Эстәлеккә күсергә

Туран уйһыулығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туран уйһыулығы
Координаты: пропущена долгота
Илдәр
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге922 м
Майҙаныяҡынса 2 млн км²
Азия
Точка
Туран уйһыулығы
Үзбәкстан
Точка
Туран уйһыулығы

Туран уйһыулығы (Туран тигеҙлеге) — Урта Азия һәм Көньяҡ Ҡаҙағстандың тигеҙлек өлөшө .

Туран уйһыулығы Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Төркмәнстан территорияһында урынлашҡан. Оҙонлоғо яҡынса ике мең километр. Туран һәм Көнбайыш-Себер уйһыулығын Турғай уйпатлығы тоташтыра. Ҡаҙағстан сиктәрендә Һырдарья йылғаһы уйһыулыҡты төньяҡ һәм көньяҡ өлөшкә бүлә. Айырым таулы Устюрт һәм башҡа яҫы уйлыҡтар сағыштырмаса уйһыулыҡтар менән сиратлаша; һирәк осрай торған сөңгөлдәр диңгеҙ кимәленән аҫта урынлашҡан (мәҫәлән, Ҡарагие −132 м). Уйһыулыҡтың ҙур өлөшөн Ҡараҡом, Ҡыҙылҡом, Муйынҡом һәм башҡа сүллектәр биләй; үрҙәр был урында 922 м тиклем тәшкил итә.

Игенселек менән яһалма дымландырыу үҫеш алған, көтөүлектәр бар. Нефть һәм газ (Мангышлак нефть-газ районы) ятҡылыҡтары табылған.

Уйһыулыҡ климаты ҡырҡа континенталь, сүллекле, көньяҡ өлөшөндә — субтропик. Тупраҡ төрҙәре: һоро, аҙ карбонатлы, карбонатлы; яҡты һәм ябай һоро тупраҡ.

Төньяҡ яртыһында балсыҡлы, ҡомло, ташлы сүллектәр, урыны менән тоҙло тупраҡ һәм тигеҙлектәр; көньяҡ яртыһына — урман-балсыҡлы, ҡомло, ташлы, тигеҙ, тоҙло тупраҡлы сүллектәр хас.

Туран уйһыулығы эпипалеозой платформаһы плитаһында формалаша. Уның нигеҙендә герцин төҙөлөшө мөһим урын ала, уның араһында байкалға тиклемге, һәм байкал массивтары бар. Ҡаҙаҡ ваҡ сусаҡтың көнбайыш өлөшө менән Төньяҡ Тянь-Шань тауҙары араһында каледон тоҡомдары урынлашҡан. Туран плитаһы Төньяҡ Туран һәм Көньяҡ Туранға бүленә, улар төрлө төҙөлөшлө Урал-Тянь-Шань һәм Урта диңгеҙ бүлкәттәренән тора.

Плиоцен һәм плейстоценда хәҙерге заман Туран уйһыулығы территорияһы Туран диңгеҙенең (төрлө ваҡытта Көнбайыш-Себер, Ҡара һәм Северодвинск диңгеҙҙәре менән тоташҡан) төбө булған. Туран диңгеҙҙенең хәҙерге Каспий диңгеҙе һәм Арал диңгеҙел диңгеҙҙәренә бүленеүе 2-3 мең йылдар элек булған[1].

  • төньяҡта — Турғай уйпатлығы
  • төньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ ваҡ сусағы
  • көнсығышта — Балхаш-Алакүл бассейны сүллектәренән Бетпаҡ-Дала сүллеге һәм Чу-Илем тауҙары менән айырымланған
  • көньяҡ-көнсығышта — тауҙар Тянь-Шань һәм Памир-Алай тауҙары
  • көньяҡта — Копетдаг һәм Паропамиз тау алды
  • көнбайышта — Каспий диңгеҙенең көнсығыш яры
  • төньяҡ-көнбайышта — йәш армыттар һәм Мугоджар көнсығыш тау итәге
  1. Карнаухов А. 2010 йыл 21 ноябрь архивланған.
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy