Гараничев Евгений Александрович
Гараничев Евгений Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй[1][2] |
Тыуған көнө | 13 февраль 1988 (36 йәш) |
Тыуған урыны | Новоильинский[d], Нытвенский район[d][3] |
Һөнәр төрө | биатлонист, саңғы уҙышсыһы |
Масса | 69 килограмм |
Спорт төрө | Биатлон |
Ҡатнашыусы | Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — индивидуальная гонка (мужчины)[d], Чемпионат мира по биатлону 2019[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — гонка преследования (мужчины)[d][4], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — индивидуальная гонка (мужчины)[d][5], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — масс-старт (мужчины)[d][6] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — спринт (мужчины)[d][7] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 169 сантиметр |
Гараничев Евгений Александрович Викимилектә |
Гараничев Евгений Александрович (13 февраль 1988 йыл) — Рәсәй биатлонисы, 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында шәхси уҙышта бронза миҙал яулаусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, күп тапҡырҙар Донъя кубогы этаптары призеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евге́ний Алекса́ндрович Гара́ничев 1988 йылдың 13 февралендә Пермь өлкәһенең Новоильин ҡалаһында тыуған.
Саңғы ярыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Италияның Мальсе ҡалаһында үткән донъя беренселегендә ул Андрей Феллер, Петр Седов һәм Рауль Шакиръянов менән бергә 4х5 км эстафетаһында беренсе була[8]. Ә Италияның Тарвизио ҡалаһында юниорҙар һәм йәштәр араһында үткәрелгән донъя чемпионатында 4х5 километрлыҡ эстафетала Рәсәй йыйылма командаһының составына Иван Иванов, Дмитрий Васильев, Евгений Гараничев һәм Андрей Парфенов ингән квартеты икенсе урын яулай. Рәсәй спортсылары Швеция саңғысыларынан ни бары 0,3 секундҡа ҡалыша[9].
Биатлонға күсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда Евгений Гараничев яҡташы Владимир Аликиндың кәңәше буйынса биатлонға күсә[10]. Пермь өлкәһендә саңғы спорты менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булмай. Бағыусылар етешмәгәнлектән, спортсыларҙы хатта сборҙарға йөрөтмәйҙәр. Йәш саңғысы В. А. Аликинға мөрәжәғәт итә, яҡташы уны Төмән биатлонсылары тренеры Максим Владимирович Кугаевский менән таныштыра[11].
Биатлондағы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011/2012
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илебеҙҙең мылтыҡтан атыусы иң яҡшы саңғысылары йыйылған «Ижевск винтовкаһы» традицион ярыштарында саңғысы тәүге һәм тос ҡына уңышына өлгәшә. Евгений 20 километрлыҡ шәхси ярышта 4-се почетлы урынды биләй, ә спринтта иң көслө ун спортсы исемлегенә инә. Ошо һөҙөмтәләр Е. Гараничевҡа Европа кубогы ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын бирә. 2010 йылда Уват ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй Чемпионатында спринт һәм эҙәрлекләүҙә дүртенсе, масс-стартта бронза призеры була.
2011 йылдың 23 ғинуарында Антерсельвала беренсе тапҡыр Донъя кубогы этабында сығыш яһай. Беренсе спринт ярышында 13-сө урын ала. 2011 йылдың 23 ғинуарында Евгений Рәсәй йыйылма командаһы составында эстафета ярыштарында беренсе тапҡыр сығыш яһай. Ул, Антон Шипулиндан эстафетаны ҡабул итеп, 2-се этапҡа китә. Беренсе ут нөктәһендә, ике тапҡыр яҙа атып, ике өҫтәмә патрон ҡуллана, икенсе ут нөктәһендә 1 өҫтөмө патрон ҡуллана, эстафетаны тапшырыу юлына Бьерндалендан 9,5 секундҡа артта ҡалып сыға, йомғаҡлау түңәрәгендә атаҡлы спортсыға тағы 0,2 секунд оттора һәм эстафетаны Андрей Маковеевҡа тапшыра. Йомғаҡлау протоколында Рәсәй йыйылма командаһы, немец, итальян һәм норвег спортсыларын алға үткәреп, 4-се урын ала. 2011 йылғы Универсиадала Гараничев өс миҙал яулай: спринтта бронза, эҙәрлекләү уҙышында көмөш һәм ҡатнаш эстафетала бронза миҙалдарын алыуға өлгәшә.
2012 йылдың 5 ғинуарында Оберхофта үткән Донъя кубогында, эстафета командаһы менән 2-се урын яулап, беренсе тапҡыр подиумға күтәрелә. Эстафета составына Антон Шипулин , Евгений Гараничев , Евгений Устюгов һәм Алексей Волков инә.
2012 йылдың 20 ғинуарында шәхси карьераһында тәүге еңеүен яулай — Антхольцта спринтта 2-се урын алып, подиумға күтәрелә.
2012 йылдың 2 феврелендә Холменколленда спринтта үҙ карьераһында тәүге алтын миҙалын яулай. Немец Арнд Пайффер 2-се, норвег Эмиль Хегле Свендсен 3-сө булып килә. Гараничев немец спортсыһынан 0,7 секундҡа алда килә.
2012 йылдың 4 февралендә Холменколленда эҙәрлекләү уҙышында Евгений Гараничев өсөнсө урын яулай.
2012 йылдың 5 февралендә Холменколленда Евгений Гараничев, 2 тапҡыр яҙа атып, масс-стартта бронза миҙал яулай.
2012/2013
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың 4 ғинуарында Оберхофта Донъя кубогы этабында составына Алексей Волков , Антон Шипулин һәм Дмитрий Малышко ингән эстафета ярышында ул еңеү яулай. Был — Гараничевтың эстафета ярыштарында тәүге еңеүе.
2013 йылдың 5 ғинуарында Оберхофта Донъя кубогы этабында спринтта икенсе урын яулай.
2013 йылдың 6 ғинуарында Оберхофта Донъя кубогы этабында эҙәрлекләү уҙышында икенсе урын яулай.
2013 йылдың 16 февралендә биатлон буйынса донъя чемпионатында эстафета уҙышының өсөнсө этабында, сәпкә яҙа атып, уңышһыҙлыҡҡа тарый һәм ике штраф түңәрәген йүгерергә мәжбүр була. Һөҙөмтәлә командабыҙ 4-се урынды ғына биләй[12].
2013 йылдың 17 февралендә масс-стартта уңышһыҙ сығыш яһай. Ярыш башында ҡолай, һөҙөмтәлә финишҡа 24-се булып килә.
2013/2014
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың 28 ноябрендә спорт миҙгеленең беренсе шәхси уҙышында Гараничев, алты тапҡыр яҙа атып, еңеүсенән 6 минут 42 секундҡа артта ҡала. Һөҙөмтәлә 47-се урынға ҡала.
2013 йылдың 6 декабрендә Хохфильценда Донъя кубогы этабында спринтта, 2 тапҡыр яҙа атып, 23-сө урынға сыға. Ә 2013 йылдың 8 декабрендә үткән эҙәрлекләү уҙышында 34-се урынға ҡала.
2013 йылдың 13 декабрендә Гараничев ир-егеттәр эстафетаһында ҡатнаша, унда ул өсөнсө этапта Иван Черезов, Александр Логинов һәм Антон Шипулин менән бергә спорт миҙгелендә беренсе тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Артабанғы ярыштарҙа Гараничев 23-сө һәм 9-сы урындарҙы биләй.
Оберхофта Донъя кубогы этабында спринтта 53-сө һәм эҙәрлекләү уҙышында 49-сы урындарҙы биләй.
2014 йылдың 11 декабрендә Рупольдингта, Донъя кубогы этабында 3-сө урын алып, спорт миҙгелендә беренсе тапҡыр подиумға күтәрелә.
Антхольцтағы Донъя кубогы этабында ул спринтта һәм эҙәрлекләүҙә ярашлы рәүештә 29 һәм 25-се урындарҙа килә.
Олимпия уйындары 2014
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евгений Гараничев Сочи ҡалаһында үткәрелгән XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарында[13] ҡатнашыу өсөн Рәсәй командаһы составына индерелә.
2014 йылдың 8 февралендә Гараничев үҙенең спорт карьераһындағы тәүге Олимпия уйындары ярыштарында ҡатнаша. Ул спринтта сығыш яһай, бер тапҡыр сәпкә тейҙермәй, һөҙөмтәлә 27-се урынға сыға. Ярышта еңеүсе норвег Уле-Эйнер Бьюрндалендан 1 минут та 9,5 секундҡа артта ҡала.
2014 йылдың 10 февралендә эҙәрлекләү уҙышында сығыш яһай, бер тапҡыр сәпкә тейҙермәйенсә атып, 15-се урынға күтәрелә, еңеүсе Мартен Фуркадтан 59,1 секундҡа артта ҡала.
2014 йылдың 13 февралендә Гараничев шәхси ярышта ҡатнаша һәм бронза миҙал яулай[14]. Шәхси ярышта Гараничев яулаған бронза миҙал илебеҙҙә үткәрелгән Олимпиадала Рәсәйҙең ир-егеттәр биатлон командаһы яулаған берҙән-бер шәхси награда була.
Булып үткән ярыш һөҙөмтәләре буйынса Евгений масс-стартҡа ҡуйыла, әммә атыуҙағы уңышһыҙлыҡтары миҙал өсөн көрәшеү мөмкинлеген бирмәй, ул 5-се урынға ҡала.
Тренерҙар Гараничевты ҡатнаш эстафетаға индерергә ҡарар итә. Әммә Евгений, бынан алдағы ике донъя чемпионаты ярыштарындағы кеүек, штраф түңәрәгендә йүгерергә мәжбүр була. Һөҙөмтәлә, ҡатнаш эстафетала Рәсәй командаһы бишенсе урынды ала, ә немец командаһын дисквалификациялағандан һуң финиш протоколында дүртенсе урынды биләй[15].
Гараничев ир-егеттәр эстафетаһында ҡатнашмай.
2014/2015
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антхольцта Донъя кубогының алтынсы этабында Евгений спринтта икенсе урын яулай[16].
Донъя кубогының шул уҡ этабында эҙәрлекләү уҙышында, финишта Симон Шемпҡа 1,1 секунд һәм Симон Эдерға 0,1 секунд оттороп, өсөнсө урын яулай.
2016/2017
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыйылма статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя кубогындағы сығыштар статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөҙөмтә | Инд | Спр | Пр. | МС | Барыһы | Эст | См-ға | Барыһы |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 урын | 0 | 1 | 0 | 0 | 1 | 4 | 0 | 4 |
2 урын | 1 | 4 | 1 | 0 | 6 | 2 | 0 | 2 |
3 урын | 0 | 0 | 3 | 1 | 4 | 1 | 0 | 1 |
Финишҡа 10-ке | 2 | 10 | 12 | 6 | 30 | 12 | 1 | 13 |
Финишҡа мәрәй. | 8 | 31 | 25 | 16 | 80 | 12 | 0 | 12 |
Ситтә мәрәй | 1 | 5 | 2 | 0 | 8 | 0 | 0 | 0 |
Старт | 9 | 36 | 27 | 16 | 88 | 12 | 1 | 13 |
2014/2015 йылдар миҙгеленән һуң(*) |
Шәхси дисциплина иҫәбендә йомғаҡлау урыны.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дисциплина | 2010/2011 | 2011/2012 | 2012/2013 | 2013/2014 | 2014/2015 |
---|---|---|---|---|---|
Шәхси уҙыш | − | 19 (49) | 42 (27) | 28 (30) | 9 (86) |
Спринт | 67 (28) | 12 (224) | 12 (214) | 26 (116) | 6 (258) |
Эҙәрлекләү | − | 13 (176) | 7 (217) | 18 (184) | 9 (179) |
Масс-старт | 52 (17) | 10 (136) | 18 (101) | − (0) | 13 (117) |
Дөйөм иҫәп | 72 (45) | 12 (585) | 14 (559) | 26 (330) | 7 (635) |
Атыу статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел | 2008/2009 | 2009/2010 | 2010/2011 | 2011/2012 |
---|---|---|---|---|
Ятып | 66.25 % | 70.29 % | 82 %u | |
Тороп | 64.94 % | 73.19 % | 79 % | |
Дөйөм аныҡлыҡ | 65.61 % | 71.74 % | 80,5 % |
Донъя кубогы ярыштарының һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Результаты выступлений на Кубке мира | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Инд — индивидуальная гонка |
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының II дәрәжә миҙалы (24 февраль, 2014 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә тос өлөш индергәне, 2014 йылда Сочи ҡалаһында үткән XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарында өлгәшкән юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[17][18].
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (14 февраль, 2014 йыл)[19].
- Кама буйы спорт элитаһы край конкурсының «2007 йылдың иң яҡшы спортсыһы» номинацияһында еңеүсе
Шәхси тормош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың авгусында һөйгәне Людмилаға өйләнә. Туйҙары Төмән ҡалаһында үтә. 2016 йылдың 1 ғинуарында Евгений исемле улы [20], 2018 йылдың 2 ғинуарында Андрей исемле улы тыуа[21].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://sports.yahoo.com/olympics/sochi-2014/biathlon/mens-125-km-pursuit-BTM512/
- ↑ http://sports.yahoo.com/news/olympics-biathlon-birthday-boy-garanichev-happy-despite-missed-192301507--spt.html
- ↑ Спортивная Россия (урыҫ) — 1998.
- ↑ https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMPU
- ↑ https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMIN
- ↑ https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMMS
- ↑ https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMSP
- ↑ Юниорская сборная России по лыжным гонкам — победитель первенства мира в эстафете 4х5 км!
- ↑ Лыжник из Пермского края Евгений Гараничев стал серебряным призером чемпионата мира 2014 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ Гараничев: в биатлон меня позвал Аликин(недоступная ссылка)
- ↑ Евгений ГАРАНИЧЕВ: «Понимаю, что нельзя сразу научиться стрелять» 2010 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Николай Лопухов: «Гараничеву нужен психолог»
- ↑ Состав сборной России на Игры утверждён без изменений / Спорт-Экспресс, 23 января 2014.
- ↑ Шестакова, Индира. Гараничев подарил себе бронзу // Metro Москва. — 2014. — № 17 за 14 февраля. — С. 23. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2016)(Тикшерелгән 9 февраль 2016)
- ↑ Результаты смешанной эстафеты 2014 йыл 19 февраль архивланған. на официальном сайте Олимпийских Игр 2014.
- ↑ Темп задан: серебро Гараничева в спринте на этапе КМ по биатлону в Антерсельве / Р-Спорт, 22 января 2015.
- ↑ Указ о награждении государственными наградами чемпионов и призёров XXII Олимпийских зимних игр 2014 года . Официальный сайт Президента России (24 февраль 2014). Дата обращения: 25 февраль 2014.(рус.). Официальный сайт Президента России (2014-02-24). 25 февраль 2014 тикшерелгән.
- ↑ Чемпионы и призёры XXII Олимпийских зимних игр 2014 года в Сочи, удостоенные государственных наград Российской Федерации / Kremlin.ru, 24 февраля 2014.
- ↑ Приказ «О присвоении почетного спортивного звания „Заслуженный мастер спорта России“» . Официальный сайт Министерства спорта Российской Федерации (14 февраль 2014). Дата обращения: 14 февраль 2014. 2017 йыл 2 ноябрь архивланған.(рус.). Официальный сайт Министерства спорта Российской Федерации (2014-02-14). 14 февраль 2014 тикшерелгән.
- ↑ У Гараничева родился сын
- ↑ Призер Олимпийских игр Евгений Гараничев стал отцом во второй раз 2018 йыл 6 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- FIS Профиль(недоступная ссылка) (инг.)(инг.)
- Профиль ibu (инг.)(инг.)
- «Рәсәй спорты» Милли мәғлүмәт селтәре сайтында спортсының профиле
- 13 февралдә тыуғандар
- 1988 йылда тыуғандар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй биатлонсылары
- Алфавит буйынса биатлонсылар
- 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса спортсылар
- Биатлон буйынса Европа чемпиондары