Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙылурҙа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Ҡыҙылурҙа
ҡаҙ. Қызылорда
Герб
Герб
Ил

Ҡаҙағстан

Өлкә

Ҡыҙылурҙа

Координаталар

44°51′ с. ш. 65°31′ в. д.HGЯO

Аким

Налибаев Нурлыбек Машбекович

Нигеҙләнгән

1820

Элекке исеме

Камысты, Аҡ-Мәсет, Перовск

Ҡала с

1867

Майҙаны

240 км²

Климат тибы

Континенталь

Халҡы

265 466[1] кеше (2017)

Милли состав

ҡаҙаҡтар

Конфессиональ составы

мосолмандар (сөнниселәр),, христиандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 7242

Почта индексы

120000-120099

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

N,11

Рәсми сайт

kyzylorda.info
 (ҡаҙ.) (рус.)

Ҡыҙылурҙа (Ҡаҙағстан)
Ҡыҙылурҙа
Ҡыҙылурҙа

Ҡыҙылурҙа - (башҡ. Аҡмәсет (боронғо), ҡаҙ. Қызылорда , рус. Кызылорда (Ак-Мечеть,Перовск)) — Ҡаҙағстандың Һырдаръя буйындағы ҡалаһы. Ҡыҙылурҙа өлкәһенең үҙәге.1997 йылдың 17 июненә тиклем ҡаҙаҡса яҙылышы Кзыл-Орда булған.

Халҡы — 270 мең тирәһе (2015), яҡын-тирәһендәге биҫтәләр һәм ауылдары менән 380 мең кеше (2015)

Ҡала 1820 йылда Коканд ханлығының ҡәлғәһе булараҡ Аҡмәсет атамаһы менән төҙөлә башлаған. Һырдарья йылғаһының ике ярында, Астана ҡалаһынан 830 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1925—1929 йылдарҙа ― РСФСР составындағы Ҡаҙаҡ АССР-ның баш ҡалаһы.

Ҡыҙылурҙа  — хәҙерге атамаһы, урыҫ телендә Кызылорда тип яҙыла[2].

1820 йылдан алып Коканд ханлығын генерал Перовский етәкселегендәге урыҫ ғәскәре 1852 йылда баҫып алғанға тиклем форт Аҡмәсет (Ақ-Мешіт) тип аталған. Был һуғышта башҡорт ғәскәре лә ҡатнашҡан [3][4] Шул уҡ атаманы ҡала рәсми рәүештә 1922 йылдан 1925 йылға тиклем йөрөтә.

Форт 1862 йылдан генерал Перовский хөрмәтенә Перовский ҡалаһы тип атала башлай.

1925 йылдан ҡала рәсми рәүештә Ҡзыл-Орда тип атала (Ҡыҙыл Армия хөрмәтенә).

Хәҙер ҡала ҡаҙаҡса Ҡызылорда тип яҙылып йөрөй: 1997 йылдың 17 июнендә Ҡаҙағстан Президенты Указы менән Ҡзыл-Орда транскрипцияһы Ҡызылордаға әйләндерелә

Жакыпбек (Яҡупбәк), Н. Веселовскийҙың шул исемдәге китабынан портрет
Карл Брюллов. « Генерал-адъютант граф Василий Алексеевич Перовскийҙың портреты», 1837 йыл

1867 йылдан Перовск- Рәсәй империяһы Һырдаръя өлкәһенең өйәҙ ҡалаһы, өйәҙ үҙәге. Башланғыс мәктәптәр асыла, кирбес заводы эшләй башлай, ел тирмәндәре, оҫтаханалар һәм кибеттәр асыла.

1905 йылда Ырымбур — Ташкент тимер юлы һалынғас, вокзал һәм депо төҙөлә.

1917 йылдың 30 октябрендә Перовскиҙа Совет власы урынлаша.

1925 йылда ҡала Ҡзыл-Орда тип атала башлай,РСФСР составындағы Ҡаҙаҡ автономиялы республикаһының баш ҡалаһы Ырымбурҙан бында күсерелә.


1930—1940-сы йылдарҙа төбәктең һәм ҡаланың халҡы СССР-ҙың башҡа ерҙәренән күсерелгән халыҡ иҫәбенә үҫә.

Мөһим сәнәғәт предприятиелары: целлюлоза-ҡатырға комбинаты (ябылған), төҙөлөш материалдары, йорт төҙөлөшө комбинаттары, аяҡ кейеме, тегеү һәм трикотаж фабрикалары (ябылған); аҙыҡ-түлек сәнәғәте.

1980-се йылдар уртаһынан төбәктә нефть һәм газ сығарыу үҫешә башлай. 2010 йылдың октябрендә Ҡыҙылурҙа- Ҡомкүл (Кумколь) автомобиль юлы файҙаланыуға тапшырыла [5].

Аҡмәсет һәм башҡорттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡының Һыр тигән йыры ҡанлы тарихҡа - Аҡмәсетте алыу ваҡиғаһына арналған.

Һырдаръялар аша сығыр инек,

Аҡмәсеткәй тигән ҡалаға.

Башҡайыбыҙ аҙҙы бик үк йыраҡ -

Азиатский тигән далаға.

Рәсәй батшалары башҡорт һуғышсыларын йыш ҡына Урта Азия халыҡтарын бойһондороу сәйәсәтендә ҡуллана. Ырымбур губернаторы генерал В. Перовский көслө ағымлы Һырдаръя (Сырдаръя) аша сығып, Аҡмәсет [6] ҡалаһын алырға күп тапҡыр уҡталған.

Генералдың ғәскәренең төп көсө башҡорттар була. Был хаҡта йырҙа ла әйтелә: Бары беҙҙең генә башҡорттар шул/ Күҙ терәгән әрме көстәре.

Бик күп ҡорбандар биреп, ас-яланғас, хәлһеҙ башҡорт ғәскәре шулай ҙа Һыр йылғаһын аша сыға ала һәм ҡаланы ала. Аҡмәсет тулыһынса баш һалғас, генерал В. Перовский башҡорт ғәскәре менән уның урамдары буйлап ҡаланы ҡарап йөрөгәндә, ҡурайсылар көй сығара. Дәртле көйҙән хатта аттары ла, ошо көйгә тап килтереп, баҫҡан. Генералды данлап махсус уйналған көй ошо көнгәсә Перовский тип йөрөтөлә һәм уның бейеүе лә бар[7]. .

Ҡала Һырдаръя буйлап ике яҡтан 10 км -ға һуҙыла.Йылғала суднолар йөрөмәй. Уға бик күп тармаҡтар килеп ҡушыла. Йылға ярҙары ҡомлоҡ, таҡырҙар. Балыҡҡа бай. Декабрҙә туңа, февраль-мартта асыла.

Ҡала тирәһендәге байтаҡ майҙандарҙы дөгө баҫыуҙары биләй. Ҡаланан 1—5 км алыҫлыҡта ҡатып ҡалған ҡом өйөмдәре осрай (бейеклеге 2—8 м).

Климаты ҡырҡа континенталь, яуым-төшөм әҙ (бигерәк тә йәй көнө), ҡояшлы көндәр күп; йәй оҙон һәм эҫе, ҡыштары ярайһы һыуыҡ, көслө елдәр була. Ҡар ҡатламы тотороҡло түгел, ҡалын булмай.

Үҫемлектәр зонаһы: әрем-боялыч ҡаплаған (төньяҡ) сүллек. Тупрағы: урыны менән татырлы таҡырҙар, һаҙмырт-аллювиаль урындар осрай.

Йылға буйҙарында һәм утрауҙарҙа 3—7 м бейеклеккә еткән сәнскеле ҡыуаҡтар һәм ағастар таралған. Туғайҙар бар. Дөгө майҙандарынан һәм арыҡтарҙан килгән һыуҙар төшкән урындарҙа 5 метрға еткән ҡуйы ҡамыш үҫә. Сүлдәрҙә үлән яҙҙарын ғына йәшел, йәйгә ҡыуарып бөтә.

Ҡалала йәшеллек әҙ — үлән насар үҫә, ағастар күп: ылыҫһыҙ ҡарағас, тирәк, ҡорос ағас, джида, тамариск,тал, өрөк, сейә, шафталы (персик),армыт (груша). Улар 3—10 м бейклеккә етә; йәй көнө ағастарҙы махсус ҡулайламалар һәм арыҡтар ярҙамында һуғаралар.

  1. [1]
  2. современное русское название по «Атласу мира», — М.: ПКО «Картография» Федерального агентства геодезии и картографии Министерства транспорта Российской Федерации: изд. «Оникс» ISBN 5-85120-243-2 (картография)
  3. Ак-Мечеть // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  4. Акъюлов А. С. Перовский Василий Алексеевич // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Завершилось строительство автодороги из Кызылорды к нефтяному месторождению Кумколь 2010 йыл 8 октябрь архивланған.
  6. [2]
  7. Акъюлов А. С. Перовский Василий Алексеевич // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8
  • Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры.¬- Өфө: 2011. — 400 бит.
  • Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy