Content-Length: 255333 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A0%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B9

Рений — Википедия Эстәлеккә күсергә

Рений

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рений
Рәсем
Масса 186,207 ± 0,001 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Рейн
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән molybdenite mineral group[d] һәм Рениит[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Вальтер Ноддак[d], Ида Ноддак[d] һәм Otto Berg[d]
Асыу датаһы 1925
Элемент символы Re[2]
Химик формула Re[3]
Каноническая формула SMILES [Re][3]
Атом һаны 75
Электронная конфигурация [Xe] 4f¹⁴ 5d⁵ 6s²
Электр кирелеге 1,9
Ионный радиус 0,63 ангстрем[4], 0,58 ангстрем[4], 0,55 ангстрем[4], 0,38 ангстрем[4] һәм 0,53 ангстрем[4]
Әселәнеү дәрәжәһе 3[5], 5[5] һәм 7[5]
 Рений Викимилектә

Рений (лат. Rhenium, Re) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 7-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 75. Стандарт шарттарҙа тығыҙ, көмөшһыу-аҡ күсеүсән металдан ғибәрәт.

Рений элементының символы — Re (Рений тип уҡыла).

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элементтың исеме латинса Rhenus — Германиялағы Рейн йылғаһы исеменән килеп сыҡҡан .

Ренийҙың барлығы оҡшашлыҡ үҙенсәлеге буйынса Д. И. Менделеев тарафынан алдан уҡ, 1871 йылда, әйтеп ҡуйылған булған(«тримарганец»)[6], әммә «двимарганец» (инглизсә «dvi-manganese») күпкә йышыраҡ ҡулланылған[7].

Рений 1925 йылда немец химиктары Ида һәм Вальтер Ноддактар тарафынан, колумбит минералын спектраль анализ үткәреп тикшереү ваҡытында[6] Siemens & Halske компанияһы лабораторияһында асыла.

Ренийҙың сағыштырмаса таҙа өлгөһөн 1928 йылда ғына алырға мөмкин була. 1 г рений алыу өсөн 600 кг норвег молибденитын эшкәртеү талап ителә.

Рений тотороҡло изотобы билдәле булған һуңғы асылған элемент була. Ренийҙан һуң асылған барлыҡ элементтарҙың (яһалма рәүештә алынғандарын да индереп) тотороҡло изотоптары булмаған.

Донъяла рений сығарыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда донъяла рений табыу яҡынса 40 тонна тәшкил итә. Иң ҙур етештереүсе — Чили компанияһы Molymet[8]. Рений етештереү тотороҡло үҫә һәм 2008 йылда ул 57 тоннаға етә[9].

Ренийҙы ҡулланыуҙы билдәләгән иң мөһим үҙенсәлектәре — бик юғары иреү нөктәһе, химик реагенттарға тотороҡлолоғо, катализатор активлығы (бында ул платиноидтарға яҡын). Әммә рений — ҡыйбат һәм һирәк металл, шуға күрә уны файҙаланыу башҡа металдарға ҡарағанда өҫтөнлөклөрәк булған осраҡтар менән сикләнә.

Аҙ миҡдарҙа булыуы һәм шул уҡ ваҡытта ихтыяж ҙур булыу сәбәпле, рений иң ҡиммәтле металдарҙың береһе. Уның хаҡы металлдың таҙалығына ныҡ бәйле, 1 кг рений хаҡы 1000 долларҙан 10,000долларға тиклем етә[10][11].

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 RHENIUM (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. 5,0 5,1 5,2 https://www.britannica.com/science/rhenium
  6. 6,0 6,1 [ Рений] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  7. J. G. F. Druce: Dvi-manganese. The element of atomic number 75, Science Progress in the Twentieth Century (1919—1933), Vol. 20, No. 80 (April 1926), pp. 690—692
  8. metaltorg.ru Проблемы мирового рынка рения (рус.) : Информационный бюллетень МЭРТ РФ. — metaltorg.ru, 2006.
  9. Обзор рынка рения в СНГ. Исслед. группа ИнфоМайн, М.: 2009
  10. Рений — металл XXI века 2012 йыл 20 ғинуар архивланған.
  11. Цены российского рынка на металлы и сырье
  • Рений// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 22-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.








ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A0%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B9

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy