Деванагари
Деванагари | |
Яҙыу тибы | |
---|---|
Телдәр |
санскритты, һиндины, маратханы, непалины, бихарины, бхилины, конканиҙы, бходжпурины, сиған телен, ҡайһы берҙә синдхи һәм кашмири телдәрен индереп, һинд-арий телдәре рәте; невари теле |
Тарихы | |
Осор |
~б. э. 1200 йылынан хәҙерге көнгә тиклем |
Барлыҡҡа килеүе |
брахми
|
Развилось в |
гуджарати (яҙма), канада ижек яҙыуы һәм башҡалар. |
Үҙенсәлектәре | |
Яҙыу йүнәлеше |
һулдан уңға |
Юникод диапазоны |
U+0900—U+097F |
ISO 15924 |
Deva |
Деванагари Викимилектә | |
Девана́гари (санскр. देवनागरी devanāgarī IAST, һинд теле [d̪eːʋ.n̪äːɡ.ɾiː], шулай уҡ исеме нагари (санскр. नागरी nāgarī IAST)[1] — һүҙмә-һүҙ «илаһи ҡала (яҙмаһы)») — брахми — боронғо һиндостан яҙмаһынан килеп сыҡҡан һинд яҙмаһы нагариҙың бер төрө[2]. Б. э. т. I быуаттан IV быуатҡа тиклем боронғо Һиндостанда эшләнгән[2] һәм VII быуаттан даими ҡулланылған[1][3].
47 төп символдан, шул иҫәптән 14 һуҙынҡы һәм 33 тартынҡынан торған деанагари донъяла дүртенсе популяр яҙыу системаһы булып тора[4]. Ул 120-нән ашыу телдә ҡулланыла[5], шул иҫәптән санскрит, һиндины [6] маратханы, синдхины, бихарины, браджды[7], бхилины, марварины, конканины, бходжпурины, непалины, неварины, санталины[5], шулай уҡ ҡайһы берҙә кашмирины һәм сиған телен (романи) индереп. Санскрит өсөн боронғо нагари алфавитының ике өҫтәмә тартынҡы символы булған[8]. Деванагари яҙыуының төп үҙенсәлеге - аҫҡа «һәленеп торған» хәрефтәр беркетелгән үрге (база) горизонталь һыҙат. Яҙыу — һулдан уңға[9].
Графиканы төҙөү принциптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Деванагариҙа тартынҡы өсөн тәғәйенләнгән һәр тамғала (а) һуҙынҡыһы билдәһе лә бар. Тартынҡыны һуҙынҡыһыҙ билдәләү өсөн махсус аҫҡа төшөрөлгән билдәне - халант (вирама) өҫтәргә кәрәк. Башҡа һуҙынҡыларҙы билдәләү өсөн, семит яҙма системаларындағы кеүек үк, диакритик тамғалар ҡулланыла. Махсус тәғәйенләнешле билдәләр һүҙ башындағы һуҙынҡылар өсөн ҡулланыла. Тартынҡылар, шуға ярашлы, һуҙынҡылары төшөрөлөп ҡалдырылған ойоштормаларҙы барлыҡҡа килтерергә мөмкин. Тартынҡылар ғәҙәттә тоташ йәки ҡушма билдәләр (лигатуралар) булараҡ яҙыла.
Яҙылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тартынҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]क | ख | ग | घ | ङ |
ka /kə/ | kha /kʰə/ | ga /gə/ | gha /gʱə/ | ṅa /ŋə/ |
च | छ | ज | झ | ञ |
ca /cə/ | cha /cʰə/ | ja /ɟə/ | jha /ɟʱə/ | ña /ɲə/ |
ट | ठ | ड | ढ | ण |
ṭa /ʈə/ | ṭha /ʈʰə/ | ḍa /ɖə/ | ḍha /ɖʱə/ | ṇa /ɳə/ |
त | थ | द | ध | न |
ta /t̪ə/ | tha /t̪ʰə/ | da /d̪ə/ | dha /d̪ʱə/ | na /nə/ |
प | फ | ब | भ | म |
pa /pə/ | pha /pʰə/ | ba /bə/ | bha /bʱə/ | ma /mə/ |
य | र | ल | व | |
ya /jə/ | ra /ɾə/ | la /lə/ | va /ʋə/ | |
श | ष | स | ह | |
śa /ʃə/ | ṣa /ʂə/ | sa /sə/ | ha /ɦə/ |
Һинди өсөн өҫтәмә тартынҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]क़ | ख़ | ग़ | ज़ | य़ | ड़ | ढ़ | फ़ |
qa /qə/ | k͟ha /xə/ | ġa /ɣə/ | za /zə/ | zha /ʒə/ | ṛa /ɽə/ | ṛha /ɽʱə/ | fa /fə/ |
Һуҙынҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]अ | a /ə/ или /ä/ | क | ka | |
आ | ा | ā /ä:/ | का | kā |
इ | ि | i /i/ | कि | ki |
ई | ी | ī /i:/ | की | kī |
उ | ु | u /u/ | कु | ku |
ऊ | ू | ū /u:/ | कू | kū |
ऋ | ृ | ṛ /ṛ/ | कृ | kṛ |
ॠ | ॄ | ṝ /ṛ:/ | कॄ | kṝ |
ऌ | ॢ | ḷ /ḷ/ | कॢ | kḷ |
ॡ | ॣ | ḹ /ḷ:/ | कॣ | kḹ |
ए | े | e /e:/ | के | ke |
ऐ | ै | ai /əi/ или /ai/ | कै | kai |
ऒ | ॊ | o /o/ | कॊ | ko |
ओ | ो | ō /o:/ | को | kō |
औ | ौ | au /əu/ или /au/ | कौ | kau |
Башҡа билдәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Деванагари өсөн клавиатура бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҫал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше хоҡуҡтары дөйөм декларацияһының 1-се статьяһы:
Санскритта | Ҡалып:Lang-sa2 |
---|---|
Латин транскрипцияһы (IAST) | Sarve mānavāḥ svatantratāḥ samutpannāḥ vartante api ca, gauravadr̥śā adhikāradr̥śā ca samānāḥ eva vartante. Ete sarve cetanā-tarka-śaktibhyāṁ susampannāḥ santi. Api ca, sarve’pi bandhutva-bhāvanayā parasparaṁ vyavaharantu. |
Рус тәржемәһе | Бөтә кешеләр ҙә ирекле һәм тиң хоҡуҡлы булып тыуа. Аҡыл һәм выжданға эйә булған был кешеләр бер-береһенә туғанлыҡ рухында ҡарарға тейеш. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Деванагари (Брайль шрифты)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Kathleen Kuiper (2010), The Culture of India, New York: The Rosen Publishing Group, ISBN 978-1615301492, page 83
- ↑ 2,0 2,1 Ҡалып:Google books, Rudradaman’s inscription from 1st through 4th century CE found in Gujarat, India, Stanford University Archives, pages 30-45, particularly Devanagari inscription on Jayadaman’s coins pages 33-34
- ↑ Richard Salomon (2014), Indian Epigraphy, Oxford University Press, ISBN 978-0195356663, pages 40-42
- ↑ David Templin. Devanagari script . omniglot.com. Дата обращения: 5 апрель 2015. Архивировано 1 апрель 2015 года.
- ↑ 5,0 5,1 Devanagari (Nagari) 2017 йыл 2 июль архивланған., Script Features and Description, SIL International (2013), United States
- ↑ Hindi 2012 йыл 28 май архивланған., Omniglot Encyclopedia of Writing Systems and Languages
- ↑ Snell, Rupert. The Hindi classical tradition : a Braj Bhāṣā reader. — London: School of Oriental and African studies. — ISBN 0-7286-0175-3.
- ↑ George Cardona and Danesh Jain (2003), The Indo-Aryan Languages, Routledge, ISBN 978-0415772945, pages 75-77
- ↑ The Indo-Aryan Languages. — Routledge. — P. 115. — ISBN 978-1-135-79710-2. 2020 йыл 2 март архивланған.