Эстәлеккә күсергә

Орлоҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Орлоҡ — башланғыс үҫемлек. Ул орлоҡ бәбәгенән үҫеп китә.

Ике өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фасоль орлоғоноң төҙөлөшө менән танышайыҡ. Фасолдең орлоҡтары эре. Орлоҡтоң бер яғы көмрө, икенсе яғы батынҡы була. Орлоҡ тыш яҡтан шыма ялтыр ҡабыҡ менән ҡапланған. Ул орлоҡто артыҡ ныҡ кибеүҙән һәм зарарланыуҙан һаҡлай. Ҡабыҡтың төрлө төҫтә булыуы мөмкин. Орлоҡтоң батынҡы яғында уны орлоҡ эргәлеге менән тоташтырыусы йәй— орлоҡ һабының эҙе күренә. Орлоҡ ҡабығы аҫтында бәбәк урынлашҡан. Ул ике орлоҡ өлөшөнән һәм улар араһында урынлашҡан тамырсанан, һабаҡсанан һәм бөрөсәнән тора. Уларҙы тик лупа аша ғына яҡшы күрергә мөмкин. Эре, ҡалын орлоҡ өлөштәрендә туҡлыҡлы матдәләр запасы була. Борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлы үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө лә шундай уҡ. Ләкин, мәҫәлән, тиле торманың һәм көтөүсе муҡсаһының туҡлыҡлы матдәләр запасы орлоҡ өлөштәрендә генә түгел, бәлки бәбәктең башҡа өлөштәрендә лә — тамырсала һәм орлоҡ өлөштәренән түбәнерәк, һабаҡта урынлашҡан, ә бөрөсәһе әле үҫешмәгән. Бәбәктәре ике орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәрҙе ике өлөшлөләр тип атайҙар, мәҫәлән, имән, алмағас, кишер, астра, ҡабаҡ, көнбағыш, лютик, мәк һ. б.. Ләкин ике өлөшлө бөтә үҫемлек орлоҡтарының төҙөлөшө фасоль йә көтөүсе муҡсаһыныҡы кеүек түгел. Лютиктың һәм миләүшәнең ҙур булмаған бәбәге эндосперм — туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған махсус күҙәнәктәр менән уратып алынған. Шуға күрә күҙәнәктәрҙән торған орлоҡ ҡабығы бәбәкте түгел, ә эндоспермды уратып алған.[1]

Бер өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыяҡлы иген(бойҙай, арыш, кукуруз) орлоҡтарының. төҙөлөшө башҡаса. Бойҙайҙың ҡоро емешен — бөртөксәһен тикшереп ҡарайыҡ. Бойҙайҙың оҙонса бөртөксәһе тыш яҡтан алтын төҫөндәге һары тиресәле емеш тышсаһы менән ҡапланған. Ул тышса орлоҡ ҡабығына шул тиклем ныҡ йәбешеп үҫкән, уны орлоҡтан айырып алыу мөмкин түгел. Әгәр бойҙай бөртөксәһен буйға киҫеп ҡараһаҡ, бөртөксәлең күп өлөшөн он һымаҡ эндосперм тәшкил иткәнен күрербеҙ; уның күҙәнәктәре туҡлыҡлы матдәләрҙән тора. Бойҙайҙың бәбәге бик бәләкәй, уны лупа ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Уның тамырсаһы, һабаҡсаһы һәм бөрөсәһе бар. Ләкин унда орлоҡ өлөшө берәү генә. Уның туҡлыҡлы матдәләр запасы булмай, ул эндоспермға ныҡ йәбешеп тора һәм йоҡа ғына пластинкаға оҡшаған . Орлоҡ шытҡан саҡта туҡлыҡлы матдәләр эндосперм күҙәнәктәренән орлоҡ өлөшө аша бәбәккә килә. Бәбәктәрендә бер генә орлоҡ өлөшө булған үҫемлектәрҙе бер өлөшлөләр тип атайҙар. Бер өлөшлө башҡа үҫемлектәрҙең, мәҫәлән һуғандың, ынйы сәскәнең, орлоҡтарында шулай уҡ эндосперм була, тик ул, бойҙай һәм башҡа ҡыяҡлыларҙағы кеүек, бәбәккә бер яҡлап ҡына йәбешмәгән, ә бәбәкте уратып алған . Шулай итеп, орлоҡтоң ҡабығы һәм бәбәге була. Ике өлөшлө үҫемлектәрҙең бәбәге ике орлоҡ өлөшөнән тора, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ғәҙәттә, йә бәбәктең үҙендә, йә эндо- спермда туплана. Бер өлөшлөләрҙең бәбәге тик бер орлоҡ өлөшлө, ә туҡлыҡлы матдәләр запасы, ҡағиҙә булараҡ, эндоспермда була.

Орлоҡтарҙың составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эндосперм йәки бәбәк күҙәнәктәрендә ниндәй туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған? Бойҙай бөртөксәләрен тарттырып он алалар. Был —нигеҙҙә, ваҡланған эндосперм. Бер аҙ бойҙай онон алайыҡ та унан ҡамыр баҫып, марляға төргәс, стакандағы һыуҙа йыуайыҡ. Һыу буръяҡланыр, сөнки ҡамырҙан ниндәйҙер матдә йыуылып сыға. Тиҙҙән марляла һуҙылып, йәбешеп торған масса ҡалыр —был елемсә йәки үҫемлек аҡһымы. Буръяҡ һыулы стаканға 2—3 тамсы йод эретмәһе тамыҙайыҡ. Стакандағы һыу күк төҫкә инер. Йод менән тейгәндә крахмалдың күк төҫкә инеүе билдәле. Тимәк, һыуҙа крахмал бар. Буялған крахмал әкренләп стакан төбөнә ултырыр. Бойҙай ононда шулай уҡ бер аҙ май ҙа бар. Ләкин көнбағыш, мамыҡ һәм башҡа күп кенә үҫемлек орлоҡтарында май бигерәк тә күп. Аҡһым, крахмал, майҙар — бөтә үҫемлектәрҙең орлоғонда була торған органик матдәләр, ләкин төрлө үҫемлектәрҙең орлоғонда уларҙың миҡдары төрлөсә. Бойҙай бөртөксәләрендә крахмал күп, аҡһым байтаҡҡа кәм, ә май бөтөнләй аҙ. Фасоль орлоғонда аҡһым күп, ә крахмал аҙ. Көнбағыш орлоғонда май күп. Кеше үҫемлектәрҙе органик матдәләр алыу өсөн үҫтерә. Составында крахмал, аҡһым булған он һәм ярма алыу өсөн бойҙай ғына түгел, шулай уҡ арыш, арпа, кукуруз, һоло, тары, дөгө, ҡарабойҙай үҫтерәләр. Аҡһымға бай продукттар алыу өсөн борсаҡ, мал борсағы, соя, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ сәсәләр. Үҫемлек майҙары алыу өсөн көнбағыш, мамыҡ, етен, ер сәтләүеге (арахис), соя һәм башҡа майлы культуралар үҫтерәләр. Орлоҡтарҙа органик матдәләрҙән тыш тағы нимәләр була? Был һорауға яуапты ябай тәжрибә яһап белергә мөмкин. Пробиркаға ҡоро бойҙай бөртөксәләрен йәки башҡа үҫемлек орлоҡтарын һалайыҡ та талғын ғына утта ҡыҙҙырайыҡ. Тиҙҙән пробирканың стеналарында һыу тамсылары барлыҡҡа килер. Сөнки орлоҡ составында булған һыу йылытҡанда парға әйләнә. Барлыҡҡа килгән пар пробирканың һыуыҡ стеналарына тейеп һыуына һәм быялала һыу тамсыларына әүерелә. Йылытыуҙы дауам итәйек. Орлоҡтар күмерләнә, һәм пробиркала төтөн барлыҡҡа килә. Был орлоҡтағы органик матдәләрҙең: крахмал, аҡһым һәм майҙарҙың яныуы. Органик матдәләр янып бөткәс, көл ҡала. Ул янмай торған минераль матдәләрҙән тора. Шулай итеп, орлоҡ составына органик матдәләр, минераль матдәләр һәм һыу инә. Төрлө үҫемлектәрҙең орлоҡтарында һыу, органик һәм минераль матдәләр миҡдары бер төрлө булмай.

Миҡдарҙа[2]
Орлоҡтар(100г) 1.һыу. 2.орг. матдә. 3. минер. матдә
Бойҙай 13,4 84,7 1,9
Көнбағыш 6,7 89,8 3,5

һыу бойҙай бөртөгөндә көнбағыш орлоғондағыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк була. Көнбағыш орлоғонда органик матдәләр бойҙай бөртөгөндәгегә ҡарағанда күберәк. Бөтә үҫемлектәрҙең орлоҡтарында ла органик матдәләр һыу һәм минераль матдәләргә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк була.

Орлоҡтарҙың шытыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәбәге тере булған орлоҡтар ғына шыта һәм яны үҫемлеккә башланғыс бирә ала. Бәбәк ҡоротҡос бөжәктәр йәки үңәҙ бәшмәктәренең зарарлауынан, һаҡлаған саҡта ныҡ кибеүҙән йәки башҡа сәбәптәрҙән һәләк булыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта бәбәк орлоҡтарҙың үтә оҙаҡ һаҡланыуынан да һәләк була. Бәбәктәре һәләк булған орлоҡ шытымһыҙға әйләнә, йәғни шытып сыға алмай. Орлоҡ шытып сығыуҙан элек бүртә. Орлоҡтоң эсенә ингән һыу уны бүрттерә. Шытымлы орлоҡтар ҙа, шытмай торғандары ла бүртә. Шытымһыҙ орлоҡтар бүртәләр ҙә серейҙәр, шыта торғандары — шыта. Мәҫәлән, фасоль орлоғо шытҡанда ҡабығы ярыла һәм бәбәк тамырсаһынан йәш тамыр үҫеп сыға. Ул бик тиҙ үҫә һәм тупраҡҡа нығына. Шунан һуң бәбәк һабаҡсаһы үҫә башлай, ул тупраҡ өҫтөнә орлоҡ өлөшө һәм бөрөсә ебәрә. Бөрөсәнән фасолдең япраҡтары менән ер өҫтө һабағы үҫеп китә. Борсаҡтың һәм ҡайһы бер башҡа үҫемлектәрҙең орлоҡ өлөшө тупраҡ аҫтында ҡала . Ер өҫтө үрендеһе бәбәк бөрөсәһенән үҫеп китә. Орлоҡтар ҡағыҙ пакеттарҙа, туҡыма тоҡтарҙа, иген келәттәрендә шытмайынса оҙаҡ һаҡлана ала. Ә ергә төшкән йәки еүеш сепрәкле, йә еүеш киптергес ҡағыҙлы тәрилкәгә һалынған орлоҡтар бик тиҙ бүртеп, шытып сығалар. Быға һеҙ орлоҡтарҙың шытыуын күҙәткәндә ышандығыҙ. Бәбәк үҫеп китһен өсөн ниндәй шарттар кәрәк һуң? Был һорауға яуап биреү өсөн тәжрибәләр ярҙам итер. Ике стаканға йәки ике бәләкәй быяла банкаға бер үк һанда шытымлы эре ҡыяр орлоғо, һоло, арыш йәки бойҙай бөртөктәрен һалығыҙ. Беренсе стакандағы орлоҡтарҙы ҡоро көйөнсә ҡалдырығыҙ, ә икенсеһенең төбөнә бер аҙ һыу ҡойоғоҙ. Ике стаканды ла быяла менән ябып, йылы урынға ҡуйығыҙ. 3—4 көндән һуң һыулы стакандағы орлоҡтар шытып сығыр, ә ҡоро стакандағы орлоҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалыр. Орлоҡтарҙың шытып сығыуы өсөн һыу кәрәк, сөнки бәбәк туҡлыҡлы матдәләрҙе тикэрегән хәлдә генә үҙләштерә ала. Төрлө үҫемлек орлоҡтарының шытыуы өсөн һыу төрлө миҡдарҙа талап ителә. Мәҫәлән, борсаҡ орлоғо үҙ массаһынан бер ярым тапҡыр күберәк һыу һеңдерә. Шуға күрә борсаҡтың һәм ҡайһы бер башҡа йәшелсә үҫемлектәренең орлоҡтарын сәсер алдынан ебетәләр. Кукуруз орлоғона уның үҙ массаһының яртыһынан аҙыраҡ, ә тары кеүек ҡоролоҡҡа сыҙамлы ҡыяҡлы үҫемлектәргә сәселә торған орлоҡ массаһының сирек ауырлығы ҡәҙәр һыу кәрәк. Икенсе тәжрибәне үткәреү өсөн ике стаканға бер аҙ арыш йәки бойҙай орлоҡтарын һалайыҡ. Беренсе стаканға мөлдөрәмә тултырып һыу ҡояйыҡ. Икенсе стаканға һыуҙы орлоҡтар еүешләнерлек кенә һалайыҡ. Стакандарҙы быяла менән ҡаплап, йылы урынға ултыртайыҡ. 3—4 көндән һуң аҙ һыулы стакандағы орлоҡтар шытып сығыр. Тулы һыулы стакандағы орлоҡтар бүртер, әммә шытмай ғына серер. Сөнки һыу орлоҡтарға һулау өсөн кәрәк булған һауаны стакандан ҡыҫырыҡлап сығарған. һауа төрлө үҫемлектәрҙең орлоҡтарына төрлө миҡдарҙа кәрәк. Дөгө һәм ебәләй үләне орлоҡтары һыуҙа эрегән бик аҙ миҡдарҙағы һауа иҫәбенә хатта һыу аҫтында ла шыта. Күпселек сәскәле Үҫемлектәрҙең орлоҡтары һауаның күп булыуына мохтаж, улар һыу аҫтында шыта алмай.

Орлоҡтарҙың һулауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орлоҡҡа шытып сығыу өсөн һауа кәрәк. Шытыусы орлоҡтар кислородты йоталар һәм углекислый газ бүлеп сығаралар, йәғни һулайҙар. Был тәбиғи, сөнки үҫемлектәр — тере организмдар. Орлоҡтар көндөҙ ҙә, төнөн дә һулайҙар, һулаған ваҡытта йылылыҡ бүленеп сыға. Әгәр шыта башлаған орлоҡтар һалынған банканы бөтә яҡтан да мамыҡ йәки кейеҙ менән яҡшылап урап, уға термометр төшөрһәк, температураның күтәрелеүен еңел күрергә була. Орлоҡтар һулағанда бүленеп сыҡҡан йылылыҡ уларҙы йылыта. Шыта башлаған орлоҡтар һулағанда бигерәк тә күп йылылыҡ бүленеп сыға. Дымлы шытҡан орлоҡтар ҡоро шытмаған орлоҡтарға ҡарағанда көслөрәк һулайҙар. Ҡалын итеп өйөп һалынған дымлы орлоҡтар шыта һәм бик тиҙ ҡыҙа. Ундай орлоҡтарҙың бәбәктәре һәләк була. Орлоҡтар шытымһыҙға әйләнә. Бындай хәл булмаһын өсөн орлоҡтарҙы һаҡларға бары тик ҡоро килеш кенә урып-һуғып алалар һәм ҡоро, яҡшы елләтелә торған биналарҙа һаҡлайҙар. Орлоҡтарға һауа өҙлөкһөҙ килеп торорға тейеш. Был шыта башлаған орлоҡтарға ҡарағанда аҙыраҡ һулаған ҡоро орлоҡтар өсөн дә кәрәк. Хәҙерге заман иген һаҡлағыстарында (элеваторҙарҙа) орлоҡтарҙы һаҡлау өсөн бындай шарттар булдырыла.

Орлоҡтарҙың туҡланыуы һәм үҫеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орлоҡ шытҡанда эндоспермдағы крахмал махсус мәтдәләр тәьҫирендә һыуҙа ирей торған шәкәргә әүерелә, шәкәр иретмәһе бәбәккә килеп тора. Бәбәктең тамырса, һабаҡса, бөрөсә күҙәнәктәре туҡланып бүленә. үҫә һәм үҫендегә әүерелә. орлоҡ өлөштәре булмаған үҫенде үҫмәй. Сөнки орлоҡ өлөштәрендә туҡлыҡлы матдәләр була, уларҙан башҡа үҫенде үҫә алмай. Әгәр ҙә бер орлоҡ өлөшөн киҫеп алһаң, үҫенделә бөтә туҡлыҡлы матдәләр запасының яртыһы ғына ҡалыр һәм аҙыҡ етмәүҙән ул сибек, көсһөҙ булып үҫер• Әгәр бер өлөшлө йәки ике өлөшлө үҫемлек органдарының эндоспермын алып ташлаһаң, үҫенде шулай уҡ һәләк булыр. Сөнки ул эндосперм күҙәнәктәрендәге туҡлыҡлы матдәләрҙән мәхрүм ҡала. Бәбәк башланғыс үҫеш осоронда эндосперм күҙәнәктәрендә йәки бәбәктең үҙендә тупланған матдәләр запасы менән туҡлана. Орлоҡта туҡлыҡлы матдәләр запасы ни тиклем күп булһа, унан сығыусы үҫенде лә шул тиклем көслө була. Үҫенде туҡлыҡлы матдәләр запасын үҫкән ваҡытта тотона. Тупраҡтан ҡаҙып алынған 3—4 аҙналыҡ үҫенде бөртөгө бәләкәй генә буш тоҡсайға оҡшап тора, сөнки эндоспермдағы бөтә туҡлыҡлы матдәләр тотолоп бөткән була. Шуға күрә сәсеү өсөн эре орлоҡтарҙы алырға кәрәк. Бәбәк үҫә һәм күҙәнәктәренең бүленеүе һәм үҫеүе арҡаһында ул үҫендегә әүерелә. Орлоҡ шытҡанда, тәүҙә тамырсаһы сыға. Ул бәбәктең башҡа органдары үҫешен уҙып китә һәм тупраҡта бик тиҙ нығына. Үҫенденең тамырҙарына ҡарап, орлоҡтоң бер өлөшлө үҫемлекме әллә ике өлөшлө үҫемлекме икәнлеген белергә була. Бер өлөшлө үҫемлектәрҙең үҫендеһендә, ғәҙәттә, бер нисә тамыр, ә ике өлөшлө үҫемлектәрҙең үҫендеһендә бер генә тамыр була, үл һуңынан тармаҡланып үҫеп китә.

Орлоҡтарҙы сәсеү ваҡыты һәм уларҙы күмдереү тәрәнлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орлоҡтарҙың шытып сығыуы өсөн кәрәкле шарттарҙы иҫәпкә алып, сәсеү ваҡытын билдәләйҙәр. Орлоөтарҙың шытып сығыуы өсөн һыу, һауа һәм йылы кәрәк. Быларҙың бөтәһен дә орлоҡтар үҙ ваҡытында сәскәндә генә ала. Иртә яҙ тупраҡта бик күп ямғыр һәм ҡар һыуы туплана, ләкин тупраҡ әле йылынып өлгөрмәй. Иртә яҙҙа тик һалҡынға сыҙамлы үҫемлектәрҙең (бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ) орлоҡтарын ғына сәсәләр. Был үҫемлектәрҙең орлоҡтары түбән температурала һәм дым мул булғанда шытып сыға. Йылыны күп талап итеүсән үҫемлектәрҙең орлоғон тупраҡ "терлек кимәлдә йылынғас сәсергә тура килә. Шулай ҙа йылы яратыусан үҫемлектәрҙең (кукуруз, фасоль, ҡыяр, ҡабаҡ, ҡауын, томат) орлоҡтарын сәсеүҙе һуң¬латырға ярамай. Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра, һәм туп¬раҡ кипкәндән-кибә бара. Шуға күрә был үҫемлектәрҙең орлоҡтарын сәсеүҙе һуңлатыу уңышты кәметә. «Яҙғы бер көн — йыл аҫрай» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Быны иҫәпкә алып, йылы яратыусан үҫемлектәрҙең орлоҡтарын мөмкин тиклем иртәрәк, тупраҡ 10—12° С-ҡа тиклем йылынғас та сәсергә кәрәк. һуң сәселгән орлоҡтар йылы, ләкин ҡоро тупраҡҡа эләгә, һәм улар оҙаҡ шытмай ятасаҡ, был иһә уңышты кәметәсәк. Орлоҡтарҙың үҙ ваҡытында сәселеп тә тупраҡҡа тәрән күмелмәй ҡалыуы мөмкин. Ул ваҡытта улар яҙғы ҡояштың эҫенурҙары аҫтында кибеп бөтәсәк. Әгәр ҙә тупраҡҡа артыҡ тәрән сәселһә, шытымдар насар буласаҡ.Бик тәрән күмдергәндә үҫенделәргә һауа етешмәй. йәш үҫенделәр өҫкә тишеп сыға алмай. Шуға орлоҡтарҙы тейешле тәрәнлектә генә сәсергә кәрәк.

  1. Биология: Үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр, лишайниктар: Урта мәктәптең 6-7 класстары өсөн дәреслек. 23-сө баҫманан тәржемә. Башҡортса икенсе баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 256 б., ил. — ISBN 5-295-01185-2. Башҡортсаға тәржемә С. И. Йәнтүрин
  2. name='белешмә китабы'
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy