Дэн Сяопин
Дэн Сяопин | ||||
邓小平 | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
28 июнь 1981 йыл — 9 ноябрь 1989 йыл | ||||
Алдан килеүсе: | Хуа Гофэн | |||
Дауамсы: | Цзян Цзэминь | |||
| ||||
июнь 1983 йыл — апрель 1990 йыл | ||||
Дауамсы: | Цзян Цзэминь | |||
| ||||
20 март 1978 йыл — 27 июнь 1983 йыл | ||||
Алдан килеүсе: | Чжоу Эньлай | |||
Дауамсы: | Дэн Инчао | |||
| ||||
4 ғинуар 1975 йыл — 10 сентябрь 1980 йыл | ||||
Хөкүмәт башлығы: | Чжоу Эньлай, Хуа Гофэн, Чжао Цзыян | |||
Алдан килеүсе: | Линь Бяо | |||
Дауамсы: | Вань Ли | |||
| ||||
19 сентябрь 1953 йыл — 25 июнь 1954 йыл | ||||
Хөкүмәт башлығы: | Чжоу Эньлай | |||
Алдан килеүсе: | Жун Цзыхэ (вазифа башҡарыусы) | |||
Дауамсы: | Ли Сяньнянь | |||
Дине: | юҡ; (атеист) | |||
Тыуған: | 22 август 1904[1][2][3][…] Область Гуанъань[d] | |||
Үлгән: | 19 февраль 1997[4][5] (92 йәш) Пекин, Ҡытай | |||
Супруг: | Чжан Сиюань[d], Цзинь Вэйин[d] һәм Чжо Линь[d] | |||
Балалары: | Дэн Линь Дэн Пуфан | |||
Партия: | Ҡытай коммунистар партияһы[d] һәм Гоминьдан[d] | |||
Белеме: | Ҡытай хеҙмәтсәндәренең коммунистик университеты[d] Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты | |||
Автограф: | ||||
Дэн Сяопин (ҡытайса 鄧小平|邓小平; Dèng Xiǎopíng, тыумыштан Дэн Сяньшэн (ҡытайса 鄧先聖|邓先圣;Dèng Xiānshèng); 22 август 1904 йыл, Сычуань провинцияһының Гуанъань өлкәһе Пайфан ауылы — 19 февраль 1997 йыл, Пекин) — Ҡытайҙың дәүләт, сәйәси һәм партия эшмәкәре. Илдең өлкән быуын сәйәсмәндәре вәкиле, Ҡытай революцияһының иң абруйлы ветерандары ингән «үлемһеҙ һигеҙ» төркөмө ағзаһы була. Бер ҡасан да ил етәксеһе вазифаһын биләмәй, әммә 1970-се йылдар аҙағынан 1990-сы йылдар башына тиклем Ҡытайҙың фактик етәксеһе була.
Мәҙәни революциянан һуң иғлан ителмәгән граждандар һуғышы хәлендә булған һәм өҙгөләнгән илде мираҫҡа алып, Дэн Ҡытайҙың икенсе быуын етәкселәренең ядроһына әүерелә. Ул яңыса фекерләү авторы була, «Ҡытай үҙенсәлеге менән социализм» принцибын эшләй, иҡтисади реформалар инициаторы була һәм илдең донъя баҙарының бер өлөшө булып китеүенә өлгәшә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сычуань провинцияһының Гуанъань өлкәһе Пайфан ауылында интеллигент ғаиләһендә тыуған. Атаһы Дэн Вэньмин, белем алыуҙың мөһимлеген аңлап, өлкән улын Чунциндәге иң яҡшы мәктәптәрҙең береһендәге әҙерлек курсына яҙҙыра. Мәктәптә Дэн исемен үҙгәртә һәм үҙен Дэн Сисянь тип йөрөтә башлай (Ҡытайса: 鄧希賢|邓希贤|Dèng Xīxián).
1919 йылда 80 студент менән бергә Дэн (Хо Ши Мин, Чжоу Эньлай һәм Пол Пот кеүек башҡа күп кенә революционерҙар һымаҡ) Францияға уҡырға китә. Был саҡта уға ни бары 15 йәш тулған була. Францияла уға аҡса етмәй һәм унда үткәрелгән ваҡытының күп өлөшөн ул тәүҙә тимер рудниктарында, һуңынан «Рено» автомобиль заводында эшләй, янғын һүндереүсе һәм официант була. Дэн Сяопин Францияла булғанда әсәһе вафат була, атаһы бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡарай, әммә һәр никахы уңышһыҙ була.
Францияла өлкән иптәштәре йоғонтоһо аҫтында Дэн марксизм идеялары менән мауыға һәм пропаганда эшенә ҡушыла. 1921 йылда ул Ҡытай Коммунистик йәштәр союзына, 1923 йылдың икенсе яртыһында — Ҡытай Коммунистар партияһы сафына инә. Тиҙҙән йәштәр союзының Европа бүлексәһе лидерҙарының береһенә әйләнә. 1926 йылдың ғинуарында ашығыс рәүештә Франциянан ҡайтып китә. Икенсе көндө «Рено» заводында эшләгән ҡытайҙар ятағын полиция килеп баҫа. Тентеү яһаған хеҙмәткәрҙәр докладынан күренеүенсә, ике иптәше менән 22 йәшлек Дэн йәшәгән бүлмәлә «ҡытай һәм француз телендә коммунизмды пропагандалаған күп кенә брошюра („Ҡытай эшсеһе“, „Сунь Ятсендың васыяты“, Николай Бухариндың „Коммунизм әлифбаһы“ һ.б.), Ҡытай гәзиттәре, шул иҫәптән Мәскәүҙә нәшер ителгән гәзиттәр табыла…»". Был ваҡиғаға ҡағылышлы ике фараз таралыу алған, беренсеһе: йәнәһе, француз полицияһы, Францияла дәғүәсе ҡытай йәштәр ойошмаһы лидеры булған ниндәйҙер Хо Лучиҙы үлтерергә маташыуҙы йоштороуҙа ғәйепләп, Дэнға енәйәт эше асҡан булған; икенсеһе: компартия етәкселеге уны Советтар Союзына уҡырға ебәреү өсөн саҡыртып ала.
1926 йылда Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университетында уҡый. Был ваҡытта СССР-ҙа Яңы иҡтисади сәйәсәт (НЭП) тирәләй киҫкен бәхәс барған була, һәм Дэн урыҫ большевиктарының ҡараштары, шул иҫәптән Николай Бухариндың капитализмдан социализмға күсеү осорона ҡағылған фекерҙәре менән яҡындан таныша.
1926 йылдың сентябрендә тыуған иленә ҡайта.
Сәйәси карьераһының башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуған иленә ҡайтҡас, Дэн Сяопин подпольщик булып китә. 1928 йылда Гуансиҙа гоминьдан хөкүмәтенә ҡаршы ихтилалға етәкселек итә. Ихтилал бер аҙҙан тарҡала, ә Дэн Ҡытай Совет Республикаһы иғлан ителгән Цзянси ҡалаһына күсә. Был йылдарҙа Дэн ваҡиғалар үҙәгендә була, сәйәси хеҙмәткәр һәм хәрби дипломат тәжрибәһе туплай. Граждандар һуғышында йәш Дэн Ҡытай коммунистарының "бөйөк походы"нда ҡатнаша, 1934 йылдың декабрендә ул ҡабаттан КПК Үҙәк Комитетының Секретариат мөдире итеп тәғәйенләнә[6].
Политкомиссар булараҡ, Дэн 1937—1945 йылдарҙағы япон-ҡытай һуғышының һәм Гоминьданға ҡаршы көрәштә бер нисә уңышлы хәрби операция ойоштора. 1947 йылдың ноябрендә ул Чан Кайши штабы урынлашҡан Сычуань провинцияһындағы гоминьдансылар көстәренә ҡаршы һөжүм менән етәкселек итә. 1 декабрҙә провинцияның Чунцин ҡалаһы алына, Чан Кайши быға тиклем үҙенең штабын Чунциндан Чэндуға күсереп өлгәрә. Әммә Гоминьдандың Ҡытайҙағы ошо һуңғы терәге лә 1948 йылдың 10 декабрендә коммунистар ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына, ә Чан Кайши шул уҡ көндә Тайванға ҡасып ҡотола.
ҠХР ойошторолоуҙан «мәҙәни революция»ға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғандан һуң Дэн илдең көньяҡ-көнбайыш райондарына эшкә ебәрелә, бында ул партия комитетының беренсе секретары вазифаһын биләй.
Мао Цзэдун сәйәсәтен хуплай һәм яңы хөкүмәттәге бер нисә мөһим вазифаға тәғәйенләнә. 1952 йылдың июлендә Мао Дэнды Пекинға Дәүләт административ советы премьеры урынбаҫары итеп күсерә.
1953 йылдың йәйендә Дэн Ҡытай Халыҡ Республикаһы Финанс-иҡтисади комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һәм финанс министры итеп тәғәйенләнә.
1954 йылдың апрелендә Ҡытай Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының Секретариаты һәм ойоштороу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Сентябрҙә Дәүләт Советы премьеры урынбаҫары итеп раҫлана. 1955 йылдың апрелендә КПК Үҙәк Комитетының Политбюро ағзаһы итеп һайлана.
1956 йылдың сентябрендә КПК Үҙәк Комитетының VIII съездан һуң үткән тәүге пленумында Политбюро ағзаһы, Политбюроның Даими комитеты ағзаһы һәм КПК Үҙәк Комитетының Генераль секретары итеп һайлана.
Мао ҡушыуы буйынса 1957 йылдың февраль — сентябрь айҙарында «партияны таҙартыу» һәм «сәскә атһын йөҙ сәскә…» дөйөм Ҡытай кампанияһын үткәрә, шунан һуң интеллигенцияға ҡаршы репрессив кампанияны етәкләй.
Был осорҙа Лю Шаоци менән аралары яҡыная. «Ҙур күтәрелеш» сәйәсәтенең уңышһыҙлығынан һуң Дэн Сяопин һәм Лю Шаоци КПК-ла үҙ позицияларын көсәйтә. Улар бергәләп «Ҙур күтәрелеш» сәйәсәтенең хаталарын төҙәтеү маҡсатында иҡтисади реформаларға тотона, шуның менән партияла йоғонтолоҡ һәм халыҡта популярлыҡ яулай. Дэн һәм Лю Маоның радикализмынан айырмалы һығылмалы һәм уртаса сәйәсәт алып бара.
1961 йылда Гуанчжоуҙағы конференцияла ул үҙенең, моғайын, иң билдәле һүҙҙәрен әйтә:
Бесәйҙең ҡара йәки аҡ булыуы мөһим түгел, әгәр сысҡан тота ала икән — был яҡшы бесәй. |
Йәберҙә булыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1966 йылда Ҡытайҙа «Мәҙәни революция» башлана, уның барышында Дэн йәбергә эләгә, уны барлыҡ вазифаларынан төшөрәләр.
1966 йылдың авгусында Ҡытай Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының Дэн биләгән Генераль секретарь вазифаһы бөтөрөлә. 1967 йылдың 1 апрелендә «Жэньминь жибао» гәзите һәм «Хунци» журналында баҫылған мәҡәләләр Дэн тураһында беренсе тапҡыр асыҡ матбуғатта «партияла Лю Шаоциҙан һуң иң билдәле икенсе кеше, власта тороп, капиталистик юл менән бара» тип яҙып сыға. 1967 йылдың 29 июлендә Дэнды ҡатыны менән митингҡа көс менән алып сығалар, унда уларҙы кәмһетәләр һәм туҡмайҙар, шунан һуң өй һағы аҫтына ябалар.
Хунвейбиндар, Дэндың улы Дэн Пуфанды тотоп алып, уны тәүҙә язалайҙар, һуңынан өсөнсө ҡаттың тәҙрәһенән ташлайҙар, һөҙөмтәлә ул инвалид булып ҡала.
1969 йылдың 22 октябрендә Дэнды ҡатыны һәм үгәй әсәһе менән Пекиндан Наньчан ҡалаһына күсерәләр һәм «7 май мәктәбе» тип атама бирелгән элекке пехота училищеһында өй һағы аҫтына алалар һәм трактор заводына ябай эшсе итеп ебәрәләр. Был ваҡытта Дэн күпләп яҙыша башлай. Шулай ҙа суд алдына баҫҡан, һуңынан төрмәлә үлеп ҡалған Лю Шаоци менән сағыштырғанда Дэндың яҙмышы күпкә яҡшыраҡ була.
Беҙҙең партияла бер ни эшләмәй хаталар ҡылған кешеләр һәр ваҡыт булды. Ә Дэн Сяо-пин эш менән шөғөлләнде һәм хаталар ебәрҙе; әммә ул ҡылған эштәре тураһында уйланыу мөмкинлеге булған ваҡытта үҙенә ҡарата бик яҡшы анализ яһаны, һәм был уның хаталар эшләү өсөн дә, уларҙы таныу һәм төҙәтеү өсөн дә ҡыйыулығы етерлек булыуын иҫбатлай…
Минеңсә, ул мамыҡ кеүек йомшаҡ, ә натураһы буйынса энә кеүек осло. Тышҡы яҡтан ул — барыһы өсөн дә изгелек сағылышы, асылда иһә ҡаты һәм принципиаль кеше.
Власҡа ҡайтыуы. Яңы йәбер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яман шеш менән ауырыусы премьер Чжоу Эньлай үҙенең алмашсыһы итеп Дэнды һайлай һәм Маоны уны сәйәсәткә ҡайтарырға күндерә. 1973 йылдың мартында Дэн Чжоу Эньлай хөкүмәтенең вице-премьеры итеп тәғәйенләнә, КПК-ның X съезында партия Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана, декабрҙә Мао Цзэдун тәҡдиме менән КПК Үҙәк Комитеты Политбюроһы составына индерелә.
1974 йылдың апрелендә Дэн Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы сессияһында Мао Цзэдундың «өс донъя тураһында» теорияһына аңлатма менән сығыш яһай, шунан һуң Генри Киссинджер менән һөйләшеүҙәр үткәрә. Октябрь айында Мао Дэнды Ҡытай Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының Хәрби советы рәйесе урынбаҫары һәм Ҡытай Халыҡ-азатлыҡ армияһы Генераль штабының начальнигы итеп тәғәйенләй.
1975 йылдың ғинуарында Мао Цзэдун тәҡдиме менән КПК Үҙәк Комитеты пленумы Дэн Сяопинды КПК Үҙәк Комитеты Рәйесе урынбаҫарҙарының береһе һәм Политбюроның Даими комитеты ағзаһы итеп һайлай. Бынан һуң Халыҡ вәкилдәренең Бөтә Ҡытай Йыйылышы сессияһы Дэнды премьерҙың беренсе урынбаҫары итеп раҫлай. Дэн иғтибарын ил иҡтисадын тергеҙеүгә йүнәлтә.
Шулай ҙа Дэн бик һаҡ эш итергә тырыша, сөнки ысынбарлыҡта «мәҙәни революция» тамамланмаған була. Маоның ҡатыны Цзян Цин етәкләгән «дүртәү бандаһы» партияла власть өсөн әүҙем көрәш алып бара. «Дүртәү бандаһы» Дэнды үҙ властары өсөн беренсе ҡурҡыныс итеп күрә. «Мәҙәни революцияны» үҙенең төп сәйәси инициативаһы тип һанаған Мао Цзэдун да Дэндың «мәҙәни революцияның» «файҙалы» йомғаҡтарын шик аҫтына ҡуйыуы мөмкин тип шикләнә һәм уға төрлөсә ҡаршылыҡ күрһәтә. 1975 йыл аҙағында Дэнды халыҡ алдында үҙ-үҙен тәнҡитләп сығыш яһарға мәжбүр итәләр. Ул үҙенең «хаталарын» танырға мәжбүр була. Тиҙҙән Дэн менән «Дүртәү бандаһы» араһындағы ҡаршылыҡ асыҡ дошманлыҡҡа әүерелә. Мао Цзэдун Дэндың үҙ-үҙен тәнҡитләүен ҡабул итеүҙән баш тарта һәм КПК Үҙәк Комитетына «Дэн Сяопиндың хаталарын асыҡтан-асыҡ тикшерергә» тәҡдим итә.
Дэндың сәйәси карьераһында бик мөһим роль уйнаған Чжоу Эньлай 1976 йылдың ғинуарында вафат була, уның үлеме Дэнды Үҙәк Комитеттағы ярҙам-терәктән мәхрүм итә. Ерләү сараларынан һуң «Дүртәү бандаһы» Мао рөхсәте менән «Дэнды тәнҡитлә һәм уңдар менән көрәш» исеме аҫтында кампания башлай. Хуа Гофэн Чжоу Эньлайҙың вазифаһын ала. Шул уҡ йылдың 2 февралендә Үҙәк Комитет Дэнды тышҡы бәйләнештәр өлкәһенә эшкә күсереү тураһында ашығыс директива ҡабул итә, был ғәмәлдә Дэнды партия аппаратынан ситләтеүҙе аңлата. Яҙмышының хәл ителеүен көтөп, артабанғы айҙарҙы Дэн өйөндә үткәрә. 3 мартта Мао «мәҙәни революция»ның легитимлығын раҫлаусы директива иғлан итә, унда Дэн Сяопиндың илдең эске проблемаһы булыуы айырым билдәләнә. Үҙәк Комитет һәм бөтә провинциаль партия комитеттары был директиваны хуплай һәм, Маоға эйәреп, Дэнды тәнҡитләү кампанияһын башлай.
Цинмин — Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу байрамы үткәрелгән көндәрҙә халыҡ Чжоу Эньлайҙы оло хөрмәт менән хәтерләй, был Дэндың сәйәси тормошо йәнләндереп ебәрә. Халыҡ матәме Тяньаньмэнь майҙанындағы инцидентҡа әүерелә, быны «Дүртәү бандаһы» контрреволюцион провокация тип баһалай. Банда ағзалары Дэн Сяопинды инцидентты ойоштороуҙа ғәйепләй, һәм Мао уны бөтә вазифаларынан бушата, шулай ҙа партияла ағза итеп ҡалдыра. 7 апрелдә Дэн ҡулға алына. Икенсе көндә «Жэньминь жибао» гәзитендә Тяньаньмэнь майҙанындағы хәлдәр тураһындағы мәҡәлә Дэн «контрреволюцион элемент» тип иғлан ителә.
Реабилитация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1976 йылдың сентябрендә Мао вафат була. Октябрь айында "Дүртәү бандаһы"н ҡулға алыуҙа төп роль уйнаған оборона министры Е Цзяньин һәм КПК-ның башҡа ветерандары партияның яңы рәйесе Хуа Гофэндан Дэнды сәйәси реабилитациялауҙы талап итә башлай.
1977 йылдың июлендә КПК Үҙәк Комитеты пленумы Дэнды Үҙәк Комитет, Политбюро һәм Даими комитет ағзаһы, Үҙәк Комитет һәм Хәрби совет Рәйесе урынбаҫары, дәүләт Советы премьеры урынбаҫары һәм Халыҡ-азатлыҡ армияһының Генераль штабы начальнигы вазифаларында тергеҙә. КПК-ның август айында уҙған XI съезында ул партияла һәм дәүләттә әһәмиәте буйынса Хуа Гофэн һәм Е Цзяньиндан һуң өсөнсө лидер булараҡ ҡарала[8].
1977 йылда Дэн «Мәҙәни революция» барышында ебәрелгән хаталарҙы төҙәтеү кәрәклеге тураһында белдерә. 1977 йылдың декабрендә Дэн һәм уның союздашы Е Цзяньин Үҙәк Комитеттың ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһына Ху Яобанды тәғәйенләүгә өлгәшә, ул иһә «мәҙәни революция» ҡорбандарын реабилитациялауҙы, артабан 1957 йылдағы уң элементтарға ҡаршы кампания башлай[8].
Власты туплауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]КПК Үҙәк Комитетының 1978 йылдың ноябрь — декабрь айҙарында уҙған Эш кәңәшмәһендә Дэн яҡлылар Хуа Гофэн төркөмөнән өҫтөнлөк ала, һәм Дэн Сяопин Ҡытайҙың ғәмәлдәге лидерына әйләнә.
1978 йылдың ноябренән ҡыҫҡа сәйәси либералләштереү осоро башлана, һуңыраҡ ул «Пекин яҙы» исемен алға. «Пекин яҙы» барышында «мәҙәни революция»ны асыҡтан-асыҡ тәнҡитләүгә рөхсәт бирелә. Дэн әкренләп оппоненттарынан ҡотола башлай. «Мәҙәни революция»ны асыҡтан-асыҡ тәнҡитләүҙе дәртләндереп, ул вазифаларына һәм әлеге хәлдәренә «мәҙәни революция» ваҡытында ирешкәндәрҙең позицияларын көсһөҙләндерә һәм бер үк ваҡытта үҙе кеүек уның барышында зыян күргәндәрҙең позицияларын көсәйтә. Ошоға бәйле Дэндың халыҡ алдында популярлығы көндән-көн арта.
Дэн әүҙем нигеҙҙә Вьетнамға ҡаршы хәрби операцияны яҡлай, 1980 йылдың мартына тиклем генштаб начальнигы вазифаһында ҡалып, был операцияны планлаштыра һәм уны дипломатик йәһәттәп яҡлау ойоштороу маҡсатында бер нисә сит илдә булып ҡайта. Һуғыш һөҙөмтәһендә армия өҫтөнән шәхси контролен нығыта[8].
Яйлап үҙе тирәһенә фекерҙәштәрен туплаған Дэн 1980 йылда Хуа Гофэнды премьера посынан төшөрә һәм уны Чжао Цзыян менән алмаштыра. 1981 йылда Хуа Гофэн КПК Үҙәк Комитеты рәйесе вазифаһында Ху Яобан менән алмаштырыла. КПК Үҙәк Комитетының Үҙәк хәрби советы рәйесе вазифаһын биләгән Дэн Сяопин партияла иң абруйлы кеше булып ҡала һәм иҫке власть ысулдарынан айырмалы рәүештә Хуа Гофэнға Үҙәк Комитетта ҡалырға мөмкинлек бирә.
Дэндың күтәрелеүе Мао шәхесенә ҡағылған тарихи һәм идеологик мәсьәләләрҙең асыҡтан-асыҡ тикшерелә һәм был йүнәлештә барлыҡ һорауҙарҙың бирелә алыуын аңлата. Дэн төплө һәм ныҡлы реформалар башларға ынтыла. 1982 йылда КПК Үҙәк Комитеты «КХР ойошторолғандан алып ҡайһы бер тарихи мәсьәләләр тураһында» тигән документ ҡабул итә. Унда Мао «бөйөк марксист, пролетар революционер, хәрби етәксе һәм генерал» һәм бәхәсһеҙ дәүләткә нигеҙ һалыусы һәм Ҡытайҙың Халыҡ-азатлыҡ армияһын ойоштороусы итеп иғлан ителә. Дэн белдереүенсә, «ул 3/10-кә насар, әммә 7/10-гә яҡшы булған». Документ «мәҙәни революция» өсөн бөтә ғәйепте һәм яуаплылыҡты «Дүртәү бандаһы»ның контрреволюцион көстәренә һәм Линь Бяоға йөкмәтә.
Ҡытай донъяға асыла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дэн арҡаһында Ҡытайҙың Көнбайыш менән мөнәсәбәттәре һиҙелерлек яҡшыра. Дэн сит илдәргә йыш сыға һәм көнбайыш лидерҙары менән бер нисә дуҫтарса осрашыу үткәрә. 1979 йылдың ғинуар-февралендә ул Америка Ҡушма Штаттарында була һәм Аҡ йортта президент Джимми Картер менән осраша, уға Вьетнамға ҡаршы планлаштырылған хәрби операция тураһында хәбәр итә. Был осрашыу алдынан АҠШ, Тайвань Ҡытай Республикаһы менән дипломатик бәйләнештәрен өҙөп, ҠХР менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштыра.
Ҡытай-Япония мөнәсәбәттәре ла һиҙелерлек яҡшыра. Дэн тиҙ үҫешеүсе һәм иҡтисади ҡеүәтле ил булған Японияның тәжрибәһен Ҡытайҙың алдағы иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙары өсөн өлгө итеп ҡарай.
1984 йылдың 19 декабрендә Ҡытай һәм Бөйөк Британия араһында Гонконг мәсьәләһе буйынса берләштерелгән декларацияға ҡул ҡуйыу икенсе ҡаҙаныш була, уның буйынса Гонконг 1997 йылда Ҡытайға кире ҡайтарыла. Дэн Ганкогтың Британияның 99 йыллыҡ хакимлығы осоронда барлыҡҡа килгән сәйәси һәм иҡтисади системаһын 50 йыл дауамында үҙгәртмәҫкә ризалаша. Португалия менән дә шундай уҡ килешеүгә ҡул ҡуйыла, уның буйынса һуңғыһы Ҡытайға Макаоны ҡайтарырға йөкләмә ала. Дэн Тайвань менән ҡабаттан ҡушылыу тураһында һөйләшеүҙәргә нигеҙ итеп «бер ил — ике система» принцибын иғлан итә.
Советтар Союзы менән заманында боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн Дэн бер ни ҙә эшләмәй. Ҡытай, СССР-ҙы гегемонизмда ғәйепләп, уға ҡарата элекке сәйәсәтен дауам итә.
1978 йылдың сентябрендә Дэн Төньяҡ Кореяға бара. Сәфәр маҡсаты был дәүләт етәкселегенә Ҡытайҙың Япония һәм Ҡушма Штаттар менән үҙ мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға ниәтләүе тураһында хәбәр итеү була. Төньяҡ Кореяның был пландарҙы Советтар Союзы менән яҡынлашыу өсөн ҡулланыуы мөмкинлегенән ҡурҡып, Ҡытай 1978 йылдың 10 сентябрендә Ким Ир Сенға КНДР ойошторолоуының 30 йыллығын байрам итеүгә юғары кимәлдәге ҙур делегация ебәрә. Дэн Ким менән бер нисә тапҡыр осраша, Ҡытайҙың модернизациялауға ихтыяжын аңлата һәм Төньяҡ Кореяны Ҡытай менән яҡшы эш мөнәсәбәттәре һаҡлауға мәжбүр итә. Һуңыраҡ Ким хатта Ҡытайҙың Көнбайышҡа асылыу планын Көнсығыш Европа илдәре тәнҡитенән яҡлай[9].
Иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы донъя менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртып, Дэн Ҡытайҙа иҡтисади реформалар үткәреүҙе өҫтөнлөк итеп ҡуя. Дэн идара иткән осорҙа илдең эске социаль, сәйәси һәм иҡтисади системалары етди үҙгәрештәр кисерә. «Дүрт модернизация» (оборона сәнәғәтен, ауыл хужалығын, фәнде һәм сәнәғәт производствоһын модернизациялау) принцибының өҫтөнлөгө тураһында беренсе булып премьер Чжоу Эньлай үҙ фекерен белдерә. Дэн «дүрт модернизация» принцибын бөтә реформаларҙың нигеҙе тип иғлан итә. Өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп «социалистик баҙар иҡтисады»стратегияһы һайлана. Дэн раҫлауынса, Ҡытай социализм үҫешенең беренсе баҫҡысында тора, һәм партияның бурысы — «Ҡытай спецификаһы булған социализм»ды артабан үҫтереү. Идеологик принциптар иҡтисадта минималь роль уйнай башлай, ваҡыт үтеү менән был үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. 1992 йылдың мартында КПК Үҙәк Комитеты Политбюроһы ултырышында Дэн Сяопин шулай тип белдерә[10]:
Бөтә был нәмәнең ниндәй исем — социализм йәки капитализм — йөрөтөүе тураһында идеологик һәм ғәмәли абстракт бәхәстәр менән үҙ-үҙеңде тотҡарларға ярамай. |
Дэн Сяопин беренсе булып урта хәлле йәмғиәт төҙөү идеяһын тәҡдим итә. 1979 йылдың 6 декабрендә Япония премьер-министры Масаеси Охира менән осрашыу ваҡытында ул, «илдең заманса модернизацияһына өлгәшеү өсөн Ҡытай уртаса хәлле йәмғиәт төҙөргә тейеш», тип билдәләй. Ҡытай эксперттары «урта хәлле йәмғиәт» һәм «ҡытай модернизацияһы» яңы төшөнсәләр икәнлеген аңлата. Ә уртаса хәлле йәмғиәт — халыҡ өсөн туҡланыу һәм кейем проблемаһын хәл итеү һәм тулы хәллелек араһындағы үҫеш этабы ул.
Күп кенә реформалар провинциаль етәкселәр тарафынан әҙерләнә һәм тормошҡа ашырыла, уларҙың ҡайһы берҙәренә хатта үҙәк хөкүмәттең ризалығы ла алынмай. Әгәр реформалар уңышлы булһа, улар, дөйөм дәүләт масштабындағы реформаларға әүерелеп, киңерәк территорияларҙа ҡулланыла. Был СССР-ҙағы Үҙгәртеп ҡороуға бөтөнләй оҡшамаған була: Советтар Союзында үҙгәртеп ҡороуҙарҙың барыһы ла тиерлек өҫтән төшөрөлгән күрһәтмәләр буйынса үткәрелә, ә Ҡытайҙа киреһенсә, реформалар аҫтан башлана һәм өҫтәгеләр тарафынан хуплана.
Ауыл хужалығында «халыҡ коммуналары»ның күпселеге таратыла, крәҫтиәндәр башлыса ғаилә подрядына күсә. Реформаның икенсе этабында (1984—1992) хужалыҡ итеүҙең план системаһы бөтөрөлә һәм баҙар иҡтисадына күсеү тормошҡа ашырыла.
Дэн шулай уҡ Ҡытайҙа «айырым иҡтисади зоналар» булдырыу инициаторы була, улар аша сит ил компаниялары һәм инвестициялары йәлеп ителә.
Күп кенә реформалар «Азияның иҡтисади юлбарыҫтары» исемен алған Көньяҡ Корея, Сингапур, Гонконг һәм Тайвань тәжрибәһенең йоғонтоһо аҫтында үткәрелә.
Тяньаньмэнь майҙанындағы 1989 йылғы ваҡиғаларҙа Дэндың роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тяньаньмэнь майҙанындағы протест ваҡиғалары 1989 йылдың апрель уртаһында Михаил Горбачевтың Ҡытайға сәфәренән һәм Ху Яобандың вафатынан һуң башлана. Барыһына ла либераль ҡараштағы сәйәсмәне булараҡ билдәле Ху нәҡ Дэн баҫымы аҫтында либерализмдан баш тартырға мәжбүр була. 1989 йылдың 20 майында хөкүмәт хәрби хәл иғлан итә, әммә протестар туҡамай. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң ил етәкселеге көрсөктө армия ярҙамында хәл итергә ҡарар ҡыла. 27-се һәм 28-се армиялар һалдаттары ҡаланы контролгә алыу өсөн танктарҙа Пекинға индерелә. Баш ҡала урамдарында армия менән Пекин юғары уҡыу йорттары студенттары араһында бәрелештәр башлана, был ике яҡтан да ҡорбандарға килтерә.
Тяньаньмэнь майҙанындағы ваҡиғалар ваҡытында Дэн Сяопин Ҡытай Коммунистар партияһының иң тәнҡитләнгән лидерҙары иҫәбендә була — йыйылыусылар ергә бәләкәй шешәләр менән һуға («Сяопин» исеме ҡытай телендә яңғырашы буйынса «бәләкәй шешә» һүҙбәйләнешенә оҡшаш). Ул шулай уҡ был сығыштарҙы баҫтырыу инициаторҙары араһында ла була. Һөҙөмтәлә сыуалыштар аяуһыҙлыҡ менән баҫтырыла (төрлө сығанаҡтар буйынса 400-ҙән 2600-гә тиклем кеше үлтерелә һәм 7000-10000 тирәһе яралана тип иҫәпләнә). Шунан һуң властар активистарҙы ҡулға ала башлай, ҡаршылыҡтарҙа ҡатнашҡан студенттар язалана йәки төрмәгә ултыртыла. Телевидениела һәм гәзиттәрҙә цензура индерелә, сит ил матбуғаты тыйыла. Сыуалыштарҙы аяуһыҙ баҫтырыу Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәкселегенә ҡарата сит илдәр тәнҡите тулҡынын тыуҙыра. Уарҙың матбуғаты ваҡиғалар өсөн яуаплылыҡты башлыса Дэн һәм Дәүләт Советы премьеры Ли Пэнға йөкмәтә. Тәнҡитселәр Дэнды бар төрлө сәйәси азатлыҡты быуыуҙа ғәйепләй.
Дэндың Тяньаньмэнь эмайҙанындағы ваҡиғаларға ҡыҫылыуы уның әлегә илдә власҡа эйә булыуын иҫбатлай. Бындай хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм илдәге социаль хәлде тотороҡландырыу маҡсатында Дэн студент сыуалыштары активистарын эҙәрлекләүен дауам итә.
Ҡытайҙы өйрәнеүсе тарихсы профессор Юрий Михайлович Галенович фекеренсә, — «1989 йылда Ҡытайҙа Дэн Сяопин бер төн эсендә ҠХР һәм ҠПК-ның юҡҡа сығыуынан ҡурҡа. Уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ул үҙ халҡына ҡаршы бронетехника һәм ҡораллы һалдаттар ҡуллана. Улар уны власта һаҡлап ҡалды, уның шәхсән хакимлығын һәм Ҡытайҙа уның яҡлыларҙың власын, КПК номенклатураһы хакимлығын да һаҡлап алып ҡалды»[11].
Отставкаға сыҡҡандан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылда Үҙәк хәрби совет рәйесе вазифаһынан отставкаға киткәндән һуң Дэн рәсми рәүештә бөтә вазифаларынан да баш тартырға ҡарар итә. 1992 йылда ул сәйәси сәхнәнән бөтөнләйгә юғала. Әммә Ҡытай һаман да «Дэн Сяопин дәүере»ндә йәшәүен дауам итә. Отставкаға киткәндән һуң да Дэн, илдең эске һәм тышҡы сәйәсәтенә хәл иткес йоғонто яһап, Ҡытайҙың рухи лидеры булып ҡала. Дэнды «Ҡытай иҡтисади реформаларының һәм социалистик модернизациялауҙың баш архитекторы» тип атайҙар. Ул өлкән быуындың башҡа сәйәсмәндәренә нисек итеп хаҡлы ялға китеү кәрәклегенең яҡшы өлгөһөн күрһәтә. Лидерҙарҙың үҙ вафатына тиклем етәксе вазифалар биләүен дауам итеү практикаһын да нәҡ ул юҡҡа сығара. Уны йыш ҡына исем-шәрифенә бер ниндәй титул да ҡушмай ябай ғына итеп «иптәш Дэн» тип йөрөтәләр.
Тяньаньмэнь майҙанындағы 1989 йыл ваҡиғалары арҡаһында Дэндың власы һәм йоғонтоһо көсһөҙләнә, һәм Дэн реформаларына ҡаршы торған сәйәсмәндәр фракцияһы алғы планға сыға. Иҡтисади идеяларын өҫтөнлөклө итеп раҫлау өсөн, 1992 йылдың ғинуар — февралендә Дэн үҙенең данлыҡлы Көньяҡ турнеһына юллана. Ул Гуанчжоу, Шэньчжэнь һәм Чжухай ҡалаларына бара, ә Ҡытай Яңы йылын Шанхайҙа ҡаршылай. Сәфәр барышында Дэн бик күп сығыш яһай һәм халыҡтың хуплауын яулай. Ул Ҡытайҙа иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙарҙың мөһимлеген күрһәтә һәм асыҡлыҡ сәйәсәтенә һәм иҡтисади реформаларға ҡаршы булғандарҙы тәнҡитләй.
Дэндың сәйәси оппоненттары контроле аҫтында булған Ҡытай матбуғаты тәүҙә Дэндең сәфәрен иғтибарһыҙ ҡалдыра. Ҡытай Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының генераль секретары Цзян Цзэминь дә әллә ни ҙур ярҙам күрһәтмәй. Ошондай шарттарҙа Дэн Хуан «Фупин» псевдонимы менән иҡтисади реформаларҙы яҡлап бер нисә мәҡәлә яҙа һәм уларҙы Шанхайҙа сыҡҡан «Цзефан жибао» (ҡыт. 解放日报) гәзитендә баҫтыра. Сәфәр тураһында халыҡ шунан белеп ҡала һәм Дэнға үҙенең яҡлауын белдерә. Цзян Цзэминь Дэнды асыҡтан-асыҡ хуплай һәм, ниһайәт, турне тамамланғандан һуң бер нисә ай үткәс, уның тураһында Ҡытайҙың үҙәк баҫмалары яҙып сыға. Цзян Цзэминдең Дэн сәйәсәтенә тоғролоғо Цзяндың позицияһын нығыта һәм ул Дэндың вариҫы булып китә, тип иҫәпләй эксперттар. Икенсе яҡтан, көньяҡ турне Дэндың фекерҙәштәренә юғары вазифалар биләргә мөмкинлек бирә һәм Ҡытайҙы иҡтисади үҙгәртеп ҡороу юлынан алып китә. Өҫтәүенә, был сәфәр Дэндың Ҡытай сәйәсәтендә һаман да төп фигура булыуын күрһәтә. Дэн Сяопин интригалар ярҙамында бер юлы Ҡытай Коммунистар партияһының ике генераль секретарын — Ху Яобанды һәм Чжао Цзыянды властән ситләтеүгә өлгәшә[12].
Реформалар һөҙөмтәһендә Ҡытайҙың диңгеҙ яры буйы райондары ғүмерҙә булмаған иҡтисади уңыштарға өлгәшә. Дэн фекеренсә, илдең ҡайһы бер төбәктәре башҡаларҙан алдараҡ байырға тейеш, яр буйы райондарын үҫтереү илдең эске райондарын үҫтереүгә туранан-тура йоғонто яһаясаҡ. Практикала был теория яр буйы төбәктәре етәкселәренең артта ҡалған райондар менән уңыш тәжрибәһен уртаҡлашырға теләмәгән ҡаршылығына осрай. Илдең бай көнсығыш райондары һәм ярлы көнбайыш райондары араһында айырма асығыраҡ була бара.
Дэн Сяопиндың үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дэн Сяопин 1997 йылдың 19 февралендә 93-сө йәшендә вафат була. Үлеменең рәсми сәбәбе — Паркинсон ауырыуы фонында үпкә инфекцияһы. Васыятына ярашлы, уның кәүҙәһе яндырыла, көлө диңгеҙ өҫтөндә һибелә. Дэн Сяопин рәсми рәүештә «бөйөк марксист, бөйөк пролетар революционер, дәүләт эшмәкәре, хәрби етәксе һәм дипломат; Ҡытай Коммунистар партияһының, Ҡытай Халыҡ-азатлыҡ армияһының һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының төп етәкселәренең береһе; Ҡытай иҡтисади реформаларының һәм социалистик модернизациялауҙың бөйөк архитекторы» тип иғлан ителә.
2004 йылдың авгусында Ҡытай Халыҡ Республикаһында уның тыуыуына йөҙ йыл тулыуҙы киң билдәләйҙәр[13].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғаиләһе
Дэн Сяопин өс тапҡыр өйләнә.
- Беренсе ҡатыны Чжан Сиюань (ҡыт. 张锡瑗) уның менән бергә Мәскәүҙә Сунь Ятсен исемендәге Ҡытай хеҙмәтсәндәре коммунистик университетында уҡый. 24 йәшендә, ҡыҙы тыуғандан һуң бер нисә көн үткәс, вафат була, тиҙҙән ҡыҙы ла үлеп ҡала.
- Икенсе ҡатыны (1931 йылдан) — Цзинь Вэйин (ҡыт. 金维映, тыуғандан һуң Цзинь Айцин, партиялағы исеме — Цзинь Чжичэн), 1926 йылдан коммунист, Дэн Сяопинды 1933 йылда партия «тәрбиәләүенән» һәм тәүбәләренән һуң ташлай. Тиҙҙән КПК Үҙәк бюроһының ойоштороу бүлеге мөдире Ли Вэйхангә кейәүгә сыға. 1938 йылдан Мәскәүҙә партия курсында, һуңынан Кучино микрорайонындағы йәшерен Ҡытай партия мәктәбендә уҡый. 1940 йылдың холоҡ-шөғөлөндә аҡылдан шашыу билдәләре күренә башлай, 1941 йылда Подольск психиатрия дауаханаһын Столбовая станцияһына эвакуациялағанда һәләк булғандыр моғайын тигән фараз бар[14].
- Өсөнсө ҡатыны — Чжо Линь (ҡыт. 卓琳), именлек бүлеге курстарындағы псевдонимы, ҡыҙ фамилияһы Пу Цюнъин, Юньнань провинцияһының сәнәғәтсеһе ҡыҙы. 1938 йылдан КПК ағзаһы, икенсе йылда Дэнға кейәүгә сыға. Туй Яньань урманлы мәмерйәләренең береһе алдында үткәрелә. Иң абруйлы урындарҙа Мао Цзэдун һәм Лю Шаоци ултыра. Дэндың бөтә балалары Ла Чжо Линь менән һуңғы никахынан тыуа.
- Өлкән ҡыҙы —Дэн Линь, 1941 йылда тыуған, сәнғәт белгесе.
- Өлкән улы —Дэн Пуфан, 1944 йылда тыуған. «Мәҙәни революция» ваҡытында университеттың бишенсе курс студенты була, хунвейбиндар ҡулына эләгә, язалауҙарға дусар ителә, төрмәгә эләгә. Аҙаҡтан дүрт ҡатлы бинаның 3-сө ҡатындағы тәҙрәнән ташлана, инвалид булып ҡала һәм ғүмерен Ҡытайҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хоҡуҡтары өсөн көрәшкә арнай, бының өсөн бер нисә халыҡ-ара наградаға лайыҡ була. Бөтә Ҡытай инвалидтар федерацияһы рәйесе.
- Икенсе ҡыҙы —Дэн Нань, 1947 йылда тыуған. Ҡытай Халыҡ Республикаһының фән һәм техника министры урынбаҫары булып эшләй.
- Кесе ҡыҙы —Дэн Жун (Мао-мао) 1950 йылда тыуған. «Минең атайым — Дэн Сяопин» китабының авторы.
- Кесе улы — Дэн Чжифан, 1952 йылда, Пекин университетының тәбиғи фәндәр факультетын тамамлағандан һуң АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһындағы Рочестер университет уҡытыусыһы, профессор.
- Мауығыуҙары
Дэн Сопин бик яҡшы бридж уйнай, бер ҡасан да аҡсаға уйнамаһа ла, ғүмеренең аҙағына тиклем Бөтә Ҡытай спорт бриджы федерацияһының почётлы рәйесе вазифаһын һаҡлап ҡала. Күҙәтеүселәр фекеренсә, был вазифанан да Дэн Сяопин Ҡытайға етәкселек итеүен дауам итә[lower-alpha 1]. Футбол ярата, телевизорҙан күрһәтелән матчтарҙың бик һирәктәрен генә ҡарамай ҡала. Ҡытайҙа сығарылған «Панда» маркалы (熊猫|Xióngmāo) сигарет тарта, был уның ҡиммәтлегенә йоғонто яһай.
Дэн Сяопиндың тыуған ауылында уның нәҫелдән килгән имениеһы урынлашҡан.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Яҙ тарихы» исемле популяр йыр Дэн Сяопинға бағышланған.
- Дэн Сяопин «China: Mao ' s Legacy» (2019) уйынында персонаж сифатында ҡатнаша. Ул Ҡытайҙы етәкләй ҙә, «Дүртәү бандаһы» йәки Хуа Гофэндан ҡалышып, партия эсендәге көрәш ҡорбаны ла була ала.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Великое сплочение китайского народа и великое сплочение народов мира. Газета «Правда», 1959 год, 1 октября
- Выступления и высказывания Дэн Сяопина. — М.: Прогресс, 1979. — 285 с. — (Рассылается по специальному списку). Архивная копия от 4 декабрь 2021 на Wayback Machine
- Дэн Сяопин. Основные вопросы современного Китая. — М.: Политиздат, 1988. — 256 с. — ISBN 5-250-00095-9.
- Дэн Сяопин. О строительстве специфически китайского социализма. — Пекин: Издательство литературы на иностранных языках, 1985. — 100 с. Архивная копия от 15 сентябрь 2021 на Wayback Machine
- Дэн Сяопин. Избранное. — Пекин: Издательство литературы на иностранных языках, 1995. Архивная копия от 15 сентябрь 2021 на Wayback Machine
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Immanuel C.Y. Hsü The Rise of Modern China (ингл.) — 6 — USA: OUP, 2000. — P. 974. — 1136 p. — ISBN 978-0-19-512504-7
- ↑ Deng Xiaoping // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Deng Xiaoping // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://cs.isabart.org/person/86492
- ↑ панцов
- ↑ Мао Цзэ-дундың быға тиклем нәшер ителмәгән төрлө йылдарҙағы сығыштары һәм мәҡәләләре. Йыйынтыҡ. Алтынсы сығарылыш. — М.: Прогресс, 1976. — С. 283—312. — (Махсус исемлек менән таратыла).
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Панцов, 2013
- ↑ Ezra F. Vogel. Deng Xiaoping and the Transformation of China. — Harvard University Press, 2011-09-26. — С. 280. — ISBN 978-0-674-06283-2.
- ↑ «Жэньминь жибао» гәзите, 21 октябрь 1992 йыл
- ↑ Галенович Ю. М. Россия в «китайском зеркале». Трактовка в КНР в начале XXI века истории России и русско-китайских отношений. М.: Восточная книга, 2011. С. 244.
- ↑ Галенович Ю. М. Россия в «китайском зеркале». Трактовка в КНР в начале XXI века истории России и русско-китайских отношений. Москва: Восточная книга, 2011, с. 253
- ↑ День Сяопина Газета Коммерсантъ № 154 (2993) от 23.08.2004
- ↑ Во время культурной революции хунвэйбины высказывали мнение, что Цзинь Вэйин сошла с ума из-за навязчивой идеи, что Ли Вэйхань «сослал» её в Москву. чтобы от «неё отделаться»: Панцов А. В. Дэн Сяопин. М. Молодая гвардия (ЖЗЛ). 2013. С. 484
- ↑ How Vladimir Putin is preparing to rule for ever 2020 йыл 16 ғинуар архивланған., The Economist, 16.01.2020
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дэн Сяопин Викиөҙөмтәлә | |
Дэн Сяопин Викикитапханала | |
Дэн Сяопин Викимилектә | |
Дэн Сяопин Викияңылыҡтарҙа |
- Барач Денеш (Baracs Dénes) Дэн Сяопин. / Пер. с венг. В. С. Иванова. — М.: Издательство Международные отношения, 1989. — 264 с. ISBN 5-7133-0174-5
- Вавилов Н. Н. Китайская власть. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2021. — 664 с. — ISBN 978-5-907372-30-6
- Вавилов Н.Н. Некоронованные короли красного Китая. Кланы и политические группировки КНР / Т. В. Днепровская. — М.: Концептуал, 2019. — 200 с. — ISBN 978-5-907079-47-2.
- Волынец А. Военный диктатор Дэн Сяопин. 2020 йыл 26 июль архивланған.
- Маомао. Мой отец Дэн Сяопин, М.: Русслит, 1995—560 с.
- Маомао. Мой отец Дэн Сяопин. Культурная революция: годы испытаний, М.: Муравей-Гайд 2001г. — 496 с.
- Панцов Александр Вадимович. Дэн Сяопин. — М.: Молодая гвардия, 2013. — 558 с. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03602-4.
- Панцов А. В., Спичак Дарья Александровна Дэн Сяопин в Москве (1926—1927): идейное становление революционера и будущего реформатора // Проблемы Дальнего Востока. — 2011. — № 4. — С. 151—160.
- Селищев Александр Сергеевич, Селищев Николай Александрович Китайская экономика в XXI веке. — Издательский дом «Питер», 2004.
- Дэн Сяопин / Усов Виктор Николаевич // Динамика атмосферы — Железнодорожный узел. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 9). — ISBN 978-5-85270-339-2.
- Усов В. Н. Дэн Сяопин и его время. — М., «Стилсервис». 2009. — 842 с. — ISBN 978-5-93712-009-0