Эстәлеккә күсергә

Заратустра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Заратустра
Zaraθuštra
Заратустра Дура-Европос тигән антик ҡаланың III быуат фрескаһында (Сүриә)
Заратустра Дура-Европос тигән антик ҡаланың III быуат фрескаһында (Сүриә)
Тыуған көнө

иртәрәкб. э. т. 1500 һәм һуңыраҡ түгелб. э. т. 550

Вафат булған көнө

иртәрәкб. э. т. 1500 һәм һуңыраҡ түгелб. э. т. 520

Атаһы

Порушаспа Спитама (традицион)

Әсәһе

Дугдова (традицион)

Тормош иптәше

Хвови (традицион)

Балалары

Френи, Поручиста, Трити;
Исад-вастра, Урватат-нара, Хвара-читра (традицион)

 Заратустра Викимилектә

Заратустра (авест. — Zaraθuštra, Заратуштра тигән вариант та таралған, таж. — Зардушт, курд. — Zerdeşt, фарс. — زرتشت — Zartošt; грек. Ζωροάστρης — Зороастр) — зороастризмға (маздасылыҡҡа) нигеҙ һалыусы, жрец һәм пәйғәмбәр, үҙе раҫлауынса, уға зороастризмдың изге яҙмаһы булған Авеста рәүешендә Аһура-Мазданың асылыштары төшөрөлгән.

Заратустра Радеста тыуған, әле был урын Тәһрандың Рай (Rayy) тигән биҫтәһе булып тора, Оло Ирандың көнсығышында яҡынса беҙҙең эраға тиклем VI быуат менән V быуаттың беренсе яртыһы араһында (ихтимал, беҙҙең эраға тиклем 628—551 йылдарҙа) йәшәгән. Традицион пәһләүи хронологияһына ярашлы, ул «Искәндәргә тиклем 258 йыл элек» йәшәгән. "Авеста"ның иң изге өлөшө булған «Ғата»ларға лингвистик анализ Заратустраның эшмәкәрлек дәүерен беҙҙең эраға тиклемге XII—X быуаттарға ҡаратыу мөмкинлеген бирә. Антик авторҙар уның Гистасп (Дарий I-нең атаһы) батшалыҡ иткән осорҙа, Муса йәки Камбиз дәүерендә йәшәгәнлеген билдәләй; ә үҙен фарсы, һинд, фарсы мидийы, эллин, бактри, «Бөйөк Диңгеҙ өҫтөндәге» ҡитға кешеһе, ассури, халдей, пэмфили, Атропатена кешеһе, ҡанбабалар ырыуынан Самарияла йәшәгән йәһүд тип төрлөһө төрлөсә атай.

Заратустра Рафаэль фрескаһында күк көмбәҙен тотоп тора, Афина мәктәбе

Урта быуаттарҙың ҡайһы бер мосолман тарихсылары (Әл-Бируни, Әл-Балазури, Әл-Ҡазвини, Әл-Хамави һ. б.) билдәләүенсә, Зороастр хәҙерге Иран Әзербайжаны территорияһындағы Атропатенала тыуған. Мэри Бойс, Бал Гангадхар Тилак кеүек тарихсылар Заратустра хәҙерге Рәсәй территорияһында тыуған тип иҫәпләй (Бойс Силәбе өлкәһендәге Һынташты ҡаласығын телгә ала). Ғаталарҙа әйтелеүенсә, Заратустра туран ҡәбиләләре ерҙәрендә тыуған, ырыуҙаштары тарафынан кире ҡағылып, унан ҡасҡан һәм хәҙерге Иран территорияһына юлбашсы (кави) Висташпа янына килеп һыйынған, Висташпа уның тоғро эйәрсәне булып киткән.

Заратустра Ғаталарҙа йыш телгә алынған боронғо рухани ырыуы Спитамдың ғаиләһендә тыуған. Заратустраның атаһы — Порушаспа, әсәһе Дугдова исемле булған. Зәрдүшт традицияһына ярашлы, ул зәрдүштиҙәрҙең иң баш аллаһы Оромазданың улы тип һанала. Уның ағай-энеләренең исемдәре: ағаларыныҡы — Ратуштар һәм Рангуштар, ҡустыларыныҡы — Нотарига һәм Ниветиш. Донъяға килгәс, Заратустра башҡа сабыйҙар кеүек илап ебәрмәгән, ә шарҡылдап көлгән, уның көлөүе 2 000-дән ашыу ен-пәрейҙе үлтергән. Йолаға ярашлы, сабыйҙы һыйыр бәүеле менән йыуындырғандар ҙа һарыҡ тиреһенә урап һалғандар. Заратустра бала сағында бик күп мөғжизәләр ҡылған, был ҡара көстәрҙең көнләшеүен уятҡан. Улар ҡат-ҡат Заратустраны үлтерергә тырышҡан, тик ниәттәре килеп сыҡмаған — Заратустраны Алланың ҡөҙрәтле көсө һаҡлап йөрөткән.

Заратустаның ҡатыны — Хвови исемле. Ул өс тапҡыр өйләнә. Бер тапҡыр тол ҡатынды ала, ике тапҡыр ҡыҙҙарға өйләнә. Тол ҡатын Заратустраға ике ул таба. Улар Урватат-нара һәм Хвара-читра исемле була. Буй еткергәс, улар һәр береһе үҙенә оҡшаған һөнәрҙе һайлаған: беренсеһе — малсы, ер эшкәтеүсе, икенсеһе яугир булып киткән. Башҡа ҡатындарынан Заратустраның дүрт балаһы була: улы Исад-вастра, ул һуңынан зәрдүшти диненең юғары ҡанбабаһы булып китә, йәнә Френи, Трити һәм Поручиста тигән өс ҡыҙы була.

Ғаталар («Йырҙар», Авестаның бер өлөшө) Заратустраны кешегә хас булған бөтә сифаттары менән тарихи шәхес итеп һүрәтләй. Дингә өндәгән был йырҙарында ул тәбиғәт көстәрен илаһилаштырған иҫке ари дине яҡлыларҙы әрләй; ҡанлы ҡорбан килтереүгә, һаома эсемлегенә табыныуға ҡаршы сыға. Үҙенең өндәмә вәғәздәрендә Заратустра әйткәненсә, яҡшы менән яман — донъяла мәңге булған һәм бер-береһе менән бер уртаҡ яғы ла булмаған ике күренеш. Ул яҡшыға эйәрергә, ямандан ҡасырға саҡыра.

Тик сит (грек) һәм үҙҙәренең һуңғыраҡ осор (ахырғы Авеста осорона ҡараған һәм пәһләүи) сығанаҡтары ғына Заратустраны ғәҙәттән тыш ҡөҙрәтле көскә һәм йоғонтоға эйә булған легендар шәхескә әйләндергән.

Заратустраның реформаторлыҡ эшмәкәрлеге иран диненә хатта классик яҙыусыларҙы хайран итерлек абстрактлылыҡ биреүҙә сағыла. Зәртүшти пантеонының баш илаһтары абстракт идеяны сағылдырған тәнһеҙ йән генә булып тора: Аһура-Мазда (аҡыл эйәһе хаким), Хшатра Вария (иң яҡшы батшалыҡ), Хоурватат (тулылыҡ), Амертат (үлемһеҙлек), Воху Мана (изге фекер), Аша Вахишта (иң яҡшы тәҡүәлек), Спэнта Армати (изгелекле күндәмлек), Сраоша (тыңлаусанлыҡ).

Моцарттың «Волшебная флейта» операһында (1791) Зарастро тәрән аҡыл кәүҙәләнеше һәм масондарҙың Заратустраға инаныуына ишара булып тора.

Нимес яҙыусыһы философ Фридриһ Ницшеның «Заратустра шулай тине» тигән әҫәре бар.

1896 йылда ошо китап йоғонтоһонда нимес композиторы Риһард Штраус «Заратустра шулай тине» тигән симфоник поэмаһын яҙа, ул тәнәфесһеҙ башҡарыла торған туғыҙ фрагменттан тора. Башҡарылыу ваҡыты — утыҙ минут самаһы. Симфоник поэма дүртәүле оркестр өсөн яҙылған. Партитурала орган менән ҡыңғырау ҙа бар.

«Пикник» төркөмөнөң «Заратустра» тигән йыры бар.

Илья Ильф менән Евгений Петровтың «12 ултырғыс» романы буйынса төшөрөлгән фильмда (режиссёры Леонид Гайдай) төп геройҙарҙың береһе Остап Бендер, үҙен янғын буйынса инспектор тип танытып, ултырғысты һатҡан Пашаға былай ти: «Эх, томшоғоңдо емерер инем дә, Заратустра тыя шул».

pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy