Глаубер тоҙо
Глаубер тоҙо, мирабилит | |
---|---|
Формула | Na2SO4 · 10H2O |
Сингония | Моноклинная |
Төҫө | төҫһөҙ, аҡ, һарғылт аҡ, йәшкелт аҡ |
Һыҙат төҫө | аҡ |
Ялтырауығы | быяла кеүек ялтыр |
Үтә күренеүсәнлеге | Үтә күренмәле, яҡты |
Ҡатылығы | 1,5—2 |
Йәбешеүсәнлеге | Совершенная по {100} |
Тығыҙлығы | 1,49 г/см³ |
Глаубер тоҙо (мирабилит) — Na2SO4·10H2O, натрий сульфатының ун һыулы кристаллогидраты. Тәүге тапҡыр химик И. Р. Глаубер тарафынан минераль һыуҙар составында табыла, артабан көкөрт кислотаһының натрий хлоридына тәьҫире ярҙамында синтезлана. Быяла һәм сода производствоһында, медицинала ҡулланыла[1].
Башҡа исемдәре: Sal glauberi, мирабилит, себер тоҙо, гуджир, көкөрт кислотаһы натрий.
Физик үҙсәнлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Призма формаһындағы үтә күренмәле кристалдарҙан ғибәрәт. Әсе тоҙло тәме бар һәм телдә ирей. Еҫе юҡ. Һыуҙа яҡшы эрей. Янмай, утта ярылмай. Оҙаҡ ваҡыт һауала йәки йылытҡанда елләнә һәм ауырлығын юғалта. Тулыһынса елләткәндә натрий сульфатына — аҡ төҫтәге онтаҡҡа әүерелә. Ун һыулы глаубер тоҙонан тыш ете һыулы кристаллогидратының ромбик кристалдары билдәле Na2 SO4·7H2O һәм бер һыулы тоҙ Na2SO4·H2O.
Тәбиғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Глаубер тоҙоноң тәбиғи минералы мирабилит тип атала. Уның тығыҙлығы ни бары 1,49 г/см3 тәшкил итә, ул — иң еңел минералдарҙың береһе.
XIX быуатта Грузияла Тбилисиҙан 30 км алыҫлыҡта мирабилит табыла. Был ятҡылыҡтарҙың майҙаны яҡынса 55 мең м² булған киптерелгән тоҙло күл була. Ҡалынлығы яҡынса 5 метр булған мирабилит ҡатламы 30 сантиметрҙан алып 4,5 метрға тиклем ҡалынлығы менән ҡом балсыҡ ҡатламы менән ҡапланған.
Ҡышын, яҡынса 20 ноябрҙән 15 мартҡа тиклем, Каспий диңгеҙенең һыу температураһы 5,5-6 °C тиклем түбәнәйгәс, Төркмәнстандың Ҡара-Богаз-Гол ҡултығы һыуҙарынан мирабилит күпләп төшә, ҡултыҡтың төбөнә һәм ярҙарына төҫһөҙ кристалдар ултыра.
Мирабилит шулай уҡ Көнбайыш Себерҙең Кучук күлендә, Томск өлкәһенең тоҙло күлдәрендә, Алтай крайында (Оло Яр һәм Бурлин күлдәре) осрай.
Башҡа ятҡылыҡтарҙа, мәҫәлән, Калифорнияла (АҠШ), Сицилияла, Германияла, Оло Малиновский күлендә (Әстерхан өлкәһе) мирабилит башҡа минералдарҙың — астраханит Na2Mg(SO4)2 · 4H2O, левеит Na2Mg(SO4)2 · 2,5H2O, вантгоффит Na6Mg(SO4)4, глауберит Na2Ca(SO4)2, глазерит Na2K6(SO4)4 импульстары менән барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ мирабилит гипс һәм таш тоҙ ятҡылыҡтарында юшҡын һәм ҡатлау рәүешендә осрай.
Тәбиғәттә натрий сульфаты - француз химигы Л. Ж. Тенар хөрмәтенә аталған тенардит минералы бик һирәк осрай. Уны һыуһыҙ формала һаҡлау өсөн ҡоро сүл зоналары кәрәк. Шуға күрә ундай ятыштар Чилиҙа, Үҙәк Азияла, Аризона штатында, шулай уҡ Испанияла Эбро йылғаһы үҙәнендә табылған[1].
Асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Глаубер тоҙон асыу 1626 йылдың ҡышында билдәләнә, һәм туранан тура 1625 йылда Глауберҙың ауырыуы — сабыртмалы тиф,, ул ваҡытта «венгр биҙгәге» тип аталған сир менән бәйле. Глаубер үҙе быны нисек тасуирлай:
Ауырыуҙан бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, мин Неаполисҡа килдем (Нойштадттың латин исеме, немецса — «яңы ҡала»; Германияла бер нисә ҡала ошондай исемгә эйә). Унда йәнә ауырыу өйәнәге башланды, һәм мин был ҡалала ҡалырға тейеш инем. Ауырыу ашҡаҙанымды шул тиклем көсһөҙләндерҙе, хатта ул бер ниндәй ризыҡты ла ҡабул итә лә, эшкәртә лә алмай ине. Урындағы халыҡ миңә йөҙөм баҡсаһы янындағы сығанаҡҡа барырға кәңәш итте. Улар, сығанаҡтағы һыу аппетитымды ҡайтарыр, тине. Уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, мин үҙем менән ҙур икмәк киҫәге алдым; миңә уны ашарға кәрәк, тинеләр, әммә бының миңә нисектер ярҙам итәсәгенә бик аҙ ышандым. Шишмәгә килгәс, мин икмәгемде һыуға мандым һәм уны ҙур ҡәнәғәтлек менән ашаным, ә бынан алда иң нәзәкәтле тәм-томдарға иғтибар итмәй булдыра алманым. Икмәктән ҡалған тышты алып, һыуҙы шишмәнән алып эстем. Ашауым шул тиклем ҡыуандырҙы, ахыр сиктә мин һыу алған икмәк «ксынаяғын» да ашаным. Өйгә имен-аман әйләнеп ҡайттым һәм тәьҫораттарым менән күршеләрем менән уртаҡлаштым. Ошо һыу менән артабан да дауаланһам, ашҡаҙанымдың функциялары тулыһынса тергеҙелер тип уйлағайным. Мин: «Был ниндәй һыу?» — тип һораным. Миңә: «Унда селитра бар», — тинеләр.
Глаубер шишмә һыуының химик составы менән ҡыҙыҡһына һәм киләһе ҡышты уны өйрәнеүгә арнай. Ул урындағы дарыуханасы Айснер менән дуҫлаша. Уның лабораторияһын тәжрибә үткәреү өсөн файҙалана. Тикшереүҙәр барышында минераль һыуҙы парға әйләндерә һәм уның ултырмаһын анализлай. Ултырмала быға тиклем билдәһеҙ тоҙ ҡала. Глаубер уны «мөғжизәле» тип атай. Атап әйткәндә, мирбилит тәбиғи минералының исеме латинса атамаһынан килеп сыға.
Күп йылдар үткәс, 1648 йылда, Глаубер кислоталар менән тәжрибә үткәрә, дөрөҫөрәге, көкөрт кислотаһы менән ябай таш тоҙҙо йылытыу юлы менән тоҙ кислотаһы ала. Аҡрын йылытҡанда натрий гидросульфаты реакцияһы барлыҡҡа килә: NaCl + H2SO4 = NaHSO4 + HCl, ә көслөлә — натрий сулфаты: 2NaCl + H2SO4 = Na2SO4 + 2HCl. Ултырманың ҙур үтә күренмәле кристалдары йәш сағында танышҡан «мөғжизәле тоҙ» булып сыҡҡанын күргәс, Глаубер бик ғәжәпләнә. Бер реакция һөҙөмтәһендә Глаубер тоҙ кислотаһы алыу һәм натрий сульфатын синтезлау ысулын да аса.
Химик үҙенсәлектәре һәм ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сода, гипосульфат, ультрамарин етештереүҙә; быяла сәнәғәтендә, һыуытыу эшендә, медицинала ҡулланыла. Глауберов тоҙо медицинала эскә 15-30-шар г ҡабул итеүгә йомшартыу сараһы булараҡ файҙаланыла.
Нәфис әҙәбиәттә мирабилит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылда Советтар Союзында Константин Паустовскийҙың «Кара-Бугаз» тигән повесы баҫыла. Был әҫәр Ҡара-Боғаз-Гол ҡултығы аша ябай булмаған глаубер тоҙо сығарыу һәм кеше үҙләштерергә тейеш тәбиғәт байлыҡтары тураһында бәйән ителә. Ошо әҫәр баҫылып сыҡҡандан һуң, яҙыусылар Паустовскийҙы «әҙәбиәтебеҙҙе мирабилиты» тип атай башлайҙар[2].
Волга тамағы янындағы тоҙло күлдәргә походтарҙа мирабилит табыу мажаралы повестың төп геройы өсөн иң экстремаль шөғөлдәрҙең береһе булып тора[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Энциклопедия «Кругосвет» Глауберова соль
- ↑ Литературоведческие заметки о К. Г. Паустовским или его же автобиографическая «Повесть о жизни».
- ↑ Сергей Грушко. Восставшее поколение : Фантастическая повесть. — [б.м.] : Издательские решения, 2020. — 200 с. — ISBN 978-5-4498-3610-6.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илья Леенсон. Иоганн глауберҙың мөғжизәле тоҙо. // Балалар өсөн Энциклопедия. 17-се Том. Химия. М.: Аванта+, 2000, с. 457; 2-е изд, перераб., 2006, с. 463.
- Химический словарь школьника / Б. Н. Кочергин, Л. Я. Горностаева, В. М. Макаревский, О. С. Аранская. — Мн.: Народная асвета, 1990. — 255 с. — 75 000 экз. — ISBN 5-341-00127-3.
- Мирабилит базаһында webmineral.com (инг.)
- Мирабилит — мәҡәлә Ҙур совет энциклопедияһы. Петров В. П..