Москаленко Кирилл Семёнович
Кирилл Семёнович Москаленко | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
укр. Кирило Семенович Москаленко | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
«Командарм наступления», «Генерал Паника» | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны |
село Гришино, Екатеринославская губерния, Российская империя | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Вафат урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ғәскәр төрө |
кавалерия, артиллерия, пехота | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1920—1985 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби звание | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Командалыҡ итеү | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш |
Гражданская война | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
Иностранные награды
|
Кирилл Семенович Москаленко (укр. Кирило Семенович Москаленко; 28 апрель (11 май) 1902, Гришино ауылы, Екатеринослав губернаһы, Рәсәй империяһы — 17 июнь, 1985, Мәскәү, СССР) — совет хәрби эшмәкәре, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Советтар Союзы маршалы. КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы (1956—1985). СССР Юғары Советының 2-11-се саҡырылыш Милләттәр Советы (1946—1985) депутаты, РСФСР-ҙан депутат (11-се саҡырылыш).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирилл Семенович Москаленко 1902 йылдың 11 майында (иҫке стиль буйынса 28 апрель) Рәсәй империяһы екатеринослав губернаһының Гришино ауылында (хәҙерге Украина Донецк өлкәһенең Покровка районы составында). Крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан.
Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, ике класлы министрлыҡ училищеһында белем («министерский училищеһының») ала. 1917-1919 йылдарҙа Бахмут янындағы Яма станцияһында урынлашҡан ауыл хужалығы училищеһында уҡый. Бында уның менән бер ваҡытта шағир В. Н. Сосюра ла уҡыған була[1]. Граждандар һуғышы башланыу арҡаһында уҡыуын туҡтатырға мәжбүр була.
Тыуған ауылына ҡайтып, ауыл ревкомында эшләй. Генерал А. И. Деникиндың Ирекле армияһы губерна территорияһын баҫып алғандан һуң язанан ҡаса. 1920 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия ауылын баҫып алғас, был армия сафына инә[2].
Граждандар һуғышында ҡатнашыу һәм тәүге тыныс йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Граждандар һуғышында Беренсе атлы армия составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. П. Н. Врангель һәм атаман Н. И. Махно ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.
Харьков ҡыҙыл старшиналар берләштерелгән мәктәбендә артиллерия бүлеген (1922), Ленинградта (1928) РККА артиллерия команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай, Ф. Э. Дзержинский исемендәге хәрби академияһының юғары команда составын камиллаштырыу факультетын тамамлай (1939)[2]. Уҡыу осоронда Харьковта уҡыу осоронда Дон һәм Донбаста бандалар менән һуғыша.
1922-1932 йылдарҙа 6-сы Чонгар кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт итә (1924 йылға тиклем Беренсе атлы армия составында), атлы артиллерия дивизионында взвод командиры булып хеҙмәт итә. Армавирҙа хеҙмәт итеү осоронда Төньяҡ Кавказда сәйәси бандитлыҡ менән көрәштә ҡатнаша.
1920-1930-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылдың сентябрендә хәрби частар менән бергә Брянскиға күсерелә. 1924 йылдан — батарея командиры була, 1928 йылдан — уҡыу батареяһы командиры, артиллерия дивизионың артиллерия полкы штаб начальнигы.
1932 йылдан алып Читалағы Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ Көнсығыш армияһының айырым кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, тәүҙә штаб начальнигы, һуңынан, 1934 йылдан алып — кавалерия полкы командиры. Менән 1935 йылдан алып Приморье крайының 23-се танк бригадаһында хеҙмәт итә. 1936 йылдан алып Киев хәрби округының 45-м механизацияланған корпусында хеҙмәт итә.
1939 йылда Одесса хәрби округының 51-се Перекоп уҡсылар дивизияһыартиллерия начальнигы итеп тәғәйенләнә, уның составында 1939-40 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша, шуның өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Артабан эҙмә-эҙлекле 35-се уҡсылар корпусы (Кишинев)артиллерия начальнигы һәм 2-се механизацияланған корпусы (Тирасполь) начальнигы була. 1941 йылдың майынан — РГК-ның 1 артиллерия бригадаһының танкыларға ҡаршы бригадаһының командиры.
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышын К. С. Москаленко генерал-майор вазифаһында ҡаршылай. Уның етәкселегендәге бригада Луцк, Владимир-Волынский, Ровно, Торчин, Новоград-Волынский, Малынды һаҡлау һуғыштарында, в Тетерев, Припять, Днепр, Десна йылғалары кисеүҙәрен обороналауҙа ҡатнаша. Беренсе алыштарҙа уҡ К. С. Москаленко һалҡын ҡанлылығын юғалтмай, юғары фекер итеүен һаҡлай, шәхси ҡаһарманлығын күрһәтә. Ай буйы өҙлөкһөҙ һуғышта, дошмандың «Көньяҡ» армиялары төркөмөнөң төп йүнәлештәге һөжүмен кире ҡағып, 300-ләп дошман танк бригадаһын юҡ итә. Хәрби уңыштары, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн К. С. Москаленко 1941 йылдың 23 июлендә Ленин ордены менән бләкләнә.
1941 йылдың сентябренән алып К. С. Москаленко — Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 5-се армияһында 15-с уҡсылар корпусы командиры. Уның составында Чернигов, Нежин, Ичня, Пирятин ҡалалары өсөн һуғыша Һуңынан Көньяҡ-көнбайыш фронттың 13-сө армияһындағы ат-механизацияланған ғәскәрҙәре төркөмөнөң командиры. Мәскәү янындағы контрһөжүмдә Елец һөжүм операцияһында Елецты азат итеүҙә ҡатнаша.
1941 йылдың декабрендә Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 6-сы армия командующийы урынбаҫары һәм командующиф вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендәге 6-сы армия Барвенково-Лозовская һөжүм операцияһында ҡатнаша һәм Изюм менән Лозовая ҡалаларын дошмандан азат итә. 1942 йылдың 12 февраленән алып — 6-сы кавалерия корпусы командиры, 1942 йылдың мартынан июленә тиклем — 38-се армия (Валуй-Россошанский оборона операцияһының) командующийы, үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, 1942 йылдың июленән алып 1-се танк армияһы менән командалыҡ итә, уның менән Сталинград (июль−август 1942) өсөн алып барылған алыҫ һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың август айында 1-се гвардия армияһына командующийы итеп тәғәйенләнә, 1942 йылдың октябренә уның составында Сталинград алышында ҡатнаша. Сталинградты обороналауҙың иң башында К. С. Москаленко етәкләгән 1-се танк армияһы 12 көн рәттән дошманға һөжүм итә һәм, Паулюстың 6-сы армияһы һөжүмен кире ҡағып, илебеҙ армияһы резервтарының килеп етеүе өсөн бер ай тиерлек ваҡыт бирә.
1942 йылдың октябрь айында К. С. Москаленко 40-сы армияның командующийы итеп тәғәйенләнә, 1943 йылда уның армияһы Острогожский-Россошанский операцияһында ҡатнаша, беренсе тапҡыр Харьковты азат итеүҙә Курск һуғыштарында, Днепрҙы кисеп сығыуҙа ҡатнаша. СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указына ярашлы Днепр йылғаһын кисеүҙә һәм уның ҡаршы ярында плацдарм әҙерләүҙә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, 40-сы армия командующийы генерал-полковник Кирилл Семенович Москаленкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1943 йылдың 27 октябренән алып һуғыш аҙағына тиклем генерал Н. Е Чибисовты алмаштырып, К. С. Москаленко 38-се армияның комадующийы була. Был армия менән 1-се украина, 2-се украина һәм 4-се украина фронты составында генерал-полковник К. С. Москаленко 1943 йылда Киевты (Киев һөжүм операцияһы), 1943 йылдың ноябрь — декабрендә уны (Киевты обороналау операцияһы) яңынан обороналай, 1944 йылда Житомир-Бердичев, Проскуровский-Черновцы, Львов-Сандомирский, Карпат-Дуклинский (Дукельский артылышын штурмлау), 1945 йылда — Көнбайыш Карпат, Моравия-Остравский, Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.
Һуғыштан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Москаленко К. С. һуғыштан һуң Карпат яны хәрби округынан 38-се армияға күсерелә. 1948 йылдың авгусынан алып — Мәскәү районы ПВО ғәскәрҙәре командующийы. Ул хәрби төркөм етәксеһе йыйып, 1953 йылдың июнендә Лаврентий Берияны ҡулға алыу өсөн үҙе йыйған хәрбиҙәр төркөмөн етәкләй. 1953 йылдың июненән башлап — Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәренең баш командующийы.
1955 йылда уға «Советтар Союзы маршалы» хәрби дәрәжәһе бирелә, .
1957 йылда, Н. С. Хрущевтың Маршал К. Жуковты властан ситләтеүен яҡлап, Москаленко КПСС Үҙәк Комитеты пленумы ултырышында Жуковты әүҙем ғәйепләп сығыш яһай.
1960 йылдан алып — РВСН баш командующийы — СССР Оборона министры урынбаҫары.
1962 йылдан алып — СССР оборона министрлығының баш инспекторы — СССР-ҙың оборона министры урынбаҫары.
СССР Ҡораллы көстәрен үҫтереүҙә һәм нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн 21.02.1978 икенсе тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә.
1983 йылдың декабренән алып — СССР Ооборона министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә тора.
1985 йылдың 17 июнендә Кирилл Семенович Москаленко Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Бронзовый бюст в Покровске. | |
Мемориальная доска в Москве | |
Мемориальная доска в Виннице | |
Могила на Новодевичьем кладбище. |
- Полтава хәрби элемтә училищеһы уның исеме менән аталған.
- Тирасполь ҡалаһының почетлы граждандары .
- Покровскиҙағы, Горловкалағы, Винницалағы урамдар Маршал Москаленко урамы тип аталған.
- Покровскиҙа (Украина) бронза бюсты урынлаштырылған .
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы медиафайлдар |
---|
- Герой Советского Союза (Медаль «Золотая Звезда» № 2002, указ от 23.10.1943);
- Герой Советского Союза (Медаль «Золотая Звезда» № 105, указ от 21.02.1978);
- семь орденов Ленина (22.07.1941, 23.10.1943, 6.11.1945, 7.03.1962, 10.05.1972, 21.02.1978, 10.05.1982);
- орден Октябрьской Революции (22.02.1968);
- пять орденов Красного Знамени (7.04.1940, 27.08.1943, 3.11.1944, 15.11.1950, 28.01.1954);
- два ордена Суворова 1-й степени (28.01.1943, 23.05.1943);
- два ордена Кутузова 1-й степени (29.05.1944, 25.08.1944);
- орден Богдана Хмельницкого 1-й степени (10.01.1944);
- орден Отечественной войны 1-й степени (6.04.1985);
- орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» 3-й степени (30.04.1975);
- пятнадцать медалей СССР;
- Герой Чехословацкой Социалистической Республики (3.10.1969);
- двадцать восемь орденов и медалей других государств:
- почётный Рыцарь-командор ордена Британской империи.
Хәрби дәрәжәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полковник (16.08.1938).
- Комбриг (15.04.1940).
- Артиллерия генерал-майоры (6.06.1940).
- Генерал-лейтенант (19.01.1943).
- Генерал-полковник (19.09.1943).
- Армия генералы (3.08.1953).
- Советтар Союзы Маршалы (11.03.1955).
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К. С. Москаленко. На Юго-Западном направлении. — М.: Наука, 1969.
- Маршал К. С. Москаленко. Провал контрнаступления немецко-фашистских войск под Киевом в ноябре 1943 года // «Военно-исторический журнал», № 3, 1972. стр. 61-69
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Москаленко К. С. На Юго-Западном направлении. 1943—1945. Воспоминания командарма. Книга II. — М.: Наука, 1973. стр. 626.
- ↑ 2,0 2,1 Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — С. 408. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — 686 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Ҡалып:Книга:ВОВ. Энциклопедия
- Н. В. Огарков. Москаленко, Кирилл Семёнович // Советская Военная Энциклопедия. — М: воениздат, 1978. — Т. 5. — С. 408—409. — 688 с. — 105 000 экз.
- Е. М. Жуков. Москаленко, Кирилл Семёнович // Советская Историческая Энциклопедия. — М: "Советская Энциклопедия", 1966. — Т. 9. — Стб. Ҡалып:-.. — 1000 с. — 59 500 экз.
- Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. М., 1996.
- маршал А. М. Василевский. Более полувека в строю (к 70-летию маршала Советского Союза К. С. Москаленко) // «Военно-исторический журнал», № 5, 1972. стр. 44-48.
- Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.300.
Сығанағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — 686 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Ҡалып:Книга:ВОВ. Энциклопедия
- Н. В. Огарков. Москаленко, Кирилл Семёнович // Советская Военная Энциклопедия. — М: воениздат, 1978. — Т. 5. — С. 408—409. — 688 с. — 105 000 экз.
- Е. М. Жуков. Москаленко, Кирилл Семёнович // Советская Историческая Энциклопедия. — М: "Советская Энциклопедия", 1966. — Т. 9. — Стб. Ҡалып:-.. — 1000 с. — 59 500 экз.
- Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. М., 1996.
- маршал А. М. Василевский. Более полувека в строю (к 70-летию маршала Советского Союза К. С. Москаленко) // «Военно-исторический журнал», № 5, 1972. стр. 44-48.
- Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.300.
- Москаленко Кирилл Семёнович . «Герои страны» сайты.
- Москаленко Кирилл Семёнович на сайте Министерства обороны Российской Федерации
- Москаленко К. С. На Юго-Западном направлении. Воспоминания командарма. Книга I. — М.: Наука, 1969.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 11 майҙа тыуғандар
- 1902 йылда тыуғандар
- В Покровском районе (Донецкая область) тыуғандар
- 17 июндә вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- Москвала вафат булғандар
- Совет Союзы маршалдары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Награждённые медалью «За оборону Киева»
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- Клемент Готвальд ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены (ЧССР) кавалерҙары
- «Еңеү өсөн» Аҡ арыҫлан ордены кавалерҙары
- «Азатлыҡ өсөн» Чехословакия хәрби ордены кавалерҙары
- Чехословакия Хәрби тәреһе ордены кавалерҙары 1939
- Британия империяһы ордены Рыцарь-Командорҙары
- Польша Яңырыуы орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- «Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Сухэ-Батор ордены кавалерҙары
- «Монголия Халыҡ Армияһының 50 йыллығы» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- КПСС-тың XXVI съезы делегаттары
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXIV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXIII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXI съезы делегаттары
- КПСС-тың XX съезы делегаттары
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары
- Мәскәүҙә вафат булғандар