proof-of-Concept  (рус.), CoinMarket.News (16 октябрь 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 24 октябрь архивланған.
  29. Nienhaus, Lisa. Kryptowährung: Der Blockchain-Code (de-DE), Die Zeit (28 февраль 2018). 28 февраль 2018 тикшерелгән.
  30. S7 Airlines в партнерстве с Альфа-Банком запустила новое решение по продаже авиабилетов на базе Ethereum 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (неопр.) (28 июля 2017).
  31. Sweden tests blockchain technology for land registry, Reuters (16 июнь 2016). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  32. Государственный земельный кадастр Украины перешел на технологию Blockchain - ITC.ua  (рус.), ITC.ua (3 октябрь 2017). 13 декабрь 2017 тикшерелгән.
  33. Теперь официально: земельный реестр Дубая начал «переезд» в блокчейн  (рус.), CoinMarket.News (9 октябрь 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 27 октябрь архивланған.
  34. Browne, Ryan. An Indian state wants to use blockchain to fight land ownership fraud, CNBC (10 октябрь 2017). 6 апрель 2018 тикшерелгән.
  35. AP govt becomes first state in India to adopt blockchain tech for governance, The News Minute (10 октябрь 2017). 6 апрель 2018 тикшерелгән.
  36. Andhra to get Block Chain Technology Park (англ.). The Hans India. Дата обращения 6 апреля 2018.
  37. Блокчейн могут начать внедрять в систему ЕГРН на территории Москвы в рамках эксперимента в 2018 г., Рамблер (18 октябрь 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  38. Allison, Ian. 3D printing, counterfeit pharma and crypto CCTV highlighted at Digital Catapult Blockchain Pitchoff  (инг.), International Business Times UK (31 March 2016). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  39. Правительство Бразилии тестирует блокчейн-систему удостоверений личности  (рус.), CoinMarket.News (24 август 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  40. Финляндия решила проблему идентификации беженцев с помощью блокчейна  (рус.), CoinMarket.News (6 сентябрь 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 21 октябрь архивланған.
  41. Блокчейн-республика: система «электронного резидентства» в Эстонии создаёт цифровое общество без границ  (рус.), CoinMarket.News (16 август 2017). 3 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
Китаптар
  • Артем Генкин, Алексей Михеев. Блокчейн. Как это работает и что ждет нас завтра. — М.: Альпина Паблишер, 2017. — 592 с. — ISBN 978-5-9614-6558-7.
  • Melanie Swan. Blockchain: Blueprint for a New Economy. — O'Reilly Media, Inc., 2015. — 152 с. — ISBN 978-1-4919-2047-3. Руссаға трәжемәһе Мелани Свон. Блокчейн: Схема новой экономики. — Олимп-Бизнес, 2016. — 240 с. ISBN 978-5-9693-0360-7
  • Лоран Лелу. Блокчейн от А до Я. Все о технологии десятилетия. — М.: Эксмо, 2018. — 256 с. — ISBN 978-5-699-98942-3.
  • Алекс Тапскотт, Дон Тапскотт. Технология блокчейн - то, что движет финансовой революцией сегодня. — М.: Эксмо, 2017. — 448 с. — ISBN 978-5-699-95092-8.
  • Уильям Могайар, Виталик Бутерин. Блокчейн для бизнеса. — М.: Эксмо, 2017. — 224 с. — ISBN 978-5-699-98499-2.
  • Pedro Franco. The Blockchain // Understanding Bitcoin: Cryptography, Engineering and Economics. — John Wiley & Sons, 2014. — 288 p. — ISBN 978-1-119-01916-9.
  • Andreas M. Antonopoulos. 7. The Blockchain // Mastering Bitcoin. — O'Reilly Media, Inc., 2014. — ISBN 978-1-4493-7404-4.
  • Александр Табернакулов, Ян Койфманн. Блокчейн на практике. — М.: Альпина Паблишер, 2019. — 264 с. — ISBN ISBN 978-5-9614-2382-2.
Статьи
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy